Илтенбаева Миңзифа Абрар ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Илтенбаева Миңзифа Абрар ҡыҙы (20 ғинуар 1962 йыл) — журналист. 2002 йылдан «Башҡортостан» республика гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары — яуаплы секретары. 1998 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2005).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Миңзифа Абрар ҡыҙы Илтенбаева (ҡыҙ фамилияһы Игелекова) 1962 йылдың 20 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Учалы районы Яңы Байрамғол ауылында тыуған.

1979 йылда урындағы урта мәктәпте, 1984 йылда Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының башҡорт-рус бүлеген тамамлай.

1984 йылдың 1 февраленән «Совет Башҡортостаны» (1990 йылдан «Башҡортостан») гәзитендә эшләй: тәржемәсе, баш мөхәррир ҡарамағындағы махсус хәбәрсе, бүлек мөдире була. 1998 йылда Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союздарына ағза итеп ҡабул ителә.

2002 йылдан Башҡортостан гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары — яуаплы секретарь.

2006 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2005)[1]
  • «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса күрһәткән ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (2002)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]