Ғүмәров Илдар Ибраһим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Илдар Ибраһим улы Ғүмәров битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ғүмәров Илдар Ибраһим улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 23 сентябрь 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (61 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Миәкә районы, Илсеғол ауылы[1]
Һөнәр төрө театр актёры
Эш биреүсе Башҡорт дәүләт академия драма театры
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Рәсми сайт bashdram.ru/troupe/gumer…

Ғүмәров Илдар Ибраһим улы (23 сентябрь 1958 йыл) — башҡорт театр актёры. 1990 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1999).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Илдар Ибраһим улы Ғүмәров 1958 йылдың 23 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Миәкә районы Илсеғол ауылында тыуған.

1983 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын (педагогы Исрафилов Р. В.) тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрында башлай.

1986 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эшләй.

Трагик, лирик, комик ролдәрҙе уйнай. Халыҡ һәм эстрада йырҙарының автор-башҡарыусыһы.

Спектаклдәрҙәге ролдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Зөлҡәрнәй («Тиле йәшлек» — Абдуллин И.);
  • Кулыгин («Өс ҡыҙ туған» — Чехов А. П.);
  • Миловзоров («Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр» — Островский А. Н.);
  • Нәҙир («Ҡара розалар» — Джамал С.);
  • Незнамов («Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр» — Островский А. Н.);
  • Сит кеше (« Айгөл иле» — Кәрим М.);
  • Рәфис («Хушығыҙ» — Миңнуллин Т.);
  • Рәфис («Шаршамбы, шаршамбы!» — Миңнуллин Т.);
  • Ҡарт Баян («Яралы яҙмыш» — Асанбаев Н.);
  • Тәлғәт («Һөйгән йәр» — Байбулатов Р.);
  • Хәлил («Ғәлиәбаныу» — Фәйзи М.);
  • Шәрәф («Аҫылйәр» — Фәйзи М.).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1999)
  • Башҡортостандың атҡаҙанған артисы (1992)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡорт энциклопедияһыБашкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1