Зиннуров
Уҡыу көйләүҙәре
Зиннуров — ир-ат фамилияһы. Зиннур исеменән барлыҡҡа килгән. Башҡорт, татар һәм башҡа төрки халыҡтарҙа киң ҡулланыла.
Зиннурова — ҡатын-ҡыҙ фамилияһы.
Билдәле йөрөтөүселәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Зиннуров Рафаил Нариман улы (26 июль 1953 йыл) — Рәсәй дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, хоҡуҡ белгесе, яҙыусы, скульптор. Юридик фәндәр докторы (2003), профессор (2006). Башҡортостан Республикаһы дәүләт власының закондар сығарыусы (вәкәләтле) органдарынан Федерация Советы ағзаһы (2013—2018), Федерация Советының халыҡ-ара эштәр буйынса Комитеты ағзаһы[1]. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2003), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1993).
- Зиннуров Өлфәт Ғаяз улы (1950), ғалим-иҡтисадсы. 1970 йылдан (өҙөклөк менән) Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Ураҙ ауылынан.
- Зиннуров Нурулла Зиннур улы (1901—1943) — партия һәм дәүләт эшмәкәре. Сәйәси золом ҡорбаны. Сығышы менән Салауат районы Лаҡлы ауылынан.
- Зиннуров Гранит Нурулла улы (2 август 1934) — инженер-электрик, крайҙы өйрәнеүсе, публицист. Силәбе политехник институтын тамамлаған[2].
- Зиннуров Ирек Хәйҙәр улы (11 ғинуар 1969 йыл) — Рәсәй ватерполсыһы, ике тапҡыр Олимпия уйындары призеры (2000, 2004), донъя һәм Европа чемпионаты призеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, хәрәкәтсән һөжүмсе. Дуҫлыҡ ордены кавалеры.
![]() |
Фамилиялаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән килеп эләкһәгеҙ, бәлки, конкрет шәхес тураһында мәҡәләгә һылтанманы аныҡлаштырырға кәрәктер. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |