Злобин Николай Анатольевич (Рәсәй Геройы)
Злобин Николай Анатольевич (Рәсәй Геройы) | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Ҡаҙағстан |
Хеҙмәт итеүе | Рәсәй |
Тыуған көнө | 16 июль 1976 (48 йәш) |
Тыуған урыны | Алматы, Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Уҡыу йорто | Пограничная академия КНБ Республики Казахстан[d] |
Һуғыш/алыш | Чеченский конфликт[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Злобин Николай Анатольевич (Рәсәй Геройы) Викимилектә |
Злобин Николай Анатольевич (16 июнь 1976 йыл) — Рәсәй хәрби хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһы Геройы (2010). Майор.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Николай Анатольевич Злобин 1976 йылдың 16 июлендә Алма-Атала тыуа. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Ҡаҙағстан Республикаһы Ҡораллы Көстәренең сик буйы юғары команда училищеһында уҡый (1997). Хеҙмәт юлын ҡаҙаҡ-ҡытай сигендәге «Туат» сик буйы заставаһында тәрбиә эше буйынса етәксе урынбаҫары булып башлай. Һуңынан Рәсәйгә күсә.
2002 йылдан — Рәсәй Эске эштәр министрлығында. Ульяновскиҙа эске ғәскәрҙәрҙең моторлаштырылған махсус полкында, Чечня Республикаһында 46-сы оператив тәғәйенләнештәне айырым бригадала, эске ғәскәрҙәрҙең Волга буйы төбәк командованиеһының махсус тәғәйенләнештәге отрядында хеҙмәт итә.
2010 йылда майор Николай Злобин Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәренең Волга буйы төбәк командованиеһының махсус тәғәйенләнештәге отрядының разведка начальнигы була[1].
Злобинға Урус-Мартан районыныда разведка-эҙләү эштәре үткәрергә ҡушыла. 4 февралдә Алхазурово ауылынан алыҫ булмаған урында разведтөркөм чечен бандиттарының маскировкаланған базаһын асыҡлай һәм дошмандың көсө артығыраҡ булыуға ҡарамаҫтан, һөғышҡа инә. Алыш менән дөйөм етәкселек итеүсе Злобин ярҙамға лейтенант Петрачковтың төркөмөн ебәрә, дошман базанан ҡыуып сығарыла һәм урманға сигенә. Эҙәрлекләү ваҡытындаотряд юғалтыу кисерә: Петрачков вафат була, ике хәрби хеҙмәткәр яралана. Төркөм менән командалыҡ итеүҙе Злобин үҙ өҫтөнә ала. Ул төркөмгә уңайлы рубежға китергә бойора, үҙе уларҙы һаҡлап ҡала. Алышта Злобин күкрәгенә ҡаты яралана, ләкин һуғыш яланын ташлап китмәй, дошман һөжүмен аңын юғалтҡансы тотоп тора. Яуҙаштары уны ут аҫтынан алып сығып, госпиталгә оҙатыуға өлгәшә[1].
Рәсәй Федерацияһы Президенты>ның 2010 йылдың 4 авгусындағы 978-се Указы менән майор Николай Анатольевич Злобинға «Төньяҡ Кавказ төбәгендә хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы» өсөн Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелә һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла[2].
Әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһында йәшәй, хеҙмәтен эске ғәскәрҙәрҙә дауам итә[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй Федерацияһы Геройы (2010)
Шулай уҡ күп һанлы миҙалдар[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герои нашего времени (О Героях России — уроженцах и жителях Республики Башкортостан) / авт.-сост. Е. А. Смирнов. — Уфа : Китап, 2016. — 327 с. : илл. ISBN 978-5-295-06554-5.
- Жарникова Е. А завтра — снова в разведку. // «На боевом посту» (журнал ВВ МВД России). — 2011. — № 3. — С.30-33.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ГЕРОЙ РОССИИ НИКОЛАЙ ЗЛОБИН 2022 йыл 20 ғинуар архивланған.