Эстәлеккә күсергә

Ҡотипов Зиннәт Ҡотип улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Зиннәт Ҡотипов битенән йүнәлтелде)
Зиннәт Ҡотип
Исеме:

Ҡотипов Зиннәт Ҡотип улы

Тыуған көнө:

1918

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе[1] Арый ауылы

Вафат булған көнө:

1944

Вафат булған урыны:

Белоруссия

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

Шағир

Ҡотипов Зиннәт Ҡотип улы, Зиннәт Ҡотип (1918 йыл — 6 июль 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған шағир. СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Зиннәт Ҡотип улы Ҡотипов 1918 йылда Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе[2] Арый ауылында тыуған.

1935 йылда Мәсәғүт педагогия техникумын[3] тамамлай. 1939 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә.

Дәүләкән педагогия техникумында тарих уҡытыусыһы була.

Уның шиғырҙары «Йәш төҙөүсе», «Ленинсы» гәзиттәрендә, «Октябрь» журналында, «Беренсе йыр» («Первая песня») альманахында баҫылып сыға. 1939 йылда Башҡортостан китап нәшриәте уның балалар өсөн яҙылған «Шиғырҙар» китабын нәшер итә.

Белоруссияны немец-фашист илбаҫарҙарынан азат иткәндә 1944 йылда батырҙарса һәләк була[4].

  • Зиннәт Ҡотип //Һуғыш үтте, һағыш ҡалды. Өфө, 2000.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 февраль 2019)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 февраль 2019)