Ибраһимов Азат Әхмәт улы
Ибраһимов Азат Әхмәт улы | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 13 июль 1959 (64 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Эшмәкәрлек төрө | дәүләт хеҙмәткәре[d] |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ибраһимов Азат Әхмәт улы (13 июль 1959 йыл) — дәүләт хеҙмәткәре, хужалыҡ эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһы генераль директоры (2009—2012), Башҡортостан Республикаһының Китап палатаһы директоры (2012—2014), Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры (2014—2019).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Азат Әхмәт улы Ибраһимов 1959 йылдың 13 июлендә Өфө ҡалаһында тыуған;
Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған;
1996—1997 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары министры ярҙамсыһы;
1997—2009 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте аппаратында баш белгес, матбуғат һәм телевединие һорауҙары буйынса куратор;
2009—2012 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһы генераль директоры;
2012—2014 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Китап палатаһы директоры;
2014—2019 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры.
Наградалары һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса күрһәткән ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (2003)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Азат Ибрагимов, директор Национальной библиотеки имени Ахмет-Заки Валиди:«Я знаю людей, которым электронные книги уже порядком надоели и они с удовольствием приобретают традиционные книги» 2019 йылдың 16 июль көнөндә архивланған. (рус.)
- Директором Дома дружбы народов Республики Башкортостан назначен Азат Ибрагимов (рус.)