Эстәлеккә күсергә

Зәйнәб бинт Хүзәймә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Зәйнәб бинт Һүзәймә битенән йүнәлтелде)
Зәйнәб бинт Хүзәймә
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 595[1]
Тыуған урыны Мәккә, Хижәз[1]
Вафат булған көнө 625[2][3]
Вафат булған урыны Мәҙинә, Мәҙинә йәмәғәте
Ерләнгән урыны Әл-Баҡый
Әсәһе Һинд бинт Әүеф[d]
Бер туғандары Сәлмә бинт Үмәйс[d], Мәймүнә бинт Харис, Лүбәбә бинт әл-Харис[d] һәм Әсмә бинт Үмәйс[d]
Хәләл ефете Мөхәммәт (Пәйғәмбәр)[2][3] һәм Үбәйд ибн Харис[d][2]
 Зәйнәб бинт Хүзәймә Викимилектә

Зәйнәб бинт Хүзәймә (ғәр. زينب بنت خزيمة‎‎) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең (с.ғ.с.) хәләл ефеттәренең береһе, хаҡ мосолмандар Инәһе.

Зәйнәб бинт Хүзәймә Әмир ибн Сасә ырыуынан булған. Фәҡирҙәргә һәм меҫкендәргә рәхимлелеге, шәфҡәтлелеге өсөн уға Үмм Мискин (меҫкендәр инәһе) тигән ҡушамат биргәндәр. Тәүге ире Түфәйл ибн Хәриҫ исемле булған. Түфәйл менән айырылышҡас, Зәйнәб Үбәйд ибн Харисҡа сыҡҡан, ул ире Бәҙер һуғышында һәләк булған[4].

Һижрәнең 3-сө йылында Әмир ибн Сасә ырыуы Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең яҡындарын ҡырған, шул арҡала уларҙың мосолмандар менән мөнәсәбәттәре ныҡ киҫкенләшкән. Ҡан ҡойошто туҡтатыр өсөн Мәхәммәд Пәйғәмбәр ошо ырыуҙан Зәйнәбте хәләл ефетлеккә алырға ҡарар иткән. Уларҙың никахы Һижрәнең 4-се йылында уҡылған. Туйҙан һуң бер нисә ай үтеүгә Зәйнәб донъя ҡуйған. Игелекле, тәҡүә был ҡатын күп ваҡытын ғибәҙәттәргә бағышлаған, хәйер-саҙаҡаға йомарт булған.[4].

  1. 1,0 1,1 Zaynab bint Khuzayma // WikiTree (ингл.) — 2005.
  2. 2,0 2,1 2,2 Али-заде А. Зайнаб бинт Хузайма (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарьМ.: Ансар, 2007.
  3. 3,0 3,1 Türkiye Diyanet Vakfı ZAYNEB bint HUZEYME // Türkiye Diyanet Vakfı İslâm Ansiklopedisi (төр.)Ankara: Türkiye Diyanet Vakfı.
  4. 4,0 4,1 Али-заде, А. А. Зәйнәб бинт Хүзәймә (архив ) // Исламский энциклопедический словарь. — М.: Ансар, 2007.