Федотов Иван Дмитриевич
Иван Федотов | ||||||||||||||||||
Файл:Ivan Vedotov.jpg | ||||||||||||||||||
Позиция |
Ҡапҡасы | |||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Буйы |
198 см | |||||||||||||||||
Ауырлығы |
87 кг | |||||||||||||||||
Ҡулсыр |
һул | |||||||||||||||||
Гражданлығы | ||||||||||||||||||
Тыуған көнө |
28 ноябрь 1996 (27 йәш)
| |||||||||||||||||
МХЛ драфты |
2015 йылда 7-се раундта дөйөм 188-се һан аҫтында «Филадельфия Флайерз» клубы менән һайлана | |||||||||||||||||
Хоккейсы карьераһы | ||||||||||||||||||
|
Федотов Иван Дмитриевич (28 ноябрь 1996 йыл, Санкт-Петербург) — Рәсәй хоккейсыһы, Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһаған Силәбенең «Трактор» хоккей командаһы ҡапҡасыһы.
Карьера
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иван Федотов Санкт-Петербургта тыуа һәм шундағы СКА спорт мәктәбенә бара. 2009 йылда тәүге турнирҙа ҡатнаша. 2012/2013 йылдар миҙгелен ул Мәскәү өлкәһенең Электросталь ҡалаһындағы «Кристалл» хоккей клубында уҙғара.
Түбәнге Камала карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2013 йылдың май айында КХЛ драфтында Иван Федотовты 5-се раундта дөйөм 156-сы һан аҫтында «Нефтехимик» хоккей клубы һайлай. Ошонан һуң уның профессиональ карьераһы башлана. 8 сентябрҙә ул ЙХЛ чемпионатында «Нефтехимик» командаһының йәштәр составында — «Реактор» командаһы өсөн тәүге осрашыуын уҙғара, «Реактор» «Кузнецкие Медведи» хоккей клубын буллиттар серияһында 4:3 иҫәбе менән ота. 2013/2014 йылдар даими миҙгелендә ул 24 уйын үткәрә (етәүһен еңә). Плей-оффта Иван бер осрашыуҙа ла ҡатнашмай.
2014/2015 йылдар миҙгелендә Иван Континенталь хоккей лигаһында тәүге осрашыуын уҙғара. 12 декабрҙә Новосибирскта урындағы «Себер» менән уйында (2:7 — «Нефтехимик» еңелә) ул өсөнсө периодты тулыһынса уйнай һәм ике шайба үткәрә. Башҡа ул «Нефтехимик» өсөн бер осрашыу ҙа үткәрмәй. ЙХЛ чемпионатының даими миҙгелендә 41 уйын үткәрә, егерме береһен еңә һәм 6 тапҡыр ҡапҡаһын «ҡоро» ҡалдыра. Ноябрь айында ул лиганың иң яҡшы ҡапҡасыһы тип таныла. Харламов кубогы плей-офф уйындарында ул «Реактор» командаһы уҙғарған 10 уйынды башынан аҙағына тиклем уҙғара. Шуларҙың алтауһында команда еңә. «Реактор» конференция ярымфиналына етә һәм шунда «Белые Медведи» командаһына еңелә.
2015/2016 йылдар миҙгелендә КХЛ чемпионатында ул «Нефтехимик» уйынға составына 10 тапҡыр керә, әммә боҙҙа бер минут та үткәрмәй. ЙХЛ чемпионатында 29 уйын үткәрә (18 еңеү уның иҫәбендә). Харламов кубогының тәүге раундында «Реактор» «Чайка» командаһына серияла 2-3 иҫәбе менән отола, ә Иван Федотов биш уйындың икәүһен еңә.
«Салауат Юлаев»
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2016 йылдың 4 май көнөндә Федотов ҡатнашлығында «Салауат Юлаев» һәм «Нефтехимик» командалары араһында алмашыу була. Рафаэл Хәкимов менән Кирилл Кабанов Түбәнге Камаға йүнәләләр, ә Өфөгә Федотов күсә[1]. Әммә был миҙгелдә Иван «Салауат Юлаев» өсөн бер осрашыу ҙа үткәрмәй. ЮХЛ-да «Торос» өсөн тәүге уйынын 2016 йылдың 17 ноябрендә үткәрә һәм еңеү яулай. Нефтекама клубы даими чемпионатты 5-се урында тамамлай һәм Братина кубогының беренсе раундында еңелеп ҡала. Бөтәһе шул йылда ул 8 осрашыу үткәрә һәм бишәүһен еңә.
2017/2018 йылдар миҙгелендә Иван «Салауат Юлаев» өсөн 1 уйында ғына ҡатнаша — 4 октябрҙә ул СКА хоккей клубына ҡаршы уйында Бен Скривенсты алмаштыра һәм 22 һуғыуҙы кире ҡаға. Юғары хоккей лигаһында «Торос» менән Петров кубогының сирекфиналына тиклем етә, барыһы 26 уйынды үткәрә һәм 8 еңеү яулай. 2018 йылдың 30 апрелендә Иван Федотов «Салауат Юлаев» менән ике йылға тәғәйенләнгән ике яҡлы яңы контракт төҙөй[2]. 2019 йылдың 6 ғинуарында «Амур» хоккей клубына ҡаршы осрашыуҙа Иван тәүге тапҡыр КХЛ-да уйынды боҙҙа тәүге минуттан башлай, бер гол ғына үткәрә һәм лигала тәүге еңеүен яулай[3]. КХЛ-дың был миҙгелендә ул өс уйында ғына ҡатнаша, башҡа ваҡытта ул ЮХЛ-да «Торос» өсөн сығыш яһай һәм команда менән бергә Петров кубогының ярымфиналына тиклем барып етә.
«Трактор»
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2019 йылдың 6 май көнөндә «Салауат Юлаев» Иван Федотовты һаҡсы Сергей Терещенко менән Силәбенән «Трактор» хоккей клубына һаҡсы Никита Жульдиковҡа алмаштыра[4]. 21 августа Иван «Трактор» менән 2021 йылға тиклем контракт төҙөй[5].
Статистика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Легенда | |||||
---|---|---|---|---|---|
У | Уҙғарған уйындар һаны | Мин | Уҙғарған минуттар һаны | ҮШ | Үткәргән шайбалар |
Е | Еңеүҙәр | О | Төп ваҡытта отолоуҙар | Т/ӨВО | Тигеҙ иҫәп/Өҫтәмә ваҡытта отолоуҙар |
ЫК | Ышаныслыҡ коэффициенты | %КҠШ | Кире ҡағылған шайбалар | «0» | «Ҡоро уйындар» |
- | Статистика билдәле түгел | — | Статистика һаналмаған | Һ | Ҡапҡалар буйынса һуғыуҙар |
- Һуңғы яңыртыу: 30 июль 2019 йыл
Иҫкәрмәләр: У — уйындар һаны, Е — еңеүҙәр, О — отолоуҙар, Т/БС — тигеҙ иҫәп менән буллиттар серияһы булған уйындар, Мин — боҙҙа үткәргән минуттар һаны, ҮШ — үткәргән шайбалар, У"0" — ҡоро уйындар һаны, ЫК — ышаныслыҡ коэффициенты, %КҠШ — кире ҡағылған шайбалар проценты
Даими миҙгел | Плей-офф | ||||||||||||||||||||
Миҙгел | Команда | Лига | У | Е | О | Т/БС | Мин | ҮШ | У"0" | ЫК | %КҠШ | У | Е | О | Мин | ҮШ | У"0" | ЫК | %КҠШ | ||
2013/14 | Реактор | ЙХЛ | 24 | 7 | 11 | 1 | 1272 | 70 | 0 | 3.30 | 86.6 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | — | — | ||
2014/15 | Реактор | ЙХЛ | 41 | 21 | 10 | 7 | 2305 | 75 | 6 | 1.95 | 91.1 | 10 | 6 | 4 | 578 | 29 | 0 | 3.01 | 89.4 | ||
2014/15 | Нефтехимик | КХЛ | 1 | 0 | 0 | 0 | 20 | 2 | 0 | 6.00 | 80.0 | — | — | — | — | — | — | — | — | ||
2015/16 | Реактор | ЙХЛ | 29 | 18 | 5 | 4 | 1646 | 61 | 5 | 2.22 | 91.0 | 5 | 2 | 2 | 326 | 10 | 0 | 1.84 | 91.6 | ||
2016/17 | Торос | ЮХЛ | 7 | 5 | 2 | 0 | 418 | 12 | 0 | 1.72 | 93.1 | 1 | 0 | 0 | 21 | 2 | 0 | 5.47 | 86.7 | ||
2017/18 | Салауат Юлаев | КХЛ | 1 | 0 | 0 | 0 | 33 | 2 | 0 | 3.61 | 91.7 | — | — | — | — | — | — | — | — | ||
2017/18 | Торос | ЮХЛ | 25 | 8 | 7 | 4 | 1238 | 52 | 2 | 2.52 | 89.9 | 1 | 0 | 0 | 5 | 0 | 0 | 0 | 100 | ||
2018/19 | Салауат Юлаев | КХЛ | 3 | 2 | 0 | 0 | 173 | 6 | 0 | 2.08 | 93.3 | — | — | — | — | — | — | — | — | ||
2018/19 | Торос | ЮХЛ | 26 | 14 | 5 | 5 | 1512 | 42 | 3 | 1.67 | 92.9 | 1 | 0 | 0 | 40 | 2 | 0 | 3 | 80 | ||
2019/20 | Трактор | КХЛ | |||||||||||||||||||
Бөтәһе ЙХЛ-да | 94 | 46 | 26 | 12 | 5224 | 206 | 11 | 2.37 | 89.9 | 15 | 8 | 6 | 904 | 39 | 0 | 2.59 | 90.1 | ||||
Бөтәһе ЮХЛ-да | 58 | 27 | 14 | 9 | 3169 | 106 | 5 | 2.01 | 91.7 | 3 | 0 | 0 | 67 | 4 | 0 | 3.57 | 86.2 | ||||
Бөтәһе КХЛ-да | 5 | 2 | 0 | 0 | 226 | 10 | 0 | 2.65 | 91.9 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | — | — |
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иван Федотов — Eliteprospects.com сайтында статистикаһы (инг.)
- Иван Федотов — The Internet Hockey Database сайтында статистика (инг.)
- КХЛ сайтында профиле (рус.)
- Иван Федотов профиле ЙХЛ сайтында
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Нефтехимик» пополнили три хоккеиста 2021 йыл 18 апрель архивланған.
- ↑ Федотов продлил контракт с «Салаватом Юлаевым»
- ↑ Вратарь «Салавата» Федотов впервые вышел в старте в КХЛ и отразил 33 броска из 34 в игре с «Амуром»
- ↑ Иван Федотов Силәбегә күсә
- ↑ «Трактор» перезаключил контракты с четырьмя хоккеистами
- 28 ноябрҙә тыуғандар
- 1996 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Санкт-Петербургта тыуғандар
- Алфавит буйынса спортсылар
- Алфавит буйынса хоккейсылар
- КХЛ хоккейсылары
- Салауат Юлаев командаһының уйынсылары
- Рәсәй хоккейсылары
- ЙХЛ хоккейсылары
- Рәсәй хоккей ҡапҡасылары
- Хоккей ҡапҡасылары
- Нефтехимик командаһының уйынсылары
- «Трактор» хоккейсылары
- Реактор командаһының уйынсылары
- «Филадельфия Флайерз» менән драфтланғандар