Эстәлеккә күсергә

Икенсе әфиүн һуғышы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Икенсе әфиүн һуғышы
Дагуның яуланған форттары
Дагуның яуланған форттары
Дата

1856—1860

Урыны

Ҡытай

Сәбәбе

Бөйөк Британия һәм Франция Ҡытай баҙарын яуларп алырға теләй

Нәтижә

Бөйөк Британия һәм Францияның еңеүе

Үҙгәрештәр

Бөйөк Британияға Коулунды тапшырыу
Амур һәм Приморье ярҙарындағы үҙәндәрҙе Рәсәйгә ҡушыу

Ҡаршы тороусылар

Бөйөк Британия флагы Бөйөк Британия
Франция Франция
АҠШ (1856 һәм 1859)

Цин империяһы

Командирҙар

Бөйөк Британия флагы Майкл Сеймур, Джеймс Хоуп Грант
Бөйөк Британия флагы Джеймс Брюс
Франция Шарль Кузен-Монтабан
Франция флагы Жан-Батист Луи Гро
Франция флагы Огюст Леопольд Проте
Джеймс Армстронг
Джозия Татнол

Сэнгэринчен

Ҡаршы тороусы көстәр

Бөйөк Британия флагы 11 000 чел.
Франция 6700 чел.,
173 корабля
287 чел., 4 корабля

200 000 чел.

 Икенсе әфиүн һуғышы Викимилектә

Икенсе әфиүн һуғышы — бер яҡтан Британия һәм Франция, икенсе яҡтан Цин империяһы араһында 1856 йылдан 1860 йылға тиклем дауам иткән ҡораллы низағ. XIX быуат публицистикаһында 1859-1860 йылдарҙағы хәрби хәрәкәттәр айырым "Өсөнсө әфиүн һуғышына" бүленә, ә хәҙерге тарихнамәлә 1856-1860 йылдарҙа булған бөтә ваҡиғалар берҙәм низағ тип һанала.

1851-1864 йылдарҙа Цин империяһында граждандар һуғышы бара. Беренсе әфиүн һуғышынан һуң Маньчжурия императорҙары власының көсһөҙләнеүе был дәүләт тарихында һынылыш мәле була. Империя территорияһында Тайпин дәүләте барлыҡҡа килә, уның менән Маньчжурия хөкүмәте көсөргәнешле көрәш алып бара.

Граждандар һуғышының тәүге осорҙарында сит ил сауҙагәрҙәре һәм миссионерҙары тайпиндарға теләктәшлек белдерә.

Формаль рәүештә Бөйөк Британия, Франция, АҠШ тайпин ихтилалының тәүге этабында нейтралитет һаҡлай. Әммә ысынында улар 1854 йылда уҡ граждандар һуғышын үҙ маҡсаттарында файҙаланырға тырыша. Был илдәрҙең дипломатик вәкилдәре императорға 1842-1844 йылғы килешеүҙәрҙе яңынан төҙөү тураһында берлектәге талап ҡуя. Державалар үҙҙәренә Ҡытайҙың бөтә территорияһында сикләнмәгән сауҙа алып барыу, Пекинға үҙҙәренең тоғро илселәрен индереү, рәсми рәүештә әфиүн менән сауҙа итеү хоҡуҡтарын талап итә. Цин хөкүмәте был талаптарҙы кире ҡаға, әммә был асыҡ низағҡа килтермәй, сөнки Бөйөк Британияның хәрби көстәре был ваҡытта Рәсәй һәм Фарсия менән һуғыштар һәм Һиндостанда ихтилалды баҫтырыу менән бәйле була.

Ҡырым һуғышынан һуң Бөйөк Британия, Франция һәм Рәсәйҙең хәрби көстәре эшһеҙ ҡала, шуға ла британлылар Цин империяһында хәрби низағты ҡуҙғатыу өсөн сәбәп эҙләй башлай. Быға сәбәбе лә табыла — Ҡытай властары, контрабанда сауҙаһы менән шөғөлләнгән инглиз судноһын туҡтатып, бер ни тиклем ваҡытҡа тотҡарлай.

1856 йылдың 8 октябрендә Ҡытай чиновниктары Бөйөк Британия флагы аҫтында йөрөгән Ҡытай карабы (Эрроу́) бортына күтәрелә. Был карап пиратлыҡ, контрабанда һәм әфиүн менән сауҙа итеү менән шөғөлләнә, тигән шик була. Ун ике кеше ҡулға алына һәм, Бөйөк Британияның талап итеүенә ҡарамаҫтан, улар иреккә сығарылмай. Был инциденттан һуң Бөйөк Британия Цин империяһына һуғыш иғлан итә.

1856 йылдың октябрь аҙағында британ эскадраһы Гуанчжоу портын бомбаға тота. 1857 йылдың башында хәрби хәрәкәттәрҙә шулай уҡ Америка караптары ла ҡатнаша. Тиҙҙән Англияға Франция ла ҡушыла, сәбәбе — француз миссионеры Огюст Шапделендың Гуанси провинцияһында ҡулға алыныуы һәм уның үлеме.

1858 йылдың 20 майында Дагу форты өсөн алышта Цин империяһы еңелгәндән һуң, Ҡытай хөкүмәтендә артабанғы ҡаршылыҡтың мәғәнәһеҙ булыуына инаналар. Союздаш эскадра Тяньцзиньға килгәндән һуң, Ҡытай императоры солох килешеүе төҙөү өсөн ике вәкилде тәғәйенләүе хаҡында хәбәр ебәрә. Император вәкилдәре 30 майҙа килә, һәм Бөйөк Британия, Франция, Рәсәй һәм АҠШ вәкилдәре менән һөйләшеүҙәрҙән һуң Тяцзинь трактаттарына ҡул ҡуйыла. Улар буйынса Европа сауҙаһы өсөн алты яңы порт асыла, миссионерҙар Ҡытай эсендә ирекле йөрөү хоҡуғын ала, ниндәй ҙә булһа енәйәттәрҙә ғәйепләнгән бөтә сит ил кешеләре лә консуллыҡтарына тапшырылырға һәм үҙ закондары буйынса хөкөм ителергә тейеш була, Ҡытай хөкүмәте хәрби сығымдарҙы ҡаплауҙы үҙ өҫтөнә ала.

Низағтан файҙаланып, 1858 йылда Рәсәй Цин империяһы етәкселеген Айгун килешеүен төҙөүгә күндерә, уның буйынса Рәсәй Амурҙың һул ярына хоҡуҡ һәм Уссурий крайы өҫтөнән контроллек итеүҙе ала.

1858 йылда ҡул ҡуйылған Тяньцзинь трактаттары 1859 йылда Пекинда ратификацияланырға тейеш була. Рәсәй императоры Александр Икенсенең шәхси илсеһе, граф, генерал-адъютант, 28 йәшлек Николай Павлович Игнатьев Ҡытайҙың баш ҡалаһына ҡоро ерҙән, ә инглиз, француз һәм американ вәкилдәре диңгеҙҙән килә. Байхэ йылғаһы тамағына килеп еткәс, улар, үткән йылда емерелгән һәм йылға тамағын быуып торған Дагу ҡәлғәһенең тергеҙелеүен, хатта яңы стилдә төҙөлөп ҡуйылыуын күрә. Ҡытай хакимлығы вәкиле көнбайыш илдәр вәкилдәренә бер нисә саҡрымға үрҙәрәк ятҡан Бэйтанела караптан төшөргә һәм Пекинға ҡоро ер буйлап барырға тәҡдим итә. Әммә көнбайыш илдәр вәкилдәре Тяньцзинға тиклем карапта барып етергә теләй, эскадраға командалыҡ иткән инглиз адмиралы Джеймс Хоуптың Байхэға юлды көс ҡулланып асыуын үтенә. 1859 йылдың 25 июнендә Хоуп уларҙың үтенесен тыңларға ҡарар итә. Ул, бынан алдағы һуғыш алымын ҡулланып, йылғаға инеү өсөн фортты бер тапҡыр утҡа тотоу ҙа етер, тип уйлай. Үткән йылдағы һөжүм өлгөһө буйынса еңел десант мәсьәләне хәл итер тип уйлаған инглиз-француз ғәскәре ҡытайҙарҙың ҡаты оборонаһына тап була. Байтаҡ юғалтыуҙар кисереп, улар Шанхайға кире сигенергә һәм Европанан яңы күрһәтмәләр көтөргә мәжбүр була.

Генерал Шарль Кузен-Монтабан 1860 йылғы кампания ваҡытында француз ғәскәрҙәре башында.

1859 йылдың 25 июнендә Дагу ҡәлғәһе өсөн алыш Англия менән Францияға ҙур булмаған эскадра менән генә уңышҡа иҫәп тотоп булмауын күрһәтә, ике хөкүмәт тә Ҡытайға ярайһы уҡ ҙур ғына диңгеҙ һәм ҡоро ер хәрби көстәрен ебәрергә ҡарар итә. Британия ғәскәрҙәренә (12 290 кеше) генерал Джеймс Хоуп Грант, француз ғәскәрҙәренә (7 650 кеше) генераль Шар Кузен-Монтабан командалыҡ итә.

1860 йылда инглиз-француз ғәскәрҙәре Гонконгта осраша, 12 августа Бэйтан ярҙарына барып төшә һәм 21 августа Дагу ҡәлғәләренә уңышлы һөжүм итә. Ҡәлғәләр ныҡ зыян күрә, һәм генерал Сэнгэринчи ғәскәрҙәре сигенергә мәжбүр була.

Һуңынан союздаш ғәскәрҙәр Тяньцзинь ҡалаһын баҫып ала. 7 сентябргә тиклем көтөп торалар һәм Ҡытай вәкилдәре һөйләшеүҙәр алып барырға теләмәүен аңлап, союздаштар Тунчжоуға сығырға һәм унда Ҡытай вәкилдәре менән һөйләшеүҙәр башларға ҡарар итә. 13 сентябрҙә союздаш армия порт ҡалаһы Хэсиуға барып етә. 15 сентябргә тиклем ғәскәрҙәрҙе бергә туплайҙар, һәм дипломатик һөйләшеүҙәр тергеҙелә. Һөйләшеүҙәр барған саҡта Цин ғәскәрҙәре менән командалыҡ иткән монгол кенәзе Сэнгэринчи армияһын Тунчжоу янында туплай, бер һөжүм менән көсһөҙ инглиз-француз көстәрен юҡ итергә иҫәп тота. Һөйләшеүҙәрҙең оҙаҡҡа һуҙылыуы Цин яғына төп һөжүм көсө булған Маньчжурия һыбайлыларының килеп етеүен тәьмин итергә тейеш була.

17 сентябрҙә инглиз-француз ғәскәрҙәре Тунчжоуҙан тиҫтә километр алыҫлыҡта урынлашҡан Мадао ауылына барып етә. 18 сентябрҙә иртән улар Тунчжоуға тағы ла яҡыныраҡ урынлашырға тейеш була. Был офицерҙар ғәскәрҙәрен ҡаршы алыу өсөн таң һарыһынан Тунчжоуҙан сыға, әммә Чжанзявань ауылынан көньяҡтараҡ хәрби теҙелеш менән килгән Ҡытай ғәскәрен күреп ҡалалар. Инглиз-француз ғәскәре Ҡытай хәрбиҙәрен тар-мар итә. Ләкин Сэнгэринчи ғәскәре үҙенең еңелеүен танымай. Маньчжурия кавалерияһы, хәл иткес һуғышҡа әҙерләнеп, Тунчжорҙан көнбайышҡараҡ урынлаша. Ҡытай-Маньчжурия ғәскәрен тулыһынса тар-мар итеү өсөн союздаштарға 21 сентябрҙә Балицяо күпере янында тағы ла бер тапҡыр алышырға тура килә. Был һуғышта Ҡытай армияһы яғынан ҡатнашҡан 50 000 — 60 000 яугирҙың 3 000-гә яҡыны яу ялынында ятып ҡала. Шунда уҡ 27 бронза ҡорал юҡҡа сыға. Ә союздаштар яғынан юғалтыуҙар бик аҙ була: француздар 3 яугирын юғалта һәм 17 яугиры яралана, инглиздәрҙә 2 яугир һәләк була һәм 29 яугир яралана[1].

Үҙ армияһының еңелеүе тураһында хәбәр алғас, император Айсиньгёро Ичжу, үҙенең ҡустыһы бөйөк кенәз Гунаға һөйләшеүҙәр алып барыу хаҡында хәбәр ҡалдырып, Жэхэ провинцияһына ҡаса. Бер аҙна дауам иткән һөйләшеүҙәрҙән һуң ҡытайҙарҙың тағы ла ваҡытты оторға маташыуы асыҡлана, һәм союздаштар Пекинға һөжүм итергә ҡарар итә. Балицяо янында туҡталыу инглиздәргә һәм француздарға тылдарҙы яҡынайтыу, тәьмин итеү системаһын ойоштороу һәм баш ҡаланы штурмлау өсөн кәрәкле ҡамау артиллерияһын алып килеү мөмкинлеген бирә.

5 октябрҙә ике союздаш армия ла юлға сыға һәм 6 октябрҙә Пекин ҡалаһы диуарының төньяҡ-көнсығыш мөйөшөнә барып етә. Разведка төньяҡ-көнбайыш мөйөштә маньчжурҙарҙың 10 000 яугиры туплаған ғәскәре биләгән нығытылған лагеры булыуы тураһында еткерә. Баш командующийҙар кисекмәҫтән шунда барырға һәм дошманды яу яланында ҡыйратырға ҡарар итә. Әммә лагерь бынан алдағы көндә үк ҡалдырып кителгән була. Уң флангыла хәрәкәт иткән инглиз кавалерияһы Ҡытай армияһының ҡала диуарынан төньяҡ-көнбайышҡа табан императорҙың 10-15 саҡрымда ятҡан Юаньминъюандағы йәйге һарайына хәрәкәт итеүен еткерә. Был хәбәрҙе алғас, союздаш баш командующийҙар кисекмәҫтән һарай йүнәлешендә барырға ҡарар итә, өҫтәүенә, ике армия ла һарайҙы дөйөм йыйылыу пункты итеп билдәләй.

Пекинда оккупанттар емергән Юаньминъюань һарайы емереклектәре

Билдәһеҙ юлдар буйлап хәрәкәт итеп, инглиз һәм француз ғәскәрҙәре тиҙҙән бер-береһен юғалта; инглиз кавалерияһы үҙенең пехотаһын юғалта һәм француз ғәскәре менән ҡушыла. Төн етеү менән француздар Юаньминъюань һарайына барып етә, унда 20 кешенән торған һарай һаҡсылары менән ҙур булмаған бәрелеш була. Юлда инглиз ғәскәрҙәре маньчжур атлыларының ҡыуыштарына тап була, һөҙөмтәлә ярты юлда ҙур булмаған ауылда йоҡларға мәжбүр булалар.

1860 йылдың 7 октябрендә һарайҙы, шулай уҡ уның эргәһендәге ҡоролмаларҙы талау башлана. Британдар һарайҙан алыҫ урынлашҡанлыҡтан, инглиз һалдаттары талауҙарҙа ҡатнаша алмай, быны тик хәрәкәт итеү ирекле булған офицерҙар ғына эшләй ала. Ғәҙеллекте тергеҙеү өсөн инглиз ғәскәрҙәре менән командалыҡ иткән генерал Грант таланғанды хәрби хеҙмәткәрҙәр араһында ғәҙел бүлеү буйынса комиссия булдыра.

Ҡытай армияһы күптән түгелге еңелеүҙәрҙән һуң ҡаршылыҡ күрһәтеүҙән баш тарта. Союздаштар Пекинға ҡайтырға ҡарар итә, уны баҫып алыу тыныслыҡ төҙөүгә йоғонто яһар тип фаразлай улар.

10 октябрҙә союздаштар ҡала диуары янында лагерь менән тора. Ҡытай яғына ультиматум тәҡдим ителә: союздаштар Пекинда артабанғы һөйләшеүҙәр алып барғанда илселектәрҙең тыныс эшен тәьмин итеү өсөн Аньдинмэнь ҡәлғә ҡапҡаларын уларҙың контроленә тапшырыуҙы талап итә. Әгәр ҡапҡа 13 октябргә тиклем бирелмәһә, союздаштар, уларҙы көс менән алып, ҡалаға артиллериянан ут яуҙырыу менән янай.

13 октябрҙә иртәнге сәғәт 10-да бөйөк кенәз Гун үҙ вәкиле Хань Циҙы ебәрә, ул союздаштарҙы ҡапҡаны уларға тапшырыу талабынан баш тарттырырға тырыша. Төшкә тиклем бер нисә минут ҡалғас ҡына, артиллерия яугирҙәре орудиелар эргәһендәге урынды биләй, һәм ҡапҡалар генерал Нэйпирға тапшырыла.

1860 йылдың 25 октябрендә Пекин килешеүенә ҡул ҡуйыла, уға ярашлы Цин хөкүмәте Бөйөк Британияға һәм Францияға 8 миллион контрибуция лянаһын түләргә, сит ил сауҙаһы өсөн Тяньцзинды асырға, ҡытайҙарҙы Бөйөк Британия һәм Франция колонияларында эшсе көстәр (кули) сифатында ҡулланырға рөхсәт итергә ризалаша. Ошо мәлдән алып Бөйөк Британияға Цзюлун ярымутрауының көньяҡ өлөшө күсә. Британдар Ҡытайға һатылған опиумдың даими ағымы ҡытайҙар араһында наркоманияның киң таралыуына, деградацияға һәм халыҡтың күпләп юҡҡа сығыуына килтерә.

14 ноябрҙә Цин империяһы Рәсәй менән Амур һәм Уссури буйынса сик тураһында Пекин трактатына ҡул ҡуя.

  1. Бутаков А. М., Тизенгаузен А. Е. Опиумные войны.