Ионов Виктор Петрович
Ионов Виктор Петрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 26 июнь 1934 (90 йәш) |
Тыуған урыны | Ижевск, Горьковский край[d], РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | оружейник |
Ионов Виктор Петрович (26 июнь 1934 йыл, Ижевск, Уммурт АССР-ы) — СССР һәм Рәсәй ҡорал эшләүсеһе. 1976 йылдан 1986 йылға тиклем «Ижмаш» заводының механик етештерү директоры, хәҙерге ваҡытта «Ижмаш» тарихи музейы директоры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1982). Удмурт Республикаһының почётлы гражданины (2006)
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Виктор Петрович Ионов 1934 йылдың 26 июнендә Ижевск ҡалаһында эшселәр ғаиләһендә тыуған. 1952 йылда урындағы 30-сы урта мәктәпте, 1957 йылда Ижевск механика институтын (хәҙерге ваҡытта - М. Т. Калашников исемендәге Ижевск дәүләт техник университеты) тамамлаған. Юғары уҡыу йортон тәмамлағас, йәш белгес Ульяновскиға самолёттар төзөлөшөнә барырға планлаштыра, әмма уны тыуған ҡалаһында ҡалырға күндерәләр, Ижевск машина төзөлөшө заводының ҡорал етештереүендә инженер-технолог вазифаһын тәҡдим итәләр. Предприятиела Виктор Петрович һөнәри үҫештең барлыҡ баҫҡыстарын — мастерҙан алып механик етештереү директорына тиклем үтә. [1].
Виктор Петрович етәкселегендә иң ҡатлаулы һәм яуаплы булған 102-се күбә цехы эшләй башлай. 1971 йылда предприятиеға модернизацияланған Калашников автоматының 7,62-мм автоматын етештереүҙе үҙләштергәндә, импорт буйынса һатып алынған SHK-10 машиналарын редуциялаү ысулы менән күбә яһау өсөн билдәләнгән Австриянан партия килтерелә. Австрия белгестәре йәшерен етештереү булғанға, заводҡа керетелмәй. Шуға күрә урындағы хеҙмәткәрҙәргә яңы яйланмала үҙаллы эшләргә өйрәнергә тура килә. Ҡуйылған бурысты улар яуаплы үтәй, шул уҡ ваҡытта технологик процесстың төп инструментын камиллаштыралар. Автомат күбәһен сүкеп эшләү ысулын индергән өсөн Ионов Виктор Петровичҡа Ленин ордены бирелә. [2].
Ионов етәкселегендә етештереү коллективы элек үҙләштерелгән продукцияны сығарыу масштабтарын кәметмәйенсә, алты яңы атыу ҡоралы эшләп сығарыуҙы үҙләштерҙе. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә яңы цех төзөлдө һәм оптик прицелдар эшләү үҙләштерелде, яңы төзөлгән корпуста 100 мең квадрат метр яңы майҙан файҙаланыуға тапшырылды, етештереү процесстарын тулыһынса механикалаштырып, 8 километр конвейер ғәмәлгә керетелде, 600 берәмлектән артыҡ яңы юғары етештереүсәнлекле йыһаздар төҙөлдө. Технологик процесстарҙы камиллаштырыү 10-сы биш йыллыҡта яңы эшләнмәләр, шул иҫәптән АК-74 һәм АК-74У автоматтарын үҙләштереү һәм етештереү буйынса дәүләт планын уңышлы үтәргә мөмкинлек бирҙе. Етештереү күләме 1,5 тапҡырға, ә хеҙмәт етештереүсәнлеге 63 %-ҡа артты, шул уҡ ваҡытта бер миллион һумға яҡын экономия алынды.[2].
1982 йылдың 30 августында ирешелгән уңыштары һәм халыҡ хужалығы пландарын үтәүгә ҙур шәхси өлөшө өсөн СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Виктор Петрович Ионовҡа Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы менән бүләкләнә һәм Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.[3].
Һуңыраҡ Виктор Петрович "Ижмаш" заводының сифат буйына баш инженер урынбаҫары һәм генераль директор урынбаҫары булып эшләй, ә 1998 йылдан пенсияға сыҡҡас, "Ижмаш" заводы музейы директоры булып эшләй, унда предприятиеның тарихи мираҫын актив пропагандалай. Уның башланғысында музейҙа даими эшләүсе "Улар Ватан өсөн фронтта һәм тылда һуғышты" рубрикаһы асыла[4].
Удмурт Республикаһы Президентының 2006 йылдың 25 октябрендәге 165 номерлы Указы менән Удмуртия Республикаһының социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн Виктор Петрович Ионовка «Удмурт Республикаһының маҡтаулы гражданы» тигән почетлы исем бирелде.[4].
Ҡыҙыҡлы факттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2019 йылда стрит-арт фестивале һәм урам сәнғәте сиктәрендә Ижевскиҙең бер йорт фасадтарын (Лихвинцев урамы, 56) Виктор Петрович портреты төшөрөлдө.[5].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Елена Кардопольцева. Ижевчанин Виктор Ионов: Калашникову орден Ленина дали за идею, а мне - за технологию (25 сентябрь 2013). Дата обращения: 20 август 2020.
- ↑ 2,0 2,1 Л. Е. Шейнман. Ионов Виктор Петрович . «Герои страны» сайты. Дата обращения: 20 август 2020.
- ↑ Туганаев, 2008
- ↑ 4,0 4,1 Ионов Виктор Петрович . Дата обращения: 20 август 2020. 2020 йыл 24 февраль архивланған.
- ↑ Фасад одного из домов Ижевска украсила еще одна работа в рамках фестиваля стрит-арта . ИА «Удмуртия» (30 сентябрь 2019). Дата обращения: 20 август 2020. 2021 йыл 19 июнь архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ионов Виктор Петрович // Удмуртская республика: Энциклопедия / гл. ред. В. В. Туганаев. — 2-е изд., испр. и доп. — Ижевск : Удмуртия, 2008. — С. 368. — 767 с. — 2200 экз. — ISBN 978-5-7659-0486-2.