Иоанн Кронштадтский сиркәүе (Дондағы Ростов)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Православие ғибәҙәтханаһы
Иоанн Кронштадтский сиркәүе при РГУПС.
Файл:Иоанн Кронштадтский сиркәүе, Дондағы Ростов.jpg
Ил Рәсәй
Дондағы Ростов ҡала, Халыҡ ополчениеһы майҙаны.
Конфессия Православие
Епархия Ростов һәм Новочеркасск епархияһы 
Бина тибы Ғибәҙәтхана
Архитектор Иванов Генрих Васильевич
Беренсе тапҡыр 1992 йыл 29 сентябрь
Нигеҙләнгән 1999 йыл
Төҙөлөшө 20012010 йылдар
Статус эш итеүсе
Бөгөнгө хәле эш итеүсе

2010

Изге   ғәҙел  Иоанн Кронштадтский сиркәүеДондағы Ростов ҡалаһында Изге Иоанн Кронштадтский хөрмәтенә төҙөлгән православие сиркәүе. Мәскәү Патриархаты  Ростов һәм Новочеркасск епархияһына  ҡарай.  2010 йылда  Генрих Васильевич Иванов проекты буйынса төҙөлгән.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йорт изге ғәҙел  Иоанн Кронштадтскийҙың хөрмәтенә Ростов һәм Новочеркасск епархияһы студенттар сиркәүе.  Йорттоң тарихы 1992 йылда башланған.  Ростов Дәүләт Аралашыу Юлдары университетында 29 сентябрҙә йорт сиркәүе асылған. 1993 йылдың 1 сентябрендә бында беренсе тапҡыр ғибәҙәт ҡылыу үткәрелгән.  Киләһе йылдың  12 июлендә  Ростов һәм Новочеркасск епискобы Пантелеимон сиркәү төҙөлә торған урынды изгеләндергән, ә 26 июлдә төҙөлөш эштәре башланып киткән. Беренсе илаһи дини  литургия 1994 йылдың  3 июнендә үткәрелгән. Бер аҙҙан   Иоанн Кронштадтский яңы ғибәҙәтханаһын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителгән . Мәскәү һәм бөтә Рәсәй Патриархы Алексий II 1999 йылда  университетҡа килгән  һәм  Халыҡ ополчениеһы майҙанында сиркәү төҙөлә торған урында беренсе нигеҙ  ташын һалған. 2004 йылда сиркәү көмбәҙенең тәреләре ҡуйылған. Был сиркәүҙә  йәкшәмбе мәктәбе эшләй[1]. 2005 йылдың 14 мартында мәхәллә ғибәҙәт ҡылыуҙары  Изге Петр һәм Павел апостолдар хөрмәтенә төҙөлгән сиркәү төкәтмәһе-ҡанаты буласаҡ ғибәҙәтхананың ярым подвалына күсерелгән. Сиркәү Ростовтағы византия стилендәге сиркәүҙәрҙән айырмалы рәүештә классик стилдә төҙөлгән[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Ростов-на-Дону|Церковь Иоанна Кронштадтского при РГУПС. sobory.ru. Дата обращения: 11 ғинуар 2017.
  2. Храмы Ростова-на-Дону Церкви Ростова-на-Дону - храмостроение возрождение церкви Ростов-на-Дону. www.donvrem.dermartology.ru. Дата обращения: 11 ғинуар 2017. 2017 йыл 10 ғинуар архивланған.