Эстәлеккә күсергә

Зәнгәзир милли паркы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Академик Хәсән Әлиев исемендәге Зәнгәзир милли паркы
әзерб. Akademik Həsən Əliyev adına Zəngəzur Milli Parkı
Вид на гору Гемигая („корабль-гора“) на территории парка
Вид на гору Гемигая („корабль-гора“) на территории парка
Категория МСОПII (Милли парк)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны42,797 га (427.97 км²) 
Нигеҙләнгән ваҡыты[[200316 июнь йыл]] 
Идара итеүсе ойошмаӘзербайжандың экология һәм тәбиғәт ресурстары министерствоһы 
Урынлашыуы
39°09′44″ с. ш. 45°55′47″ в. д.HGЯO
Яҡындағы ҡалаОрдубад 
Әзербайжан
Точка
Академик Хәсән Әлиев исемендәге Зәнгәзир милли паркы
 Зәнгәзир милли паркы Викимилектә

Академик Хәсән Әлиев исемендәге Зәнгәзир милли паркы Хәсән Әлиев (әзерб. Akademik Həsən Əliyev adına Zəngəzur Milli Parkı) — Әзербайжандағы ҡурсаулыҡ. 2003 йылда Нахичеван Автономиялы Республикаһының Ордубад районы биләмәһендә булдырылған. Парктың дөйөм майҙаны 42,797 гектар (427.97 км²). 2009 йылдың 25 ноябренә тиклем академик Хәсән Әлиев исемендәге Ордубад милли паркы исемен йөрөтә. Әзербайжан Республикаһының Президенты ҡарары (№606) менән исеме «Зәнгәзир»гә алмаштырыла. Зәнгәзир — бер өлөшө парк биләмәһенә тура килгән тау һырты исеме. [1].

Паркты булдырыу маҡсаты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зәнгәзир милли паркы тау һарығы — муфлон, безоар кәзәһе, леопард, һоро айыу, кавказ ҡоро, буйлы гиеналарҙы тергеҙеү һәм һаҡлау маҡсатында булдырылған. Бөтә был йәнлектәр Әзербайжан Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Зәнгәзир милли паркының төп бурысы — хас булған климат, рельеф һәм башҡа физик-географик үҙенсәлектәрен һаҡлау, ҡоштарҙы, йәнлектәрҙе, бөжәктәрҙе, үҫемлектәрҙе һаҡлау һәм үрсетеү, тәбиғәтте һаҡлау буйынса мәғрифәтселек һәм экотуризмды үҫтереү. Әзербайжан Ҡыҙыл китабына индерелгәндәрҙән 35 төр умыртаҡалылар, 20 төр бөжәк, 39 төр үҫемлек милли парк биләмәһендә көн күрә. Юғала барғандарына азия леопарды, бөркөт, аҡ ҡойроҡло диңгеҙ бөркөтө инә.

Зәнгәзир милли паркы бай биологик төрлөлөккә эйә. Әзербайжан Ҡыҙыл китабына индерелгән йәнлек, бөжәк һәм үҫемлектәрҙең 58 (35 умыртҡалы һәм 20 бөжәк) йәнлек төрө һәм 39 үҫемлек төрө парк биләмәһендә тереклек итә.Бик һирәк һәм юғалып барған фауна төрҙәренән азиат леопардын, тау һарығы - муфлонды, безоар кәзәһен, аҡ ҡойроҡло диңгеҙ бөркөтөн, бөркөттө һәм дрофуны атарға була.

  • Әзербайжан милли парктары исемлеге
  • Әзербайжан Ҡыҙыл китабы
  1. Zangazur National Park named after Academician Hasan Aliyev (ингл.). Әзербайжандың экология һәм тәбиғәт ресурстары министерствоһы рәсми сайты.. 2011 йыл 26 июль архивланған.

    Zangazur range of mountains reaching 3200 meters on average is the highest range of the Lesser Caucasus. The highest peak of the range making 3906 meters is located in the National Park. The last third part of the Zangazur range is Soyug Dagh (Cold Mountain) which also belongs to the National Park’s area.