Эстәлеккә күсергә

Иероглиф

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иероглиф
Рәсем
Производная работа Иератическое письмо[d]
 Иероглиф Викимилектә
Мысыр иероглифтары

Иероглиф (бор. грек. ἱερογλύφος) — ҡайһы бер яҙыу системаларында яҙыу билдәһенең атамаһы. Иероглифтар айырым өндәрҙе һәм ижектәрҙе лә (алфавитлы һәм силлабик яҙыу элементтары), морфемаларҙы, тотош һүҙҙәрҙе һәм төшөнсәләрҙе лә (идеограммалар) белдерә ала.

Грек телендәге «иероглиф» һүҙен борон Климент Александрийский (II—III быуаттар) ҡулланған. Ул ташҡа соҡоп яҙылған яҙмаларҙы ἱερογλυφικὰ γράμματα (иероглифика граммата) тип атаған. ἱερογλυφικά һүҙе ике өлөштән тора: ἱερός (иерос) — «изге» һәм γλύφω (глифо) — «ырам», «юнам». Шулай итеп, ἱερογλυφικὰ γράμματα «изге итеп юнылған яҙмалар» тип тәржемә ителә.

(«яҡшы») тигән ҡытай иероглифының яҙылышы

Тәүҙә «иероглиф» термины боронғо мысыр яҙмаһына ҡарата ҡулланылған. Хәҙер ул шулай уҡ ҡытай яҙыуы, япон телендәге кандзи һәм кокудзи билдәләре, корей телендәге ханча билдәләре һәм тангут яҙмаһы билдәләре өсөн дә ҡулланыла. Һуңғыларының иероглифик системалары ҡытай иероглифик яҙыуынан килеп сыҡҡан. Идеограммалар комбинацияһын хасил иткән ҡатнаш иероглифтар ҡулланыу ҡытай иероглификаһының үҙенсәлеге булып тора.

Егерменсе быуат уртаһында көнбайыш телдәр өсөн иероглифик яҙмаға оҡшаш яҙыу системаһын эшләргә тырышып ҡарайҙар. Ошо системаның авторы Чарльз К. Блисс фекеренсә, был сара донъяның бөтә халыҡтарына яҙма аралашыу мөмкинлеген бирергә тейеш була.