Эстәлеккә күсергә

Зәйнәшева Гөлшат Хисам ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Зәйнәшева Гөлшат Хисам ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 13 ғинуар 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Тыуған урыны Туҡай районы, Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 1 апрель 2005({{padleft:2005|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (77 йәш)
Вафат булған урыны Ҡазан, Рәсәй
Һөнәр төрө шағир, яҙыусы
Уҡыу йорто Татар дәүләт гуманитар-педагогия университеты

Зәйнәшева Гөлшат Хисам ҡыҙы (13 ғинуар 1928 йыл — 1 апрель 2005 йыл) — татар шағиры, драматург. 1969 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1988) һәм Ғ. Туҡай исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1991).

Гөлшат Хисам ҡыҙы Зәйнәшева Иҫке Келәнсе (хәҙерге Татарстан Республикаһы Туҡай районы) ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһы Архангельскиға һөргөнгә һөрөлә, ә Гөлшат башҡа ғаиләгә тәрбиәгә бирелә. Уның бала саҡ йылдары Тәкермән, Күҙәмбәт ауылдарында үтә.

Гөлшат Зәйнәшева Минзәлә педагогия училищеһын тамамлай, унан һуң Ҡазан дәүләт педагогия институтының татар теле һәм әҙәбиәте бүлегенә уҡырға инә. Институтҡа инеп китеүгә уның ғаилә хәле ҡамасаулай, әммә дуҫтары ярҙамында хыялы тормошҡа аша.

1949 йылда Гөлшат Зәйнәшева радиокомитетҡа әҙәби тапшырыуҙар редакторы булып эшкә алына. 1952—1963 йылдарҙа ул Татар китап нәшриәтендә әҙәби мөхәррир булып эшләй, һуңынан — татар радиоһының музыкаль тапшырыуҙар мөхәррире, Татарстан яҙыусылар союзының Ғ. Туҡай исемендәге клуб директоры була. 1973—1983 йылдарҙа ул ҡабаттан Татар китап нәшриәте менән тормошон бәйләй һәм күп йылдар дауамында ошонда эшләй.

1959-се йылдарҙың аҙағында тәүге тапҡыр Г. Зәйнәшеваның «Минең замандаштар», «Йыр менән йәшәү!», «Сәскәләр иле» шиғри йыйынтыҡтары донъя күрә. Шғриәтенең төп темаһы — мөхәббәт лирикаһы. Уның менән Александр Ключарев, Рөстәм Яхин, Сара Садыҡова һәм башҡа жанр оҫталары хеҙмәттәшлек итәләр. Г. Зәйнәшеваның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар татар мәҙәниәтенең алтын фондына ингән. Бик күп шиғырҙары уның тыуған яҡтарына арналған — Тәкермән ауылына һәм Минзәлә ҡалаһына.

Гөлшат Зәйнәшева ижады шулай уҡ татар драматургияһы менән тығыҙ бәйләнгән. Уның пьесалары 1960-сы йылдарҙа уҡ минзәлә драма тетарында ҡуйыла. Уның пьесалары буйынса спектаклдәр («Һинең өсөн йән йәл түгел» һәм «Ғәйфи бабай, өйлән давай») К. Тинчурин исемендәге татар дәүләт драма һәм комедия театры сәхнәһендә ҙур уңыш менән бара. Шулай уҡ ул Татарстан иң боронғо театрҙарының береһе — «Әкиәт» татар дәүләт ҡурсаҡ театры өсөн дә пьесалар яҙа.

1969 йылдан — Татарстан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Гөлшат Зәйнәшева һүҙҙәренә яҙылған күп кенә йырҙар («Үҙең аңла», «Туй йыры», «Тыуған көн йыры», «Күл буйына килһәң ине», «Йәш ғүмер», «Китмә, һандуғас», «Гөлдәр иле», «Керҙем ҡарурмандарға», «Айырылмағыҙ» һәм башҡалар) башҡорт йырсылары репертуарына ингән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1988)
  • Татарстандың Ғабдулла Туҡай исемендәге Дәүләт премияһы (1991 йыл, «Илле йыр» китабы өсөн).

Г. Зәйнәшева шиғырҙарына яҙылған киң билдәле йырҙар:

  • «Тәкермән»
  • «Йәйге урман»
  • «Сәйәхәтсе йыры»
  • «Минзәлә юлдары»
  • «Ҡайтырмын мин тыуған яҡтарыма»
  • «Ай кеүек һин»
  • «Йәш ғүмер»
  • «Бөтә нәмә һине хәтерләтә»
  • «Урмандарҙа йөрөнөм»
  • «Тыуған ауылым урамдары»

Гөлшат Зәйнәшева пьесалары буйынса спектакдәр:

  • «Бәхет ҡошом»
  • «Рамай»
  • «Ғәйфи бабай, өйлән давай»
  • «Яҙмыштар һәм яңылыштар»