Эстәлеккә күсергә

Бодюл Иван Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Иван Бодюл битенән йүнәлтелде)
Иван Иванович Бодюл
Иван Иванович Бодюл
Флаг
Флаг
СССР Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары
19 декабрь 1980 — 30 май 1985
Хөкүмәт башлығы: Николай Александрович Тихонов
Флаг
Флаг
Молдавия
Коммунистар партияһы
Үҙәк Комитетының
беренсе секретары
29 май 1961 — 22 декабрь 1980
Алдан килеүсе: Зиновий Тимофеевич Сердюк
Дауамсы: Семён Кузьмич Гроссу
 
Тыуған: 21 декабрь 1917 (3 ғинуар 1918)({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})
Украина Халыҡ Республикаһы, Херсон губернаһының Елисаветград өйәҙе Александровка ауылы
Үлгән: 27 ғинуар 2013({{padleft:2013|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (95 йәш)
Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән: Троекуров зыяраты[d]
Партия: ВКП(б) (1940 йылдан)
Белеме: Вознесенск аграр техникумы
Хәрби-ветеринар академияһы
КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы
Юғары партия мәктәбе
Ғилми дәрәжәһе: философия фәндәре докторы
Профессияһы: агроном, ветеринар
 
Наградалары:
Орден Республики
Ленин ордены Ленин ордены Ленин ордены Ленин ордены
1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Бодюл Иван Иванович (молд. Ivan Bodiul; 21 декабрь 1917 [3 ғинуар 1918] — 27 ғинуар 2013) — молдаван совет дәүләт эшмәкәре, 1961-1980 йылдарҙа — Молдавия Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретары.

РККА-ның Хәрби-ветеринар академияһын (1942) һәм КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбен (1958) тамамлаған. Философия фәндәре докторы.

Ива́н Ива́нович Бо́дюл 1918 йылдың 3 ғинуарында (иҫке стиь буйынса 1917 йылдың 21 декабрендә) ул ваҡыыттағы Украина Халыҡ Республикаһы Херсон губернаһының Елисаветград өйәҙе (хәҙер Украинаның Николаев өлкәһе Вознесенск районы) Александровка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1937 йылда Вознесенск аграр техникумын тамамлағандан һуң колхозда өлкән агроном булып эшләй. 1938—1942 йылдарҙа — Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының Мәскәүҙәге Хәрби-ветеринар академияһы тыңлаусыһы (русса слушатель Военно-ветеринарной академии РККА). Бында 1940 йылда ВКП(б)-ға инә.

Академияны тамамлағандан һуң регуляр армия сафтарында төрлө хәрби вазифаларҙа дошманға ҡаршы һуғыша: 59-сы гвардия уҡсылар дивизияһының 127-се гвардия артиллерия полкының ветеринария хеҙмәте начальнигы (1942—1944), 10-сы гвардия уҡсылар корпусы 59-сы гвардия уҡсылар дивизияһының ветеринария хеҙмәте начальнигы (1944—1945), 40-сы армияның 10-сы гвардия уҡсылар корпусының ветеринария хеҙмәте начальнигы (1945—1946).

Демобилизацияланғандан һуң, этник молдаван булараҡ, Молдавия ССР-ына партия һәм хужалыҡ эшенә ебәрелә:

  • 1946—1948 — Молдавия ССР-ы Министрҙар Советының ауыл хужалығы төркөмө етәксеһенең өлкән ярҙамсыһы.
  • 1948—1951 — Молдавия ССР-ы Хөкүмәте ҡарамағындағы Колхозда эше буйынса совет контролёры.
  • 1951—1952 — Молдавия КП(б)-һы Кишинёв район комитетының 1-се секретары.
  • 1952—1954 — Молдавия республика Агроном йорто директоры.
  • 1954—1956 — Молдавия Компартияһы Волонтир район комитетының 1-се секретары.
  • 1956 — Молдавия Компартияһы Оланешты район комитетының 1-се секретары.

1956 йылда Мәскәүгә күсерелә:

  • 1956—1958 — КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбе тыңлаусыһы.
  • 1958—1959 — КПСС Үҙәк Комитетының Ойоштороу-партия бүлеге инструкторы.

1959 йылда Молдавияға кире ҡайта: 1959—1961 йылдарҙа — Молдавия ССР-ы Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының икенсе, 1961 йылдың майынан 1980 йылдың декабренә тиклем — 1-се секретары. 1980—1985 йылдарҙа — СССР Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары.

1961—1986 йылдарҙа — КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы; СССР Юғары Советының 6—11 саҡырылыш (1962-1989) Союз Советының Молдавия ССР-ынан депутаты[1][2][3][4][5][6].

1985 йылдың майында пенсияға сыға, Мәскәүҙә һәм Мәскәү янындағы дачаһында йәшәй. 2013 йылдың 27 ғинуарында вафат була[7].

Эшмәкәрлеген баһалау

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Карьераһының тиҙ үҫеүен һәм Бодюлдың «батмаусанлығын» уның 1950—1952 йылдарҙа Молдавия КП(б)-һы Үҙәк Комитетының 1-се секретары булған Л. И. Брежнев менән бәйләйҙәр. Имеш-мимеш хәбәрҙәр буйынса[8][9] (Бодюл үҙе быны кире ҡаға[9]) Бодюл, Брежневтан ауырға ҡалған ҡатынға өйләнеп, Брежневҡа ныҡ ярҙам иткән.

Молдавияла сәнәғәттең, тәү сиратта аграр республика өсөн бөтөнләй яңы булған машиналар һәм приборҙар эшләү, электроника кеүек тармаҡтарҙың үҫеүе Бодюлдың хеҙмәте тип баһалана. Ул етәкләгән осорҙа Молдавияла Европалағы иң ҙур емеш-еләк баҡсалары, механизацияланған малсылыҡ комплекстары, барлыҡ райондарҙа ла консрва заводтары булдырыла[10].

Кишинёвта нәшер ителгән «Тимпул» гәзите директоры Константин Тэнасе фекеренсә, Бодюл «региональ масштабтағы диктатор була»: ул эшләгән ваҡытта волюнтаризм һәм ҙур масштаблы арттырып яҙыуҙар сәскә ата, ә милләтселеккә ҡаршы көрәш һылтауы менән руслаштырыу сәйәсәте һәм милли үҙаңды ҡыҫырыҡлау алып барыла; белгестәрҙе СССР-ҙың башҡа республикаларынан (тәү сиратта — РСФСР-ҙан) саҡырыу һөҙөмтәһендә халыҡтың этник структураһы үҙгәрә[11].

Молдавия менән етәкселек иткән осорҙа Бодюл гигант агросәнәғәт комплекстары һәм колхоз-ара баҡсалары менән бөтөн илгә билдәлелек ала; КПСС Үҙәк Комитетының баҫымы аҫтында башҡа республикалар ҙа «Молдавия тәжриәбәһе»н үҙҙәрендә индерә башлай. Был кампания барышындағы өҫтәп яҙыуҙар (приписки) хаҡында журналист Капитолина Кожевникова «Литературная газета»ла яҙып сыға, һәм мәҡәлә киң яңғыраш ала[12][13].

Мәскәүгә күсеп китергә мәжбүр булған яҙыусы Ион Друцэға, тыуған төйәгенә ҡайтҡан осраҡта, Бодюл беренсе фонарь бағанаһына аҫыу менән янай. Ул ваҡыттарҙы иҫкә төшөрөп, Друцэ Молдавияла мәҙәниәт үҫешенең ысынлап та булыуын, әммә ул Бодюл ярҙамында түгел, киреһенсә, уның теләгенә ҡаршы тормошҡа ашыуын билдәләй.[14]

Молдавия Компартияһы Үҙәк Комитеты бинаһының проект авторҙарының береһе булған Г. Борисенко хәтерләүенсә[15], Бодюл үҙе төҙөлөш барышына ныҡлап ҡыҫылған: тик уның шәхсән теләге буйынса сантехника һәм ултырыштар залындағы креслоларҙың тышлыҡ материалы Брежнев яратҡан зәңгәр төҫтән һайлана; уның күрһәтмәһе менән башланған төҙөлөш 33 метрға квартал эсенә табан күсерелә, бының өсөн нигеҙҙе яңынан һалырға тура килә.

2003 йылда Бодюлдың Молдавияның иң юғары — «Республика ордены» менән бүләкләнеүе лә бер төрлө генә ҡабул ителмәй. Ил Президенты Владимир Воронин награда тапшырғанда «1960—1980 йылдар осоронда республика үҫешенә мөһим әһәмиәт бирҙе»[16] тип билдәләһә лә, был орденға алдараҡ лайыҡ булған һигеҙ молдован яҙыусыһы (Николае Дабижа, Думитру Матковски, Михай Чимпой һәм башҡалар) үҙ наградаларынан баш тартыуҙары хаҡында белдерә. Улар быны, «элекке совет тоталитар һәм баҫҡынсыл (оккупацион) режимын аҡлау һәм рәсми таныу»ға ҡаршы булыуҙары менән аңлата[14]. Молдавияның Яҙыусылар союзы иһә Бодюлдың эшмәкәрлеген бар йүнәлештәрен — республика экологияһына етди зыяндан алып румын теленең статусын түбәнәйтеүгә тиклем — ҡырҡа тәнҡитләгән резолюция ҡабул итә[17].

  • Дүрт Ленин ордены (шул иҫәптән 2 ғинуар 1968, 2 ғинуар 1978)
  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (11 март 1985)
  • Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (26 июнь 1943; 14 сентябрь 1945)[18]
  • «Почёт Билдәһе» ордены
  • Республика ордены (Молдавия, 2003) — «за продолжительный и плодотворный труд в высших органах государственной власти, за значительный вклад в развитие Республики Молдова и в связи с 85-летием».[12]
  1. Список депутатов Верховного Совета СССР 6 созыва
  2. Список депутатов Верховного Совета СССР 7 созыва
  3. Список депутатов Верховного Совета СССР 8 созыва
  4. Книга:Депутаты Верховного Совета СССР 9 созыва
  5. Список депутатов Верховного Совета СССР 10 созыва
  6. Список депутатов Верховного Совета СССР 11 созыва
  7. Умер Иван Иванович Бодюл. Информационно-политический портал AVA.MD (27 ғинуар 2013). Дата обращения: 27 ғинуар 2013. Архивировано 3 февраль 2013 года.
  8. Олимпийцы (воспоминания бывшего председателя КГБ СССР Владимира Семичастного)
  9. 9,0 9,1 Новый фильм о Генсеке снимается по публикации в «Комсомолке» // «Комсомольская правда». — 16 сентября 2004
  10. В Москве скончался бывший первый секретарь ЦК Компартии Молдавии И. Бодюл. - Новости дня - РосБизнесКонсалтинг. Дата обращения: 28 ғинуар 2013. Архивировано 3 февраль 2013 года. 2016 йыл 5 март архивланған.
  11. К. Тэнасе. Стервятники // Moldova azi. — 13 января 2003
  12. 12,0 12,1 Бывший первый секретарь ЦК КПМ Иван Бодюл награждён «Ordinul Republicii». «Обзор прессы» 20.01.03. ИА «Ольвия-пресс» со ссылкой на Moldova azi (3 ғинуар 2003). Дата обращения: 26 сентябрь 2012. Архивировано 25 октябрь 2012 года. 2016 йыл 25 март архивланған.
  13. Капитолина Кожевникова. Бесценный багаж. Дата обращения: 26 сентябрь 2012. Архивировано 21 ноябрь 2012 года. 2016 йыл 4 март архивланған. // «Вестник». — 16 января 2001
  14. 14,0 14,1 Бунт литераторов // «Время новостей». — 31 января 2003
  15. Глазова Т. Здание ЦК строили на века // «Экономическое обозрение». — 17 августа 2001
  16. Глава государства вручил Ивану Бодюлу «Орден республики» // «Независимая Молдова». — 28 марта 2003
  17. Declaraţia Consiliul Uniunii Scriitorilor din Moldova // Contrafort. — 1 (99), ianuarie 2003.  (рум.)
  18. Бүләкләнеүсенең учёт карточкаһынан мәғлүмәт «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында