Иванково күле
Иванково күле | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Рязань өлкәһе |
Иванково (Иваново) — күл. Рәсәйҙең Рязань өлкәһендәге күле . Клепиковский күлдәренең араһындағы иң ҙур күлдәрҙең береһе. Күлдең майҙаны — 652 гектар.
Физик-географик ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күл карста барлыҡҡа килгән. Пра йылғаһының ағар күле. Уның оҙонлоғо — 4 километр, киңлеге — 2,5 километр.
Күлдең төньяҡ, төньяҡ-көнсығыш һәм көнбайыш ярҙары һаҙлыҡлы, көньяҡ-көнсығыш, көньяҡ-көнбайыш һәм төньяҡ-көнбайыш ярҙары — ҡомло.
1974 йылдың 30 декабрендәге Рязань өлкәһе башҡарма комитетының № 366 «Һыу объекттарын тәбиғәт ҡомартҡыһы тип таныу тураһында» ҡарарына ярашлы күл тәбиғәт ҡомартҡыһы тип таныла. Бында төп һаҡланыусы төрҙәр: оло подорлик (ҡарағош), кәлмәргән, үлән тәлмәрйене, һыу көтөүсеһе, оло веретенник, һаҙ өкөһө, күк аҡсарлаҡ һәм башҡалар[2]. Күл халыҡ-ара әһәмиәтендәге һыубаҫар йылға-һаҙ исемлегенә индерелгән «Пойменные участки рек Пра и Ока» биләмәһендә һәм «Мещера» милли паркында урынлашҡан.
Күлдең көнбайыш ярында Макарово ауылы, көнсығышында Фролово ауылы урынлашҡан.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Иваново Күл. 2018 йыл 3 март архивланған.