Зинковский Валерий Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Зинковский Валерий Михайлович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1 август 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (86 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө спортсы, тренер
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР-ҙың спорт мастеры

Зинковский Валерий Михайлович (1 август 1937 йыл) — спортсы һәм тренер. Хәҙерге бишбәйге буйынса РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1984), СССР-ҙың спорт мастеры (1965).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Валерий Михайлович Зинковский 1937 йылдың 1 авгусында Өфө ҡалаһында тыуған. Салауат Юлаев исемендәге спорт клубында тәрбиәләнә. 1969 йылда РСФСР командаһы составында чемпион исемен яулай. 1963 йылда Өфө авиация институтын тамамлай.

1969 йылдан алып «Уңыш» ДСО‑һы Башҡортостан өлкә советының өлкән тренеры, 1984—2006 йылдарҙа хәҙерге бишбәйге буйынса республика СДЮСШОР‑ының тренер‑уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1983-1987 йылдарҙа СССР йыйылма командаһы тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында 20‑гә яҡын СССР спорт мастеры, әммә улы Евгений атаһының төп уҡыусыһы, үҙенең бөтә булған тәжрибәһен һәм белемдәрен ул буласаҡ чемпион Евгенийға тапшырған[1].

Оло йәшенә ҡарамаҫтан Валерий Михайлович Зинковский спорттан, сәләмәт тормоштан айырылмай: һәр иртәһен ул йөҙөү бассейнынан башлай, 80 йәшендё лә көнөнә 2-3 километр йөҙөп үтә[1]. 2017 йылда В. М. Зинковскийҙың 80-йәшлек юбилейы республикала киң билдәләнде, юбиляр бик ҡотлауҙар ҡабул итте [2]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зинковский Валерий Михайлович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.

[1] 2020 йыл 9 октябрь архивланған.Зинковский Валерий Михайлович

Видеояҙмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ЗАСЛУЖЕННЫЙ ТРЕНЕР РОССИИ ПО СОВРЕМЕННОМУ ПЯТИБОРЬЮ ВАЛЕРИЙ ЗИНКОВСКИЙ СЕГОДНЯ ПРАЗДНУЕТ СВОЁ 80-ЛЕТИЕ