Эстәлеккә күсергә

Имби Паю

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Имби Паю
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  СССР
 Эстония
Тыуған көнө 3 июнь 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[3] (65 йәш)
Тыуған урыны Йыгеваский район[d], Эстон ССР-ы[d], СССР
Яҙма әҫәрҙәр теле Эстон теле
Һөнәр төрө кинорежиссёр, журналист, яҙыусы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Имби Паю Викимилектә

Паю Имби (эст. Imbi Paju, 3 июнь 1959, Йыгева районы, Эстон ССР-ы) — эстон яҙыусыһы, журналист, документаль фильмдар сценарийы авторы һәм режиссёры.

Имби Паю Вильяндиск мәҙәниәт училищеһында, Тарту ҡалаһының музыка училищеһында һәм Эстония гуманитар институтында (хәҙер Таллин университетының бер өлөшө булып тора) уҡыған. 19901995 йылдарҙа Хельсинки университетында политология өйрәнә.

«Ванемуйне» театрында хор солисы һәм Эстон ССР-ы Дәүләт радиоһында эшләй, Эстония һәм Финляндияла төрлө телеканал һәм гәзит хеҙмәткәре була.

1999 йылда Имби Паю Йыгевамаа өйәҙендә тыуған Вытиквере ауылында китап байрамын ойоштороу инициаторы була[4]. Әҙәби салон формаһындағы «Вытиквере китап ауылы» исемен алған был сара (эст. Võtikvere raamatuküla) асыҡ һауала үткәрелә. 2001 йылда ойошторолған өсөн «Вытиквере китап ауылы» сараһын ойоштороуы һәм төбәктең мәҙәни тормошо үҫешенә булышлыҡ итеүе өсөн Эстония президенты Леннарт Мери Имби Паюны Аҡ йондоҙ Ордены миҙалы менән бүләкләй.

2005 йылда Финляндияла Имби Пай «Кире ҡағылған хәтирәләр» (фин. Torjutut muistot) документаль фильмы өҫтөндә эшен тамамлай[5]. 2006 йылда фин телендә шул уҡ исемле китап сыға, уның инеш һүҙен Эстония президенты Тоомас Хендрик Ильвес яҙа. 2007 йылда «Кире ҡағылған хәтирәләр» китабы эстон телендә, ә 2010 йылда урыҫ телендә нәшер ителә. Шулай уҡ был китап швед, инглиз һәм немец телдәрендә баҫылып сыға.

Имби Паю «Фин ҡултығы һеңлеләре» (фин. Suomenlahden sisaret) документаль фильмының авторы һәм режиссёры, уның премьераһы 2009 йылда үтә[6]. Һуңғараҡ фильм нигеҙендә документаль роман яҙыла, ул фин, швед теле һәм эстон телдәрендә баҫылып сыға.

2009 йылда фин яҙыусыһы Софи Оксанен менән берлектә Имби Паю Финляндияла «За всем стоял страх» документаль йыйынтыҡ сығара, ул Эстония тарихының совет осоро темаларына төрлө авторҙарҙың мәҡәләләренән тора[7]. 2010 йылда «За всем стоял страх» йыйынтығы эстон теленә тәржемә ителеп баҫылып сыға.

2011 йылда асыҡ Эстония Фонды Килешеүенең 15-се премияһы лауреаты була[8].

2013 йылдың 4 июнендә Финляндия Республикаһы Илселегенең тантанаһында Имби Паю Финляндияның Арыҫлан Орденының I класлы Рыцарь тәреһе менән бүләкләнә[9].

Эстонияла ла, Финляндияла ла йәшәй.

Рус телендәге баҫмалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]