Изге Анна ҡәлғәһе
Изге Анна ҡәлғәһе | |
Нигеҙләү датаһы | 1731 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Старочеркасская станицаһы |
Изге Анна ҡәлғәһе (Анна ҡәлғәһе) — Ростов өлкәһенең Старочеркасская станицаһы янындағы фортификация ҡоролмаһы. Старочеркасск музей-ҡурсаулығының филиалы булып тора. Рәсәй хәрби-оборона төҙөлөшөнөң XVIII быуат ҡомартҡыһы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Изге Анна ҡәлғәһе 1731 йылда Рәсәй императрицаһы Анна Иоановна бойороғо буйынса төҙөлгән. Ҡәлғә төҙөү буйынса эргәлә урынлашҡан Васильевский ҡурғандары тупрағы ҡулланыла.
Үҙ ваҡытында ҡәлғә рус ғәскәрҙәренең Төркиә менән һуғышы йылдарында (1735–1739) форпост булып хеҙмәт итә. Ҡәлғә гарнизоны Рәсәйҙең көньяҡ сиктәрен күҙәтә һәм казак ғәскәрҙәрен контролдә тота[1].
Ваҡыт үтеү менән Изге Анна ҡәлғәһенең форпост роле ҡеүәтле һәм нығытылған Дмитрий Ростовский ҡәлғәһенән ҡалыша. Дмитрий Ростовский ҡәлғәһенән Дондағы Ростов ҡалаһы башлана.
Атаман Платов ваҡытында ҡәлғә менән йәнәш Черкасск йәрминкәһе асыла. XIX быуаттың 30-сы йылдарында казактарҙы махау сиренән дауалау өсөн ике өй төҙөлә.
Ҡылыҡһырламалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Изге Анна ҡәлғәһе мөйөштәрендә алты форт менән алты мөйөшлө фортификация ҡоролмаһынан ғибәрәт. Алтымөйөштөң яҡтары һәр яғы 360 метр оҙонлоҡта. Ҡәлғә 50,2 гектар майҙанды биләй. Ҡәлғә валдарының периметры әйләнәһе 2 км тиерлек тәшкил итә. Кәртәләнгән ҡәлғә биләмәһендә ағастан Покровский сиркәүе, дары мөгәрәптәре, комендант йорто, слобода төҙөлгән. XIX быуатта бөтә ҡаралтылар һүтеп алына. Элекке ҡәлғә биләмәләрен Старочеркасская станицаһы халҡының баҡсалары биләй.
Ҡәлғә XVIII быуатта Рәсәйҙең көньяҡ оборона форпосты булған "украин" оборона тармағына ҡарай. Рәсәйҙең көньяғындағы оборона ҡоролмалары рус ғәскәрҙәренең алдынғы сиктәрен Ҡырымға яҡыныраҡ ҡуйыу иҫәбе менән төҙөлә. Нығытмаларҙың яңы һыҙыҡтарының төҙөлөшө пехота һәм кавалерия полктарын ҡоролған ҡәлғәләргә даими урынлаштырыу, ғәскәрҙәрҙең системалы әҙерлеген булдырыу менән алып барыла. Улар һан яғынан яйлап артып ваҡыт үтеү менән бөтә яҡтан татар һәм төрөк биләмәләрен уратып ала һәм көньяҡ дошмандарға ҡаршы һаҡланыу һыҙығын төҙөй алыу мөмкинлегенә эйә була.
Ҡәлғәнең етешһеҙлеге булып уның Дон тамағынан һәм Аҙау диңгеҙенән алыҫ ятыуы була. Был уның хәрби әһәмиәтен юҡҡа сығара. Даими яҙғы ташҡындар һәм һаҙлыҡлы урында йәшәү арҡаһында гарнизон һалдаттарының ауырыуы өҫтәмә ауырлыҡтар бирә. Рус-төрөк һуғышын тамамлаусы Төркиә менән белград солох килешеүе буйынса Дон йылғаһынан түбәндә нығытмалар төҙөүгә хоҡуҡ алғандан һуң, Рәсәй хөкүмәте 1760 йылда Анна ҡәлғәһен бөтөрә. Ҡәлғә гарнизоны Изге Дмитирий Ростовский ҡәлғәһенә күсерелә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вид с высоты птичьего полета
- Туризм в Донском крае 2017 йыл 16 апрель архивланған.
- Аннинская крепость 2018 йыл 24 октябрь архивланған.
- Остатки крепости Св. Анны .