Ирекле булып тыуған
Ирекле булып тыуған | |
Атамаһы | The Colt |
---|---|
Төп тема | Ат |
Жанр | фильм-драма[d] |
Ил | Америка Ҡушма Штаттары |
Әҫәр яҙылған тел | инглизсә |
Нәшер ителеү ваҡыты | 2005 |
Режиссёр | Елена Ланская[d] |
Сценарист |
Шолохов Михаил Александрович Стивен Хэрригэн[d] |
Ролдәрҙә |
Райан Мерриман[d] Филлис Джордж[d] Стив Бачич[d] Стив Мартин[d] |
Таратыусы | Hallmark[d] |
«Ирекле булып тыуған» (ингл. The Colt) — драматик телефильм, 2005 йылда режиссёр Елена Ланская төшөргән. Фильмдың сюжетына Михаил Александрович Шолоховтың «Ҡолонсаҡ (Жеребёнок)» хикәйәһе һалынған. Уның премьераһы 2005 йылдың 6 февралендә Hallmark Channel телеканалында була.
Сюжет
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фильмдағы ваҡиға 1864 йылда АҠШ-тағы Граждандар һуғышы ваҡытында бара. Берләшмәнең Беренсе Мичиган кавалерияһы һалдаты Джим Рэббтың бейәһе ҡолонлай. Ҡолонсаҡты Кольт тип атайҙар. Командалыҡ итеүсе офицер яугиргә ҡолонсаҡты атып үлтерергә бойороҡ бирә, сөнки бәләкәй ҡолонсаҡ ғәскәр бүлексәһенең алға барыуын туҡтатасаҡ. Яугир быға ризалашмай, сөнки ҡолонҡайҙың тыуыуында ул еңеүгә өмөт ишараһын күрә. Көньяҡлыларҙың армияһы уларҙың лагерына һөжүм иткән саҡта, ҡолонсаҡты урлайҙар, һәм Джим, үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, ҡолонҡайҙы кире ҡайтара.
Ролдәрҙә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Райан Мерриман — Джим Рэбб
- Стив Бачич — сержант Лонгакр
- Уильям Макдональд — сержант Вудрафф
- Дарси Белшер — Конвингтон
- Скотт Хейндл — лейтенант Хаттон
- Питер Лакруа — капитан Торндейл
- Хэйг Сазерленд — Хатч
- Колби Йоханнсон — Клири
- Мэттью Карри Холмс — Стэнтон
Бүләктәре һәм номинациялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыл | Награда | Категория | Номинанты | Результат |
---|---|---|---|---|
{0}[13]{/0}} (1936) | FAIF International Film Festival | Яҡшы фильм | Елена Ланская | Еңеү |
LA Femme International Film Festival | Иң яҡшы режиссёр | Елена Ланская | Еңеү | |
WorldFest Houston | Иң яҡшы телефильм | Елена Ланская | Еңеү | |
{0}[13]{/0}} (1936) | Humanitas Prize[en] | 90 минут | Стефен Хэрриган | Номинация[1] |
Премия Гильдии сценаристов США | Бөтөн форма — иң яҡшы адаптация | Стефен Хэрриган | Номинация[2] |
Баһаламалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фильм тәнҡитселәрҙең ҡатнаш баһаламаһын ала[3][4]. All Movie Guideтан Хэл Эриксон фильмды «Америкала барған ҡан ҡойғос һуғыш ваҡытындағы шул тиклем кире юйылмаҫлыҡ гонаһһыҙлыҡ тураһындағы иҫ киткес хикәйә,»-тип яҙа[5].