Эстәлеккә күсергә

Ғимаев Илдар Рәйес улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Илдар Ғимаев битенән йүнәлтелде)
Ғимаев Илдар
Рәйес улы
Флаг
Флаг
Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры (2004-2007), Башҡорт дәүләт аграр университеты ректоры (2007-2008),
 
Тыуған: 14 февраль 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
СССР, Башҡорт АССР-ы Бишбүләк районы Айыт ауылы
Үлгән: 16 июнь 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (46 йәш)
Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы
Партия: Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Белеме: Башҡортостан ауыл хужалығы институты, РФ Эске эштәр министрлығының Санкт-Петербург университеты
Ғилми дәрәжәһе: иҡдисад фәндәре кандидаты, хоҡуҡ фәндәре докторы
Профессияһы: иҡтисадсы, юрист, йәмәғәт эшмәкәре

Ғимаев Илдар Рәйес улы (14 февраль 1962 йыл — 16 июнь 2008 йыл) — профессор, иҡтисад фәндәре кандидаты, юридик фәндәр докторы. Башҡортостан Республикаһының дәүләт хеҙмәтенең 1-се класлы ысын дәүләт кәңәшсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2002). Башҡортостан Республикаһы 2-се саҡырылыш дәүләт йыйылышы депутаты. Башҡортостан Республикаһы президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры (2004-2007). Башҡорт дәүләт аграр университеты ректоры (2007-2008). Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе (2000-2003).

Илдар Рәйес улы Ғимаев 1962 йылдың 14 февралендә Башҡорт АССР-ы Бишбүләк районы Айыт ауылында тыуған.

Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Бишбүләк «Сельхозтехника» производство берекмәһенең Литва машина — трактор оҫтаханаһында слесарь булып эшләй.

1980—1985 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтында уҡый. Эшләгән урындары:

  • 1985-1988 йылдарҙа Бишбүләк районының «Көньяҡ» совхозында баш инженер, партком секретары
  • 19881990 йылдарҙа — «Сухореченский» совхозы директоры
  • 19901992 йылдарҙа — халыҡ депутаттарының Бишбүләк район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек идаралығы начальнигы
  • 19921996 йылдарҙа — Бишбүләк районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек идаралығы начальнигы
  • 1996 йылдың авгусынан 1999 йылдың ноябренә ҡәҙәр Илдар Рәйес улы Бишбүләк районы хакимиәте башлығы
  • 1999 йылдың декабренән 2000 йылдың майына тиклем — Башҡортостан Республикаһы Президенты хакимиәтенең кадрҙар һәм территориялар менән эшләү буйынса баш идаралығы етәксеһе

2000 йылдың 1 июненән Ғимаев Илдар Рәйес улы — Башҡортостан Республикаһы Президент Хакимиәте етәксеһе.

2002 йылда Санкт-Петербургта РФ Эске эштәр министрлығы университетын тамамлай.

2004 йылда — Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры.

2007 йылдаБашҡорт дәүләт аграр университеты ректоры.

2008 йылдың 16 июнендә Өфөлә вафат була.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1997 йылда «иҡтисад фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай һәм 1997 йылдың 28 февралендә «иҡтисад фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә лайыҡ була.

2005 йылда «Рәсәй Федерацияһында дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр үҫеше һәм нығыныуы; теоретик һәм конституцион-хоҡуҡи тикшеренеүҙәр» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

Ғимаев Илдар Рәйес улы — 50-нән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән дәүләт төҙөлөшө һәм хоҡуҡтары, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт проблемалары буйынса 4 монография авторы.

Уның фәнни тикшеренеү өлкәһе — дәүләт төҙөлөшө, урындағы үҙидаралыҡ, дәүләт хеҙмәте, аграр иҡтисады проблемалары.

  • Пентегов Н. Укрепить инженерную службу : // Светлый путь. — 1986. — 28 авг. — С. 2.
  • Гимаев И. Основа жизни — труд на земле // Светлый путь. — 1993.-11 нояб.-С. 1 ; 2.
  • Султанова Р. «Мы нужны друг другу» Башкирия — Оренбуржье : [ О поездке И. Р. Гимаева в Оренбург] // Светлый путь. — 1996. — 24 сент. — С. 1.
  • Султанова Р. Будем оптимистами : Слово Главе администрации района И. Р. Гимаеву ] // Светлый путь. — 1997. — 3 янв. — С. 1 — 2.
  • Горячая пора. Жизнь района // Светлый путь. — 1997. — 16 сент. — С. 3.
  • Послание Президента — ориентир нашей работы : [ Из доклада И. Р. Гимаева ] // Светлый путь. — 1998. — 16 апр. — С. 2 ; 4.
  • Как завершаем год 1998: //Светлый путь. — 1998. — 26 дек. — С. 1.
  • Айыт ауылы урамы Илдар Ғимаев исемен йөрөтә.
  • Бишбүләк районында Илдар Ғимаев исемендәге стипендия булдырылған.