Олесь Гончар
Олесь Гончар (укр. Олесь Гончар), тулы исеме — Гончар Александр Терентьевич (укр. Олександр Терентійович Гончар; 3 апрель 1918 йыл — 14 июль 1995 йыл) — украин совет яҙыусыһы, публицист һәм йәмәғәт эшмәкәре.
XX быуаттың икенсе яртыһында украин художестволы прозаһының иң арҙаҡлы вәкиле. Украина ССР-ының Фәндәр академияһы (1978). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1978). Украина геройы (2005) — үлгәндән һуң). Ленин премияһы (1964), ике тапҡыр икенсе дәрәжәләге Сталин премияһы (1948, 1949) һәм СССР Дәүләт премияһы (1982) лауреаты. 1946 йылдан ВКП(б) ағзаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1918 йылдың 3 апрелендә Суха слободаһында (хәҙер Украинаның Сухое ауылы Кобелякский районы Полтава өлкәһе) Татьяна Гавриловна һәм Терентий Сидорович Гончарҙарҙың эшсе ғаиләһендә донъяға килә.
Атаһы Ломовка ауылындағы колхозда эшләй (әлеге ваҡытта Днепр ҡалаһының өлөшө), ошонда уҡ Бөйөк Ватан һуғышында немец авиабомбаларынан һәләк була[6]. Әсәһе металл әйберҙәр заводында эшләй. 1921 йылда әсәһе үлгәндән һуң, олатаһы һәм оләсәһе (әсәһенең әсәһе) ейәндәрен үҙҙәренә Суха ауылына ала. Мәрхәмәтле һәм малайҙы яратыусы оләсәй уға әсәне алмаштыра.
1925 йылдан Александр тыуған ауылында, һуңынан Хорошки ауылында уҡый. 1933 йылда Козельщинский районы Бреусовка ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Мәктәптә үк яҡшы яҙыша, ә уны тамамлағандан һуң Козельщинский районының «Фронтты йәйелдереп» гәзите редакцияһына эшкә инә. 1933−1937 йылдарҙа Николай Островский исемендәге Харьков журналистика техникумында уҡый, уны тамамлағандан һуң Мануйловка ауылында мәктәптә уҡыта һәм Харьков «Ленин сменаһы» өлкә гәзитендә эшләй.
1937 йылда Гончар республика баҫмаларында, («Әҙәби гәзит», «Пионерия», «Украина комсомолецы», «Йәш большевик») үҙ әҫәрҙәрен баҫтыра башлай (башлыса ҡыҫҡа хикәйәләр). 1938 йылда В. Н. Каразин исемендәге Харьков милли университетының филология факультетына уҡырға инә. Университетта уҡыған сағында (1938—1941) «Иван Мостовой», «Һары сейә сәскә ата», «Бөркөт балаһы» новеллаларын, «Стокозово яланы» повесын яҙа.
1941 йылда университеттың өсөнсө курсында Александр үҙ теләге менән студенттар батальоны составында фронтҡа китә.1942 йылда әсирлеккә эләгә, унан 1943 йылда ҡаса һәм Еңеүгә тиклем һуғышыуын дауам итә. Һуғышты миномет батареяһында старшина вазифаһында өлкән сержант булып тамамлай. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, 3-сө дәрәжәләге Дан ордены, өс «Батырлыҡ өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә[7].
Хәрби шарттар яҙыусылыҡ эшенә ҡамасаулай. Шулай ҙа Гончар шиғырҙар ижад итә («Фронт шиғырҙары» йыйынтығы 1985 йылда сыға), ҡыҫҡа мәҡәләләр яҙа, улар 1940 йылдарҙағы новеллаларының һәм «Байраҡсылар» романының нигеҙе була.
Әҙәби танылыуға юл
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1945 йылда демобилизацияланғандан һуң Гончар Днепропетровск ҡалаһына килә, өлкән апайы Александра Терентьевна Совала урынлаша. Днепропетровск дәүләт университетында уҡыуын тамамлай (1946). Иң мөһимө — «Байраҡсылар» романының беренсе өлөшө — «Альптар» өҫтөндә эшләй. Роман «Ватан» журналы редакторы Юрий Яновский тарафынан юғары баһалана һәм 1946 йылда баҫылып сыға. Яновскийҙың саҡырыуы буйынса Гончар Киевҡа килә, Украина Фәндәр Академияһының Шевченко исемендәге Әҙәбиәт институтының аспирантураһына уҡырға инә. Яновский йәш яҙыусының остазы була, мэтр менән аралышыуҙан ул ижади дәрестәр ала. Ғүмер буйы Гончар үҙенең уҡытыусыһын хөрмәт менән иҫкә ала («Яновскийҙың зәңгәр башнялары», 1975).
1947 йылда Полтавщиналағы подпольщиктар тураһында «Ер геүләй» повесы һәм «Байраҡсылар» романының икенсе китабы «Зәңгәр Дунай» баҫылып сыға. Совет Армияһының Европалағы азат итеү миссияһын хикәйләгән роман рәсми властар һәм тәнҡит тарафынан юғары баһалана. Йәш яҙыусы властар, тәнҡит һәм, иң мөһиме, китап һөйөүселәр араһында киң танылыу ала.
1940—1950 йылдарҙа яҙыусы үҙенең новеллаларында һуғыш темаһына яҙыуын дауам итә, уның менән бергә яңы тема ла ҡалҡып сыға — кешеләрҙең тыныс тормошо, уларҙың мәнәсәбәттәрендәге мораль аспекттар. Был юнәлештәге новеллалар һәм повестар («Микита Братусь», 1950; «Янһын әйҙә сатҡы», 1955) Гончарҙың 1960—1970 йыл дарҙа ижадының бүласаҡ юғары дәрәжәһенә нигеҙ була. Был йылдарҙа Гончарҙың йәмәғәт һәм публицистика эшмәкәрлеге башлана. Сит идәргә сәйәхәт ҡыла, һөҙөмтәлә «Дуҫтар менән осрашыу» (1950), «Ҡытай яҡында» (1951) очерктар китабы донъя күрә.
1959 йыл да Гончар Украинаның Яҙыусылар союзы председателе, СССР Яҙыусылар союзы секретары итеп һайлана.
Ижадының түбәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1960 йылда Гончар ижадының яңы битен асҡан «Кеше һәм ҡорал» романы баҫылып сыға. Яҙыусының һуғыш ваҡытында ирекле студент батальоны хәтирәләренә нигеҙләнгән был роман әҫәрҙең романтик-фәлсәфәүи йүнәлеше, кеше ғүмеренең һәм үлеменең серҙәре, кешенең бөтмәҫ-төкәнмәҫ әхлаҡи рухы проблемалары менән айырылып тора. Роман Украинаның Шевченко исемендәге Милли премияға лайыҡ була (1962; был йылда премия беренсе тапҡыр бирелә). Дилогияның икенсе өлөшө «Циклон» (1970) бер аҙ тәнәфестән һуң яҙыла. Дауамы көтөлмәгән тема ала — «Кеше һәм ҡорал» әҫәренең ҡартайып киткән геройы режиссёр булып китә һәм һуғыш тураһында фильм төшөрә. Был әҫәр кинематографик тематикаһы менән Яновскийҙың «Карап оҫталарын» иҫкә төшөрә.
Новеллаларҙан торған «Тронка» романы (1963) — Гончарҙың хәҙерге тыныс тормошҡа арналған беренсе ҙур әҫәре. «Тронка» романында украина әҙәбиәтендә тәүге тапҡыр сталинизмды тамырынан ҡоротоу, иҫкелек менән яңылыҡтың көрәше киҫкен ҡуйыла. Роман хрущев заманында Ленин премияһына лайыҡ була (1964).
Гончарҙың артабанғы әҫәре «Собор» (1968) романының яҙмышы аяныслы. «Тронка» менән сағыштырғанда ул аныҡ кәүҙәләндерелгән ыңғай һәм кире геройҙары менән традицион реализмға күпкә яҡын. Рухилыҡты тергеҙеү өсөн көрәш, халыҡтың тарихи хәтере кешеләр араһындағы әҙәплелектең нигеҙе булараҡ хикәйәләү үҙәгендә тора. Соборҙың прообразы булып Днепропетровск өлкәһенең Новомосковсктағы Троица соборы хеҙмәт итә. Днепропетровск КПСС өлкә комитетының Беренсе секретары Ватченко, атаһын ҡарттар йортона тапшырған ике йөҙлө партиялы кире герой образында үҙен таный. Брежневтың дуҫы булараҡ, Ватченко романды баҫтырып сығарыуҙы тыя. Роман тик журналда баҫылып сыға, ә баҫтырып сығарған китаптың тиражы юҡ ителә, рус теленә тәржемә итеү туҡтала. Әҫәрҙе яҡлап сығыу буйынса маташыуҙарға ҡарамаҫтан, ул тыйыла, һәм уны телгә алыу туҡтала.
Һуңғы осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һуңғы осорғо әҫәрҙәрендә Гончар хәҙерге заман мораль-этик темаларын күтәреүен дауам итә («Һинең таң» романы, 1980), («Бригантина» повесы, 1973)
Гончар йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. 1959 —1971 йылдарҙа — Украинаның Яҙыусылар Союзы идараһы рәйесе, 1959—1986 йылдарҙа СССР Яҙыусылар Союзы секретары, УССР-ҙың Т. Г. Шевченко исемендәге Дәүләт премияһы буйынса ҡарар сығарыу комитетының рәйесе. 1966 йылда Украина яҙыусыларының V съезында «Думать о великом» доклады менән сығыш яһай. 1973 йылдың 31 авгусында совет яҙыусылары төркөмөнөң «Правда» гәзите редакцияһына Солженицын һәм Саахаров тураһындағы хаттарына ҡул ҡуя.
1980 йылда үҙенең эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһап, «Яҙыусы уйҙары» тигән китап сығара.
Украина ССр-ынан СССР Юғары Советы Милләт Советы 6-11 саҡырылыштар депутаты (1966—1989)[8][9][10][11][12][13]. 1976—1990 йылдарҙа — КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһына кандидат. «Роман-гәзит» журналының мөхәрририәт коллегияһының ағзаһы була.
Үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас һәм Украина бойондороҡһоҙлоҡ алғас, йәмәғәт тормошона әүҙем ҡушыла, Украин Теленең һәм Украина Халыҡ Партияһы йәмғиәтен ойоштороу инициаторы була. 1990 йылда КПСС-тан сыға. Украина Юғары Советының I демократия саҡырылышы депутаты (1990—1994). Бойондороҡһоҙ Украина үҫешенә үҙ ҡарашын «Украина яңырыу юлында» (1991) китабында ҡарашын белдерә. Альберт университетының почетлы докторы (Канада, 1992).
1995 йылдың 14 июлендә Киевта вафат була. Байково зыяратында ерләнә. 2001 йылда Киевта Гончарға һәйкәл асыла. 2005 йылда Украина геройы исеме бирелә (үлгәндән һуң).
Ҡатыны — Гончар Валентина Даниловна. Балалары — ҡыҙы Людмила һәм улы Юрий.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Икенсе дәрәжәләге Сталин премияһы (1948) — «Байраҡсылар» романының 1-2-се китаптары өсөн (1946—1947)
- Икенсе дәрәжәләге Сталин премияһы (1949) — «Байраҡсылар» романының 3-сө китабы өсөн (1948)
- Ленин премияһы (1964) «Тронка» романы өсөн (1963)
- СССР дәүләт премияһы (1982) «Һинең таң» романы өсөн (1980)
- УССР Т. Г. Шевченко исемендәге дәүләт премияһы (1962) «Кеше һәм ҡорал» романы өсөн (1960)
- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1978 — СССР Юғары Советы президиумы 1978 йылдың 31 марттағы указы менән совет әҙәбиәте үҫешендәге оло хеҙмәте, уңышлы йәмәғәт эшмәкәрлеге һәм алтмыш йәше тулыуы айҡанлы Олесь Гончарға (Гончар Александр Терентьевичҡа) Ленин орденын һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалын тапшырып, Социалистик Хеҙмәт Геройы тигән исем бирелә.
- Украина геройы (2005 — Украина әҙәбиәте өлкәһендә фиҙакәр хеҙмәт өсөн, бойондороҡһоҙ Украинаның рухи һәм милли яңырыуында ҙур шәхси өлөш индергәне өсөн (үлгәндән һуң)
- 3 Ленин ордены (24.11.1960; 28.10.1967; 31.03.1978)
- Октябрь революцияһы ордены (02.07.1971)
- I дәрәжәләге Ватан һуғышы орденының (11.03.1985)
- 2 Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (16.11.1984; 01.04.1988)
- Халыҡтар дуҫлығы ордены (22.07.1982)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (04.05.1945; II дәрәжәләге Ватан һуғышы орденына тәҡдим ителә)
- 3 дәрәжәләге Дан ордены (04.03.1945; Ҡыҙыл Йондоҙ орденына тәҡдим ителә)
- 3 «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (07.09.1944, 3-сө дәрәжәләге Дан орденына тәҡдим ителә; 20.11.1944; 18.01.1945)
- Башҡа миҙалдар
Әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Романдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Знаменосцы (Прапороносці): Книга 1. Альпы (1946). Книга 2. Голубой Дунай (1947). Книга 3. Злата Прага (1948).
- Таврия (Таврія, 1952).
- Перекоп (Перекоп, 1957).
- Человек и оружие (Людина і зброя, 1960).
- Тронка (Тронка, 1963).
- Собор (Собор, 1968).
- Циклон (Циклон, 1970).
- Берег любви (Берег любові, 1976).
- Твоя заря (Твоя зоря, 1980).
- Капля крови (Крапля крові, 1984).
Повестары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Стокозово поле (1941).
- Земля гудит (Непокоренная полтавчанка, 1947).
- Микита Братусь (1950).
- Пусть горит огонек (1954).
- Партизанская искра. Киноповесть (1955).
- Бригантина (1973).
- Далекие костры (1986).
- Воспоминание об океане (1988).
Хикәйәләр йыйынтығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Новеллы (1949).
- Юг (1951).
- Дорога за облака (1953).
- Новеллы (1954).
- Рассказы (1954)
- Чары-камыши (1958).
- Маша с Верховины (1959).
- За миг счастья (1964).
- Далекие костры (1987).
Очерктары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Баҫма әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Твори в шести томах. — Київ, 1978.
- Собрание сочинений в пяти томах. — М., 1973—1975.
Музыкаль театрҙағы әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Балет «Таврия» (музыка Владимира Нахабина, 1959).
- Опера «Знаменосцы» (музыка Александра Билаша, 1985).
Экранизациялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Девушка с маяка (СССР, 1956, режиссёр Григорий Крикун) — по повести «Пусть горит огонек».
- Партизанская искра (СССР, 1957, режиссёры Мечислава Маевская, Андрей Маслюков).
- Таврия (СССР, 1959, режиссёр Юрий Лысенко).
- Тронка (СССР, 1971, режиссёр Артур Войтецкий).
- Абитуриентка (СССР, 1973, режиссёр Алексей Мишурин).
- Полоска нескошенных диких цветов (СССР, 1979, режиссёр Юрий Ильенко) — по повести «Бригантина».
- Всё побеждает любовь (СССР, 1987, режиссёр Николай Мащенко) — по рассказу «За миг счастья».
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #118876597 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Гончар Олесь // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ 3,0 3,1 Oles Terentijowytsch Hontschar // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
- ↑ 4,0 4,1 Oles’ Terentijovič Gončar // Proleksis enciklopedija, Opća i nacionalna enciklopedija (хорв.) — 2009.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Прапороносець величi людських почуттiв 2012 йыл 8 май архивланған.
- ↑ Патриотический интернет-проект «Герои страны»
- ↑ Список депутатов Верховного Совета СССР 6 созыва
- ↑ Список депутатов Верховного Совета СССР 7 созыва
- ↑ Список депутатов Верховного Совета СССР 8 созыва
- ↑ Депутаты Верховного Совета СССР. 9 созыв. Издание Президиума Верховного Совета СССР. — М., 1974. — 550 с.
- ↑ Список депутатов Верховного Совета СССР 10 созыва
- ↑ Список депутатов Верховного Совета СССР 11 созыва
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мовчан Р. В. та інші. Українська література. — Київ, 2000.
- Митці України: Енциклопедичний довідник. — Київ, 1992.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Олесь Гончар . «Герои страны» сайты.
- ГЕРОЙ УКРАЇНИ — Гончар Олександр (Олесь) Терентійович 2013 йыл 21 февраль архивланған. (укр.)(укр.)
- ГОНЧАР ОЛЕКСАНДР ТЕРЕНТІЙОВИЧ (1918—1995) (укр.)(укр.)
- Гончар Олександр (Олесь) Терентійович (укр.)(укр.)
- Гончар Олесь (Олександр) Терентійович 2002 йыл 22 июнь архивланған. (укр.)(укр.)
- ГОНЧАР ОЛЕСЬ ТЕРЕНТІЙОВИЧ — До 90-річчя від дня народження(недоступная ссылка) (укр.)(укр.)
- Мемориальная доска Гончару Александру Терентьевичу 2010 йыл 5 май архивланған.
- 3 апрелдә тыуғандар
- 1918 йылда тыуғандар
- Екатеринослав губернаһында тыуғандар
- 14 июлдә вафат булғандар
- 1995 йылда вафат булғандар
- Киевта вафат булғандар
- Харьков университетын тамамлаусылар
- Сталин премияһы лауреаттары
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Ленин ордены кавалерҙары
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Берлинды алған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Октябрь Революцияһы ордены кавалерҙары
- Ленин премияһы лауреаттары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 50 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Украинаның «Ҡаҙаныштар өсөн» (Почёт билдәһе) ордены кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 30 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 40 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- III дәрәжә Дан ордены кавалерҙары
- Украина геройҙары
- 10-сы саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- 6-сы саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- 7-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- 8-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- 9-сы саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- Дан ордены кавалерҙары
- КПСС ҮК ағзалыҡҡа кандидаттар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Соцреалист яҙыусылар
- XX быуат яҙыусылары
- СССР яҙыусылары
- Украина яҙыусылары
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- XX быуат публицистары
- СССР публицистары
- Алфавит буйынса публицистар
- Украинаның Милли фәндәр академияһы ғәмәли ағзалары