Украинаның Тарас Шевченко исемендәге милли премияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Украинаның Тарас Шевченко исемендәге милли премияһы
укр. Національна премія України імені Тараса Шевченка
Нигеҙләү датаһы 20 май 1961
Рәсми атамаһы Національна премія України імені Тараса Шевченка
Хөрмәтенә аталған Шевченко Тарас Григорьевич
Дәүләт Украина
Лауреаттар категорияһы [d]
Commons-logo.svg Украинаның Тарас Шевченко исемендәге милли премияһы Викимилектә

Украинаның Тарас Шевченко исемендәге милли премияһы (укр. Національна премія України імені Тараса Шевченка) — украин шағиры Тарас Шевченко хөрмәтенә булдырылған мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә ҡаҙаныштары өсөн тапшырыла торған Украинаның юғары дәүләт наградаһы. Премия тапшырыу тураһында ҡарарҙы, Украинаның Тарас Шевченко исемендәге Милли премия буйынса Комитеты тәҡдиме нигеҙендә, Украина президенты ҡабул итә[1].

Награданың тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Премия УССР Министрҙар Советының 1961 йылдың 20 майында сыҡҡан Ҡарары менән Тарас Шевченко исемендәге республика премияһы булараҡ нигеҙләнгән. Ҡарарға ярашлы, был премия менән әҙәбиәт, нәфис сәнғәт, музыка, театр сәнғәте һәм кинематография эшмәкәрҙәре бүләкләнә.

Беренсе мәртәбә премия 1962 йылдың 9 майында тапшырыла. Беренсе дипломдарға һәм лауреат исеменә Павел Тычина, Олесь Гончар һәм Платон Майборода лайыҡ булған. Ул ваҡытта лауреаттың премияһы аҡсалата 2500 һум тәшкил иткән.

1969 йылда республика премияһы «Украина Совет Социалистик Республикаһының Т. Г. Шевченко исемендәге дәүләт премияһы» тип үҙгәртелгән. Ә Украина президентының 808/2000-се Указына ярашлы, 2000 йылдың 22 июненән премияға «Украинаның Тарас Шевченко исемендәге Милли премияһы» тигән атама менән Украинаның иң юғары наградаһы статусы бирелә.

Премия тураһында положение[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Премия Украина президенты указы менән тапшырыла. Был премия менән граждандар әҙәбиәт һәм сәнғәт, журналистика һәм публицистика өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштары өсөн һәм мәҙәниәт үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн бүләкләнә.

Йыл һайын ундан артыҡ булмаған Милли премия бирелеүе мөмкин. Премияға лайыҡ булырлыҡ эштәрҙең һуңғы биш йыл дауамында баҫылып сыҡҡаны һәм ярты йылдан да алда баҫылмағандары тәҡдим ителә.

Украинаның Тарас Шевченко исемендәге Милли премияһына дәғүә итерлек әҫәрҙәр һәм эштәр Украинаның мәҙәниәт һәм туризм Министрлығы, Украинаның Милли фәндәр академияһы, Украинаның сәнғәт Академияһы, Украина ижади союздары һәм Украинаның әҙәбиәт-сәнғәт берлектәре тарафынан күрһәтелә. Премия Украина граждандарына, башҡа дәүләттәр граждандарына һәм гражданлығы булмаған кешеләргә бирелеүе мөмкин.

Милли премия авторға һәм башҡарыусыға ғүмере дәүерендә бер тапҡыр бирелә. Уларға лауреат дипломы һәм лауреаттың Почётлы билдәһе тапшырыла. Аҡсалата премиялар күләме Украина Президенты Указы менән йыл һайын билдәләнә һәм 2010 йылда 130 000 гривен тирәһе йәки АҠШ доллары сағылышында 5 715 доллар тәшкил иткән (2015 йылдың ноябренә Украина Милли банкы курсы буйынса).

Йыл һайын 9 мартында Украина Президентының Милли премия тапшырыу тураһындағы Указы «Хөкүмәт курьеры» гәзитендә баҫылған һәм радио һәм телевидение буйынса хәбәр ителә.

Милли премия лауреаттарына дипломдарын һәм почётлы билдәләрен Украина Президенты 9 мартта, Тарас Шевченконың тыуған көнөнә арналған тантаналы саралар ваҡытында, Украинаның Милли операһында (әммә 2010 йылда Украина Президенты Виктор Янукович Шевченко премияһын тапшырыуҙы Украинаның Черкасск өлкәһендәге Канев ҡалаһындағы Шевченко ерләнгән Чернечья тауында үткәргән)[2] тапшыра.

Премияны тапшырыу буйынса комитет[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Премияны тапшырыу буйынса комитет — Украина Президентына буйһонған һәм Тарас Шевченко исемендәге милли премияға тәҡдим ителгән кандидатураларҙы алдан ҡарау өсөн булдырылған махсус орган.

Комитет составында:

  • Лубкивский Р. М. — яҙыусы, Тарас Шевченко исемендәге Милли премия лауреаты, комитет рәйесе;
  • Матиос М. В. — яҙыусы, Тарас Шевченко исемендәге Милли премия лауреаты, комитет рәйесе урынбаҫары;
  • Бийма Олег Иванович — кинорежиссёр, Тарас Шевченко исемендәге Милли премия лауреаты;
  • Бокотей Андрей Андреевич — рәссам, Тарас Шевченко исемендәге милли премия лауреаты;
  • Брюховецкий Вячеслав Степанович — культуролог, «Києво-Могилянська академія» Милли университет президенты;
  • Возницкий Б. Г. — сәнғәт белгесе, Тарас Шевченко исемендәге Милли премия лауреаты;
  • Герасимюк Василий Дмитриевич — шағир, Тарас Шевченко исемендәге Милли премия лауреаты;
  • Драч И. Ф. — шағир, Тарас Шевченко исемендәге Милли премия лауреаты;
  • Жулинский Николай Григорьевич — әҙәбиәт белгесе, Украина Милли Фәндәр Академияһы академигы, Тарас Шевченко исемендәге Милли премия лауреаты;
  • Кадырова Лариса Николаевна — актриса, «Шевченківський фонд — XXI століття» мәрхәмәтлек ойошмаһының идара рәйесе;
  • Марчук И. С. — рәссам, Тарас Шевченко исемендәге Милли премия лауреаты;
  • Мовчан Павел Михайлович — шағир, Тарас Шевченко исемендәге Милли премия лауреаты;
  • Олейник Борис Ильич — украин шағиры һәм сәйәси эшмәкәре;
  • Палкин Вячеслав Сергеевич — дирижёр, Тарас Шевченко исемендәге Милли премия лауреаты;
  • Римарук Игорь Николаевич — шағир, Тарас Шевченко исемендәге Милли премия лауреаты;
  • Слабошпицкий М. Ф. — яҙыусы, Тарас Шевченко исемендәге Милли премия лауреаты;
  • Станкович Евгений Фёдорович — композитор, Тарас Шевченко исемендәге Милли премия лауреаты;
  • Федорук Александр Касьянович — сәнғәт белгесе;
  • Хостикоев А. Г. — актёр, режиссёр, Тарас Шевченко исемендәге Милли премия лауреаты;
  • Якубов Фәүзи Якуб улы — Ҡырым дәүләт ректор инженер-педагогия университеты ректоры, Тарас Шевченко исемендәге Милли премия лауреаты.

Премия лауреаттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2011 йылда украин яҙыусыһы Василий Шклярҙың премиянан баш тартҡан берҙән-бер осрағы була. Яҙыусы премиянан баш тартыуының сәбәбен Дмитрий Табачниктың[3] мәғариф министры вазифаһында ултырыуы менән аңлатҡан.

Уважаемый господин Президент! Свидетельствую Вам своё уважение и прошу Вас учесть в Указе по случаю награждения лауреатов Шевченковской премии мою просьбу о переносе награждении меня Шевченковской премией на то время, когда у власти в Украине не будет украинофоба Дмитрия Табачника. Моя позиция, господин Президент, никак не касается Вас лично, но пока у власти Дмитрий Табачник, я не смогу принять премию.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]