Эстәлеккә күсергә

Иори

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иори
груз. იორი, әзерб. Qabırlı
Иори йылғаһы Сартичала ауылы янында
Иори йылғаһы Сартичала ауылы янында
Характеристика
Оҙонлоғо 320 км
Бассейн 4650 км²
Һыу ағымы
Инеше
 · Урынлашыуы Барбало (Оло Кавказ һырты)
 · Координаталар 42°20′40″ с. ш. 45°14′36″ в. д.HGЯO
Тамағы Мингечевир һыуһаҡлағысы
 · Координаталар 41°02′03″ с. ш. 46°30′11″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Мингечевир һыуһаҡлағысы → Кура → Каспий диңгеҙе

Илдәр Грузия Грузия, Әзербайжан Әзербайжан
Иори (Кавказ)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Иори Викимилектә

Иори (иҫкесә Иора[1]) (груз. იორი, әзерб. Qabırlı, цахур телендә Къарби[2][3]) — Кавказ аръяғындағы йылға (көнсығыш Грузияла һәм Әзербайжанда), ул Оло Кавказ һыртынан башланып, Иор яҫы таулығы аша үтә һәм Мингечевир һыуһаҡлағысына (һыуһаҡлағыс төҙөлгәнгә ҡәҙәр Алазаниға уң яҡтан барып ҡушылған була). Оҙонлоғо 320 км, бассейнының майҙаны 4650 км² .

Үрге ағымы — тарлауыҡтар буйлап үтә, урта ағымы — Самгор соҡоро аша. Ямғыр һәм ҡар иҫәбенә тулылана. Салахла ауылы эргәһендәге уртаса йыллыҡ һыу сығымы (тамағынан 43 км алыҫлыҡта) 11,6 м.3

Иори һыуының бер өлөшө Самгор каналы аша Тбилиси һыуһаҡлағысына алып барып еткерелә. Иори йылғаһында һәм Самгор каналында дүрт бәләкәй ГЭС-тан Самгор каскад ҡороп ҡуйылған.

1800 йылдың 7 ноябрендә Иори йылғаһы янындағы алышта генералдар Василий Гуляков һәм Иван Лазаревтың рус отряды көс буйынса үҙҙәренән күпкә өҫтөн булған Умм-хан IV авар ғәскәрен тар-мар итәләр, әлеге еңеү, үҙ сиратында, картли-кахетин батшаһы Георгий XII үлер алдынан ҡабул иткән теләге буйынса, был дәүләттең Рәсәй подданствоһын ҡабул итеүенә йоғонто яһай.

  1. Иора // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)(урыҫ.)
  2. Г. Х. Ибрагимов Цахурско-русский словарь
  3. Г. Х. Ибрагимов Цахурский язык
  • Иори — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  • Иора // Сытин Хәрби энциклопедияһы: 18 томлыҡ. Ф. Новицкий һ. б . редакторлығында. — СПб.: И. Д. Сытин ижады, 1911—1915.