Эстәлеккә күсергә

Бикбулатов Илдар Ғәлимнур улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бикбулатов Илдар Ғәлимнур улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 4 ноябрь 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (70 йәш)
Тыуған урыны Белорет, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Һөнәр төрө рәссам
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Бикбулатов Илдар Ғәлимнур улы (4 ноябрь 1953 йыл) — рәссам, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1986 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1999).

Илдар Ғәлимнур улы Бикбулатов 1953 йылдың 4 ноябрендә Белорет ҡалаһында тыуған. Өфө сәнғәт училищеһында (педагогтары А. М. Кудрявцев һәм Н. Л. Самарина) уҡый.

1978 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын (педагогтары Рәшит Нурмөхәмәтов һәм Эрнст Сәйетов) тамамлай. Диплом эше — «Герой әсәһе» картинаһы (1978). Армияла хеҙмәт итә.

1991—1992 йылдарҙа —Рәсәй Федерацияһы Художество фондының Башҡортостан ижади-производство комбинатында баш рәссам булып эшләй, 1993 йылдан — Башҡорт дәүләт педагогия институтының Художество-графика факультетында уҡыта[2]. Портрет, пейзаж жанрында эшләй.

Илдар Ғәлимнур улы — 1989 йылдан «Етәү альянсы», 1990—1992 йылдарҙа «Сыңғыҙхан» ижади төркөмө ағзаһы.

Рәссамдың эштәре Башҡорт дәүләт художество музейында, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала, «Оҙайлы һаҡламдар фонды» асыҡ акционерҙар йәмғиәте коллекцияһында (Өфө), Татар йәмәғәт үҙәгендә (Ҡаҙан), шәхси тупланмаларҙа һаҡлана.

«Герой әсәһе» портреты (1978), «Улымдың портреты», «Дуҫымдың портреты» (икеһе лә — 1981), «РСФСР-ҙың халыҡ артисы Н. Ирсаева портреты» (1984), «Автопортрет» (1989). «Мин 1953 йылда тыуғанмын» (1989), «Ҡыҙыл эңер» (1990), «Тау башындағы ҡала», «Мәсет» (икеһе лә — 1992). «Рәссам Э. М. Сәйетов портреты» (1998), «Рәссам Ә. Ф. Лотфуллин портреты» (2000), «Әсә портреты» (2003). Пейзаждар: «Урал ихатаһы» (1981), «Вьетнам» серияһы (1984), «Ауыл кисе» (2003).

Бикбулатов Илдар Ғәлимнур улы — 1974 йылдан алып художество күргәҙмәләр ҡатнашсыһы.

Өфөлә шәхси күргәҙмәләре (1992, 2003, 2015).

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1999)