Зофья Посмыш
Зофья Посмыш | |
пол. Zofia Posmysz | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Польша |
Тыуған көнө | 23 август 1923[1][2][3] |
Тыуған урыны | Краков, Польша Республикаһы[d][1][3] |
Вафат булған көнө | 8 август 2022 (98 йәш) |
Вафат булған урыны | Освенцим[d], Малопольское воеводство[d], Польша |
Яҙма әҫәрҙәр теле | поляк теле |
Место содержания под стражей | Равенсбрюк[d] һәм концлагерь Освенцим[d][3] |
Һөнәр төрө | журналист, яҙыусы, сценарий яҙыусы |
Эшмәкәрлек төрө | әҙәбиәт[4] |
Уҡыу йорто | факультет полонистики Варшавского университета[d] |
Ойошма ағзаһы | Ассоциация польских писателей[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Зофья Посмыш Викимилектә |
Зофья Посмыш (пол. Zofia Posmysz, ысын исеме Посмыш Зофья-Пясецка; 23 август 1923 йыл,) — поляк яҙыусыһы һәм сценарисы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зофья Посмыш 1923 йылдың 23 авгусында Краковта тыуа. 1942 йылдан Освенцим һәм Равенсбрюк немец концлагерҙары әсире. Һуғыштан һуң Варшавала төпләнә. 1952 йылда баш ҡала университетының филология факультетын тамамлай.
«Głos Ludu» гәзите редакцияһында корректор булып эшләй, һуңынан Польша радиоһы менән хеҙмәттәшлек итә.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1945 йылда сыҡҡан «Знаю палачей из Бельзена» әҙәби иҫтәлектәр китабы Зофья Посмыштың дебюты була. Яҙыусыға билдәлелелкте «Пассажирка из каюты 45» радиоспектакле килтерә. Шул уҡ исеме аҫтында 1962 йылда китабы сыға. Был әҫәр мотивтары буйынса, поляк режиссёры Анджей Мунк «Пассажирка» нәфис фильмын төшөрә, әммә ул экранға 1963 йылда сыҡҡанда режиссёр тере булмай инде. Посмыш повесы буйынса 1968 йылда Мечислав Вайнберг опера яҙа (А. Медведев либреттоһы), ул белгестәрҙең юғары баһаһын ала, ләкин уны СССР-ҙа ҡуйыу тыйыла[5] . 2006 йылда беренсе тапҡыр концерт версияһында, 2010 йылда — сәхнәләштерелеп күрһәтелә.
Һайланған библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Знаю палачей из Бельзена / Znam katów z Belsen (1945)
- Пассажирка / Pasażerka (1962)
- Стоянка в лесу / Przystanek w lesie (1965, хикйәләр йыйынтығы)
- Терпкий боярышник / Cierpkie głogi (1966) — 1966 йылда Януш Вейхерт экранлаштырған сценарий
- Малый / Mały (1970) — сценарий, экранизированный 1970 йылда Юлиан Дзедзина экранлаштырған сценарий
- Отпуск на Адриатике / Wakacje nad Adriatykiem (1970)
- Микроклимат / Mikroklimat (1975)
- Дерево похожее на дерево / Drzewo do drzewa podobne (1977)
- Цена / Cena (1978)
- Человек из-под калорифера / Człowiek spod kaloryfera (1980)
- Тот самый доктор М. / Ten sam doktor M. (1981)
- Вдова и любовники / Wdowa i kochankowie (1988)
- До свободы, до смерти, до жизни / Do wolności, do śmierci, do życia (1996)
Рус теленә тәржемәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Пассажирка : [повесть]. — М. : Художественная литература, 1964. — 62 с. — (Роман-газета; № 18 (318)).
- Цена : роман. — М. : Прогресс, 1981. — 183 с.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Польшаны тергеҙеү орденының рыцарь тәреһе (1964)
- Польшаны тергеҙеү орденының офицер тәреһе (1970)
- радиопостановкаларөлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Польша радиоһы һәм телевидениеһы комитеты наградаһы (1976)
- Витольд Хулевич исемендәге награда (2007)
- Поляк мәҙәниәте үҫешендәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн Польша мәҙәниәт министры наградаһы (2008) һәм башҡалар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #103216766 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Zofia Posmysz // Архив изобразительного искусства — 2003.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 http://base.auschwitz.org/wiezien.php?lang=en&ok=osoba&id_osoba=183728
- ↑ Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ За что запрещали «Пассажирку»: Интервью с А. Медведевым // Российская газета — Столичный выпуск № 4256 (25.12.2006).