Эстәлеккә күсергә

Ильенко Юрий Герасимович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Юрий Ильенко
Юрій Герасимович Іллєнко
Исеме

Юрий Герасимович Ильенко

Тыуған көнө

18 июль 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[1]

Вафат көнө

15 июнь 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[1] (73 йәш)

Вафат урыны

Прохоровка, Каневский районы, Черкассы өлкәһе,
Украина

Һөнәре

кинорежиссёр, сценарист, кинооператор

Наградалары
ІІ дәрәжә «За заслуги» ордены
Премии Украин ССР-ы Тарас Шевченко исемендәге премия лауреаттары
IMDb

ID 0407946

 Ильенко Юрий Герасимович Викимилектә

Ильенко Юрий Герасимович (укр. Юрій Герасимович Іллєнко; 18 июль 1936 йыл — 15 июнь 2010 йыл) — кинорежиссёр, сценарист, кинооператор һәм сәйәсмән. Украина ССР-ының халыҡ артисы (1987).

Юрий Герасимович Ильенко 1936 йылдың 9 майында (икенсе мәғлүмәттәр буйынса — 18 июлдә) Черкассы ҡалаһында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдары ғаиләһе менән бергә Себергә эвакуациялана, атаһы фронтта була. 1960 йылда ВГИК кинематография факультетын тамамлай (А. В. Гальперин оҫтаханаһы, етәкселәр — Б. И. Волчек, С. П. Урусевский). Я. А. Сегелдең «Күгәрсендәр менән хушлашыу» (1960) фильмында кинематографсы булараҡ тәүге тапҡыр сығыш яһай. «Ялта» киностудияһында, 1963 йылдан Киевта А. П. Довженко исемендәге киностудияла эшләй.Ильенко донъяла С. И. Параджановтың «Онотолған ата-бабаларҙың күләгәһе» фильмын төшөргән оператор булараҡ таныла.

Ильенконың режиссёрлыҡ эштәре украин шиғри кино мәктәбенә ҡарай (Л.M. Осык һ. б.). Улар халыҡ-ара кинофестивалдәрҙә призлы урындар менән бүләкләнә.

Бер нисә фильмда актер булараҡ төшә (Ньютон урамы, 1, 1963). Шулай уҡ уның рәссам булараҡ күргәҙмәләре үтә.

1973 йылдан КПСС ағзаһы. Украина бойондороҡһоҙлоҡ алған осорҙа әүҙем сәйәси позицияла тора, хәҙерге украин милләтселеге идеяларын таныта, уларҙы үҙенең әҙәби-художество әҫәрҙәрендә һәм журналистикаһында пропагандалай[2][3][4]. Ғүмеренең һуңғы йылдарында «Свобода» Бөтә Украина ассоциацияһының сәйәси советы ағзаһы була.

2010 йылдың 15 июнендә Прохоровка ауылында (Украинаның Черкассы өлкәһе Канев районы) вафат була. Шунда ерләнгән.

Ағалары — Вадим Герасимович Ильенко, кинематографсы, Михаил Герасимович Ильенко, режиссер.

Ҡатыны - Людмила Филипповна Ефименко, никахта ике улдары - Филипп һәм Андрей тыуған. Тәүге ҡатыны актриса Лариса Кадочникова булған, айырылышҡандар[5][6].

Оператор
  1. 1960Прощайте, голуби
  2. 1962Где-то есть сын
  3. 1964Тени забытых предков
  4. 1999Аве Мария
Режиссер
  1. 1965Родник для жаждущих (укр.)баш.
  2. 1968Вечер накануне Ивана Купалы
  3. 1971Белая птица с чёрной отметиной (первая премия Московского МКФ, премия МКФ в Сорренто, оператор — Вилен Калюта)
  4. 1972Наперекор всему (советско-югославский)
  5. 1974Мечтать и жить (по сценарию Ивана Миколайчука)
  6. 1976Праздник печёной картошки
  7. 1979Полоска нескошенных диких цветов
  8. 1981Лесная песня. Мавка (по Лесе Украинке)
  9. 1983Легенда о княгине Ольге
  10. 1987Соломенные колокола
  11. 1990Лебединое озеро. Зона (по сценарию С. Параджанова, Приз ФИПРЕССИ на Каннском МКФ)
  12. 1996Сергей Параджанов. Партитура Христа до мажор
  13. 2001Молитва о гетмане Мазепе
Сценарист
  1. 1983Миргород и его обитатели (сценарий авторы; режиссёр Михаил Ильенко)
Актер
  1. 1963Улица Ньютона, дом 1Тимофей Сувернев (озвучивает Кирилл Лавров)
  2. 1974Мечтать и житьлитейщик Герасим
  3. 2001Молитва о гетмане Мазепегенерал Жук

Педагогик эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1986 йылдан И. К. Карпенко-Кари исемендәге Киев театр сәнғәте институтының кинорежиссёрлыҡ һәм кинодраматура кафедраһы мөдире, профессор.

  • «Кино парадигмаһы». Киев: Abris, 1999
  • УССР-ҙың халыҡ артисы (1987)
  • Украина сәнғәт академияһы ағзаһы (1996)
  • Украина Президентының Почет билдәһе (1996)[7]
  • Т. Г. Шевченко исемендәге УССР Дәүләт премияһы (1991) — «Онотолған ата-бабаларҙың күләгәһе» фильмы өсөн
  • II дәрәжә «Ҡаҙаныштар өсөн» ордены (10 сентябрь 2008 йыл)
  • Александр Довженко исемендәге Украина дәүләт премияһы (2005) — ватан кинематографияһын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн
  • 2018 йылда декоммунизация ваҡытында Мельников урамы Юрий Ильенко хөрмәтенә үҙгәртелә.