Зимняя Ирина Алексеевна
Зимняя Ирина Алексеевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 17 март 1931[1] |
Тыуған урыны | Мәскәү, СССР |
Вафат булған көнө | 5 апрель 2024 (93 йәш) |
Һөнәр төрө | уҡытыусы, психолог |
Эшмәкәрлек төрө | медицинская психология[d] |
Биләгән вазифаһы | профессор[d] һәм академик[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Зимняя Ирина Алексеевна (17 март 1931 йыл) — СССР педагогы һәм ғалим-психологы, психология фәндәре докторы (1974), профессор (1976), Рәсәй Мәғариф академияһы (РМА) академигы (1995; 1993 йылдан РМА мөхбир ағзаһы). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1931 йылдың 17 мартында Мәскәүҙә хеҙмәткәрҙәр ғаиләһендә тыуа.
1954 йылда Морис Торез исемендәге Мәскәү дәүләт сит телдәр педагогия институтының Инглиз теле факультетын «рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» һөнәре буйынса тамамлай.
1954—1973 йылдарҙа — психология кафедраһында ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент, профессор, 1973—1990 йылдарҙа — Морис Торез исемендәге Мәскәү дәүләт сит телдәр педагогия институтының психология кафедраһы мөдире[2].
1990—2011 йылдарҙа — Мәскәү Ҡорос һәм иретмәләр институтының Юғары белем сифаты институтында «мәғарифты гуманлаштырыу» секторы баш ғилми хеҙмәткәре мөдире була[2].
1961 йылда — һүҙҙе ҡабул итеү мәсьәләһе темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы, 1974 йылда тыңлау һәм һөйләү психологияһы буйынса докторлылыҡ диссертацияһы яҡлай[2].
1993 йылдың 17 мартында А. И. Зимняя мөхбир ағзаһы итеп һайлана, ә 1995 йыл>дың 6 апреленән — Рәсәй мәғариф академияһының академигы — Психология һәм йәш физиологияһы бүлексәһендә тора. Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе: психолингвистика, педагогик психология, сит ил телдәрен өйрәтеү психологияһы[3].
И. А. Зимняяның ғилми етәкселегендә 1997—2005 йылдарҙа Рәсәйҙә белем биреү системаһында дөйөм стратегия эшләнә. Ирина Алексеевнаның фәнни эшмәкәрлегендә һүҙ тыуҙырыу һәм телмәрҙеҡабул итеүҙең үҙенсәлекле функционал-психологик схемаһы бигерәк тә әһәмиәтле, уның телмәр психологияһына һәм психолингвистикаға телмәрҙе «мәғәнәүи ҡабул итеү» терминын индереүе хәҙерге ваҡытта был фәндәр теорияһының мөһим элементтарының береһе булып тора[2].
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Почет Ордены (2007)
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (1981)
- К. Д. Ушинский миҙалы (1991)
Исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989)
- Рәсәй Федерацияһы юғары һөнәри белем биреү почетлы хеҙмәткәре (1994)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Педагоги и психологи мира (урыҫ) — 2012.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Зимняя Ирина Алексеевна: биография . Дата обращения: 12 март 2020.
- ↑ Зимняя Ирина Алексеевна . Дата обращения: 12 март 2020. 2021 йыл 28 ноябрь архивланған.
- 17 мартта тыуғандар
- 1931 йылда тыуғандар
- Мәскәүҙә тыуғандар
- 5 апрелдә вафат булғандар
- 2024 йылда вафат булғандар
- Психология фәндәре докторҙары
- Почёт ордены кавалерҙары
- К. Д. Ушинский миҙалы менән наградланғандар
- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәрҙәре
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Алфавит буйынса шәхестәр