Эстәлеккә күсергә

Злобин Степан Павлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Злобин Степан Павел улы битенән йүнәлтелде)
Степан Злобин
Исеме:

Злобин Степан Павлович

Тыуған көнө:

11 ноябрь 1903({{padleft:1903|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})

Тыуған урыны:

Рәсәй империяһы,
Мәскәү

Вафат булған көнө:

15 сентябрь 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (61 йәш)

Вафат булған урыны:

СССР Мәскәү

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһыСовет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

прозаик

Йүнәлеше:

социалистик реализм

Жанр:

тарихи роман

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

рус теле

Дебют:

«Переполох» (1924)

Премиялары:

Сталин премияһы — 1952

Наградалары:

2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Әҫәрҙәре Lib.ru сайтында

Злобин Степан Павлович (11 ноябрь 1903 йыл15 сентябрь 1965 йыл) — рус совет яҙыусыһы. «Салауат Юлаев» тарихи романы (1929) авторы. Беренсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1952).

Степан Павлович Злобин 1903 йылдың 11 ноябрендә Мәскәүҙә тыуған.

Бала сағы Өфө һәм Рязань ҡалаларында үтә. 19211924 йылдарҙа Мәскәү Юғары әҙәбиәт-художество институтында уҡый. Өфөлә урта мәктәптә уҡытыусы булып эшләй. 1925 йылда, туберкулёз сире көсәйгәс, эшен ташларға мәжбүр була. Бер нисә йыл Госпланда экономист вазифаһын башҡара, экспедицияларҙа ҡатнаша. Радиола балалар өсөн тапшырыуҙар мөхәррирләй.

Әҙәбиәткә 1924 йылда балалар өсөн шиғырҙар һәм әкиәттәр менән килеп инә. XIX быуат аҙағынан 1927 йылға тиклем Көньяҡ Уралдағы ваҡиғалар тураһындағы «Юлдар» (Дороги) романы йыйылмай ҡала, был ваҡытта әҙәби сәйәсәт көсәйә. Уның «Салаут Юлаев» исемле беренсе тарихи романы (1929) уңыш килтерә.

1930 йылдан СССР Яҙыусылар союзында тарих секцияһы рәйесе булып эшләй. Һуғыш башланғас, хәрби корреспондент була. Вязьма янында немец пленына эләгә, 1945 йылда азат ителә. Плен тураһында роман яҙа, тик был романды баҫтырыу мөмкин булмай.

«Буян утрауы» (1948), «Степан Разин» (1951) тарихи романдарын яҙа. Был романдар И. В. Сталинға ҙур йоғонто яһай һәм уға Сталин премияһы бирелә, немец пленында булыуы аҡлана. Уның «Хәбәрһеҙ юғалғандар» романы пленда булған совет һалдаттарын аҡлауҙа ҙур роль уйнай. 1905 йылғы революция тураһындағы «Быуат иртәһе» романы яҙылып бөтмәй ҡала.

С. П. Злобин 1965 йылдың 15 сентябрендә вафат була, Мәскәүҙең Новодевичье зыяратында ерләнә.

Наградалары һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Сталин премияһы (1952)
  • II дәрәжәләге Ватан һуғышы ордены.
Мәскәүҙең Новодевичье зыяратында Степан Злобин ҡәбере
  • Казак В. Лексикон русской литературы XX века = Lexikon der russischen Literatur ab 1917. — М.: РИК «Культура», 1996. — 492 с. — 5000 экз. — ISBN 5-8334-0019-8