Исакович Рахиль Семёновна
Исакович Рахиль Семёновна | |
рус. Рахиль Семёновна Исакович | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 1866 |
Тыуған урыны | Одесса, Херсон губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1930 |
Хәләл ефете | Самойло Исаакович Исакович[d] |
Балалары | Анна Эль-Тур[d] |
Һөнәр төрө | йәмғиәт эшмәкәре |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Рахи́ль Семёновна Исако́вич (ҡыҙ фамилияһы- Мангубиҙар 1866, Рәсәй империяһы, Одесса — 1930, СССР) — йәмәғәт эшмәкәре, хәйриә эшмәкәрлегенә һәм Одессала ҡараим ҡатын-ҡыҙҙары мәғарифы үҫешенә тос өлөш индергән.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1866 йылда Одессала Мангубиҙарҙың ҡараим ғаиләһендә тыуған. Одесса ҡатын-ҡыҙҙар ҡаҙна гимназияһында белем алған. Уның эшмәкәрлегенең төп маҡсаты-дин һәм милләт айырмалығына ҡарамай ярлы ҡараимдарҙы һәм башҡа аҙ тәьмин ителгән ватандаштарын ҡурсалау. Шулай уҡ ярлы ата-әсәләрҙең балаларына ярҙам итеп, халыҡ мәғарифы ихтыяждарына күп ваҡыт һәм аҡса бүлгән. Ирекле иғәнәләр һәм хәйриә кисәләренән килем йыйыу арҡаһында ул педагогтар Е. З. Каплановская һәм А. М. Телал менән берлектә 1903 йылда ҡыҙҙар өсөн мәктәп аса. 1906 йылда, уҡыу йорто юғары абруйға эйә булғандан Һуң, был мәктәп Исакович тәҡдиме буйынса малайҙар өсөн йәмәғәт училищеһы менән берләштерелә, ике енесле балалар өсөн училище статусын ала[1]. Училище тураһында туранан-тура хәстәрлек күреүҙән тыш, Исакович һәр тәрбиәләнеүсенең яҙмышында ҡатнаша: йыйылған аҡсаға уҡыусылар башҡа уҡыу йорттарында (профессиональ мәктәптәрҙә, гимназияларҙа, акушерлыҡ курстарында һ. б.) уҡыуын дауам итә алған. Уҡыусыларҙы кәрәкле уҡыу әсбаптары менән тәьмин иткән, сығарылыш уҡыусыларын төрлө учреждениеларға эшкә урынлаштырышҡан[2].
Уның туранан-тура ҡатнашлығында «Одесса ҡараим хәйриә йәмғиәте» һәм «Одесса ҡараим хәйриә йәмғиәте» общинаһы ҡарамағында «Ярлы ҡыҙҙарға ярҙам аҡсаһы (пособие) ҡатын-ҡыҙҙар түңәрәге» ойошторола, ул 1907 йылда "Одесса ҡатын-ҡыҙҙар ҡараим хәйриә йәмғиәте"тип үҙгәртелә. Йәмғиәттең маҡсаты булып «Одесса ҡалаһының ярлы ҡараим ҡыҙҙарына белем алыу һәм һөнәрселек белеме алыу өсөн аҡса менән тәьмин итеү» тора: ҡараим ҡыҙҙарын профессиональ мәктәптәргә һәм оҫтаханаларға билдәләү, китаптар, аяҡ кейеме менән тәьмин итеү, мәктәптән тыш белем биреүгә булышлыҡ итеү һ. б. Р. С. Исакович, йәмғиәт 1920 йылда бөтөрөлгәненә тиклем, уның рәйесе була[3]. 1907 йылда Одесса ҡараим йәмғиәте, уның эшмәкәрлеген лайыҡлы баһалап, Станислав таҫмаһында күкрәккә тағылған алтын миҙалға тәҡдим ителә[2]. 1914 йылда «Ҡараим ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтенең яралы яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү комитеты»н булдырыу инициативаһы менән сығыш яһай, уның рәйесе була[2].
«Ҡараим бүлмәһе»
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1893 йылда Р. С. Исакович беренсе тапҡыр ҡараим этнографик экспозицияһын ойошторорға маташа[4]. Одессала үткән Ҡырым-Кавказ тау клубы күргәҙмәһе сиктәрендә ул одесса ҡараимдары араһында йыйылған боронғо әйберҙәрҙән торған "Ҡараим бүлмәһе"н тәҡдим итә[4]. Экспозицияны асыуҙа клуб идараһы рәйесенең иптәше (урынбасары) профессор С. И. Иловайский ярҙам итә. Ул күргәҙмә тураһында ҙур булмаған белешмә мәҡәлә яҙа һәм 42 экспонаттың исемлеген төҙөй[5]. Әйберҙәр коллекцияһы беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланмаған. Р. С. Исаковичтың ире С. И. Исакович күргәҙмә ойоштороуы уңайынан, үҙ эсенә ҡараим этнографияһы буйынса ҡыҫҡаса мәғлүмәттәр һәм экспонаттарҙың тасуирламаһын һыйҙырған «Ҡараимдар тураһында ике һүҙ» исемле брошюра сығарыла[4]. Шулай итеп «Ҡараим бүлмәһе» беренсе тапҡыр Одесса йәмәғәтселегенә ҡараимдарҙың көнкүреше һәм йолалары тураһында һөйләгән[5].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Прохорова А. В. Благотворительная деятельность представительниц караимских общин Российской империи во второй половине XIX — начале XX вв. // Материалы по археологии, истории и этнографии Таврии. — Симферополь, 2013. — В. XVIII. — С. 585. — ISSN 2413-189X.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Прохоров, Д. А. Взаимодействие культур в поликультурном обществе на примере женских русско-караимских учебных заведений Юга Российской империи во второй половине XIX — начале XX в. // Предупреждение насильственных конфликтов в мультикультурных сообществах и формирование культуры мира / ред.-сост. М. А. Араджиони, И. В. Брунова-Калисецкая. — К. : ПП «Золотые ворота», 2011. — С. 116—117. — (Межкультурный диалог: история и современность; кн. 1). — УДК 930.9(Р477.22):371.97(G). — ISBN 978-966-2246-13-1.
- ↑ Ельяшевич, 1993
- ↑ 4,0 4,1 4,2 К этнографии караимства // Караимская жизнь. — М., 1912. — № 10—11. — С. 29—30.
- ↑ 5,0 5,1 Чопп І. Л. Караїми півдня України. Одеські караїми // Історичне краєзнавство Одещини : [укр.] : збірник матеріалів / відп. ред. А. Д. Бачинський; упоряд. В. Г. Кушнір. — Одеса : Гермес, 1996. — Вып. 7. — С. 14—17. — 36 с. — (Історія національних груп і міжнаціональних відносин. Сер. uk; Bd. 4).
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ельяшевич Б. С. Часть II. Караимский биографический словарь (от конца XVIII в. до 1960 г.) // Караимский биографический словарь (от конца VIII в. до 1960 г.) / Б. С. Ельяшевич. — М. : Институт этнологии и антропологии РАН, 1993. — Кн. 2 : Караимы. — 238 с. — («Народы и культуры»; кн. XIV). — 250 экз. — ISSN 0868-586X.