Эстәлеккә күсергә

Анна Иоанновна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Анна Иоановна битенән йүнәлтелде)
Анна Иоанновна
Анна Иоанновна
Флаг
Флаг
Рәсәй императрицаһы
15 (26) февраль 1730 — 17 (28) октябрь 1740
Коронация: 28 апрель (9 май) 1730
Алдан килеүсе: Пётр II
Дауамсы: Иван VI
Флаг
Флаг
Курляндия һәм Семигалия герцогиня-консорты
Флаг
Флаг
1698 — 1730
Алдан килеүсе: Елизавета София Бранденбургская
Дауамсы: Иоанна Магдалина Саксен-Веинсенфелская
 
Дине: православие дине
Тыуған: 28 ғинуар (7 февраль) 1693({{padleft:1693|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Мәскәү
Үлгән: 17 (28) октябрь 1740({{padleft:1740|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (47 йәш)
Санкт-Петербург
Ерләнгән: Петропавловск соборы[1]
Династия: Романовтар
Атаһы: Иван V
Әсәһе: Прасковья Фёдоровна
Ире: Фридрих Вильгельм (герцог Курляндский)
 
Автограф:
Монограмма: Монограмма
 
Наградалары:
Изге апостол Андрей Первозванный ордены
Изге апостол Андрей Первозванный ордены
I дәрәжә Изге Екатерина ордены
I дәрәжә Изге Екатерина ордены

А́нна Иоа́нновна (А́нна Ива́новна) — Романовтар династияһынан Рәсәй императрицаһы. Батша Иван V (Петр I ҡустыһы һәм хакимдашы) Прасковья Фёдоровнанан тыуған ҡыҙы.

1710 йылда Курляндия герцогы Фридрих Вильгельмға кейәүгә бирелә; 4 айҙан тол ҡалып, Курляндияла ҡала. Пётр II үлгәндән һуң, 1730 йылда Юғары йәшерен совет уны Рәсәй тәхетенә вәкәлләттәре сикләнгән монарх итеп саҡыра. Әммә ул Юғары советы таратып бөтә власты үҙ ҡулына ала.

Уның хаким иткән йылдары тарихҡа һөйәре (фаворит) Бирон исеменән бироновщина булып кереп ҡала.

Тәхеткә ултырыуына тиклем

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1682 йылдан Рәсәй тәхетендә бер туғандар Пётр I һәм Иван V батшалыҡ итә. 1684 йылда Иван (Иоанн) Прасковья Фёдоровнаға өйләнә, һәм уларҙың 5 ҡыҙы тыуа. Уртансы ҡыҙҙары Анна 1693 йылда тыуа.

1710 йылда Пётр I Балтик буйында Рәсәй йоғонтоһон көсәйтеү өсөн Аннаны Курляндия герцогы Фридрих-Вильгельмға кейәүгә бирә. Никах 31 октябрҙа Петербургта үтә. Бынан һуң яңы өйләнешеүселәр ваҡытын мәжллестәрҙә үткәрә. 1711 йылда үҙ биләмәлеренә ҡайтышлай Фридрих-Вильгельм, мәжллестә саманан артыҡ эсеүҙән вафат була.

Петр I талабы буйынса Анна Латвияның көнсығышындағы Митав ҡалаһында йәшәй. Биләмә менән Рәсәй вәкиле, Аннаның һөйәре П. М. Бестужев-Рюмин идара итә. Анна граф Моричҡа кейәүгә сығырға ризалығын бирә. Шул ваҡыт Аннаның тормошона 28 йәшлек дворян Эрнест-Иоганн Бюрен килеп керә һәм тормошоноң һуңғы көндәренә тиклем ҙур йоғонто яһай.

1730 йылдың 19 ғинуарында Пётр II үлгәс, Юғары йәшерен совет Рәсәйҙең киләсәге тураһында кәңәшләшә башлай. Мәсьәлә еңелдән булмай — Романовтар династияһында ир тоҡомонан вариҫтар ҡалмай.

Ҡатын-ҡыҙ тоҡомонан бер нисә кандидатураны ҡарағас, совет 19 йыл Курляндияла йәшәгән Анна Иоанновнала туҡтала. Аннаның Рәсәйҙә фавориттары һәм партиялары булмағанға күрә, был кандидатураны барыһы ла хуплай. Анна ышанып барыусан, йыуаш булып күренә. Форсаттан файҙаланып, совет Анна менән, ысын власть Юғары йәшерен совет ҡулында, ә монарх тик вәкиллек эшен алып бара, тигән килешеү төҙөй. 28 ғинуарҙа Анна килешеүгә ҡул ҡуя. Был килешеү буйынса Анна Иоанавна, Юғары совет менен килешмәйенсә, һуғыш башлай алмай, солох килешеүе төҙөй алмай, яңы һалым индерә алмай, ҡаҙна менән идара итә алмай, полковниктан юғарыраҡ дәрәжә бирә алмай, аҫаба ерҙәрҙе ала алмай, дворяндарҙың мөлкәтен һәм ғүмерен судһыҙ ала алмай, үҙенең вариҫын иғлан итә алмай.

15 февралдә ул тантаналы рәүештә Мәскәүгә килеп керә. Ғәскәр һәм юғары дәүләт чиндары батшабикәга ант бирә. Анттың яңы формаһында идара итеү формаһы һәм Юғары йәшерен совет тураһында бер һүҙ ҙә булмай.

1730 йылдың 25 февралендә бер төркөм дворян һәм офицерҙар Анна Иоанновнаға бөтә власты үҙ ҡулығыҙға алығыҙ, тигән үтенес ҡағыҙы тапшыра. Хаким үтенесте ҡабул итә.

1 мартта халыҡ императрицаға, тулы самодержавие шарттарында, икенсе тапҡыр ант бирә.

Хакимлыҡ осоронда Анна Иоанновнаны дәүләт эштәре ҡыҙыҡһындырмай. Ил менән фавориты Бирон, баш етәкселәр Головкин, кенәз Черкасский, эшке эштәр менән Остерман, хәрби эштәр менән фельдмаршал Миних идара итә.


  1. А. Кр. Анна Іоанновна (урыҫ) // Энциклопедический лексиконСПб.: 1835. — Т. 2. — С. 320—323.