Исхаҡова Әйшә Яҡуп ҡыҙы
Исхаҡова Әйшә Яҡуп ҡыҙы | |
ҡырымтат. Айше Якъуб къызы Исхакъова | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 3 (15) апрель 1888 |
Тыуған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1931 |
Һөнәр төрө | этнограф, уҡытыусы |
Эшмәкәрлек төрө | этнография һәм педагогика |
Эш урыны | Центральный музей Тавриды[d] |
Исхаҡова Әйшә Яҡуп ҡыҙы (3 (15) апрель 1888, Санкт-Петербург — 1931) — Ҡырым татарҙары педагогы, этнограф, Ҡырым халыҡтары мәҙәниәтен өйрәнеүсе, Ҡырымдың төрки-мосолман ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте эшмәкәре.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әйшә Яҡуп ҡыҙы Исхаҡова 1888 йылдың 3 (15) апрелендә Санкт-Петербургта тыуа[1].
Ул Ҡырым татарҙары араһында билдәле уҡытыусы һәм профессиональ мәктәптәр ойоштороусы була. 1917 йылда Симферополдә Зыярат урамында (хәҙер Крылов) ҡыҙҙар өсөн шәхси Ҡырым татарҙары прогимназияһын аса, уның директоры була, шулай уҡ беренсе Ҡырым татарҙары балалар баҡсаһы аса[2][3]. Ярымутрауҙа 1917—1918 йылдарҙағы революцион ваҡиғаларҙа ҡатнаша, Мосолман партияһы, Ваҡытлы Мосолман Башҡарма комитеты ағзаһы һәм Беренсе Ҡоролтай делегаты була. Милли фирҡә партияһының эшмәкәрлегендә ҡатнаша. 1917 йылдың йәйендә Ҡырымдың Үҙәк мосолман ҡатын-ҡыҙҙар комитеты рәйесе була. Шул уҡ йылдың сентябрендә федералистарҙың Киев конгресында (Рәсәй халыҡтары съезы) «Рәсәй милли аҙсылыҡтарының ҡатмарлы һәм хоҡуҡһыҙ хәле тураһында» доклад менән сығыш яһай, Ҡырым татарҙары Уҡытыусылары союзына делегат итеп ебәрелә[4][5][6][7].
1920 йылдарҙа Таврида Үҙәк музейының татар этнографияһы бүлексәһендә ғилми хеҙмәткәре булып эшләй. 1926 йылдың 1 февралендә музейҙың этнография бүлеге мөдире итеп раҫлана һәм был вазифала Н. Л. Эрнсты алмаштыра. Эрнст менән берлектә өй кәрәк-яраҡтары, милли кейемдәр һәм этнография бүлеге фондтарынан ауыл хужалығы ҡоралдары йыйыу, өйрәнеү, системалаштырыу менән шөғөлләнә. Симферополь сиғандарының, Ҡырым татарҙарының көнкүрешен тикшерә. 1926 йылдың сентябрендә СССР археологтарының бөтә Союз конференцияһында һәм Керчта музей хеҙмәткәрҙәренең IV Бөтә Ҡырым конференцияһында ҡатнаша. 1927 йылда Исхаҡова етәкселегендә Симферополь һәм Перекоп ҡырым сиғандарын өйрәнеү буйынса этнографик экспедициялар үткәрелә. 1928 йылда музейҙан эштән бушатыла[4][5].
1926 йылдың 28 февраленән — Таврия тарих, археология Һәм этнография йәмғиәте ағзаһы (ТОИАЭ)[8]. 1927 Йылдың 3 октябрендә Йәмғиәттең 62-се ултырышында «Симферополь сиғандары-гурбеттары» докладын уҡый[9]. 1931 йылдың 15 ғинуарында ТОИАЭ ның һуңғы ултырышында ҡатнаша[10]. Артабанғы яҙмышы һәм үлем ваҡыты билдәле түгел.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Научные работники СССР без Москвы и Ленинграда. — Л.: Издательство АН СССР, 1928. — С. 153. — (Научные работники СССР).
- ↑ О крымскотатарских историко-культурных памятниках Симферополя // Свод памятников истории, архитектуры и культуры крымских татар / гл. ред. Р. С. Хакимов, сост. Н. Р. Абдульвапов. — Белгород: Константа, 2018. — Т. III. г. Симферополь. — С. 31. — 392 с. — ISBN 978-5-906952-68-4.
- ↑ Яблоновська Н. В. Кримська журналістика: етнічні аспекти. Навчальний посібник для студентів вищих навчальних закладів. — Сімферополь: КРП «Видавництво «Кримнавчпеддержвидав», 2008. — С. 119. — 290 с. — ISBN 978-966-354-262-1.
- ↑ 4,0 4,1 Чубукчиева Л. З. Айше Исхакова — выдающийся деятель крымскотатарского народа первой половины XX века : [арх. 22 октябрь 2021] // Культура народов Причерноморья. — 2012. — № 228. — С. 132—135.
- ↑ 5,0 5,1 Мусаєва У. К. Етнографічні дослідження Центрального музею Тавриди: історіографічний аспект : [укр.] : [арх. 21 март 2022] // Проблеми та перспективи формування національної гуманітарно-технічної еліти : зб. наук. пр. — 2010. — Вып. 27 (31) : V Кримські педагогічні читання «Педагогіка вищої школи 21-го століття та формування національної гуманітарно-технічної еліти». — С. 352—354.
- ↑ Шемьи-Заде А. Женщины в крымскотатарской революции начала XX века . milli-firka.org (15 апрель 2010). Дата обращения: 12 октябрь 2021. Архивировано 20 февраль 2020 года.
- ↑ Кримськотатарський національний рух у 1917–1920 рр. за архівами комуністичних спецслужб (укр.) / упоряд. А. Іванець, А. Когут. — К.: К.І.С., 2019. — С. 312. — 448 с. — ISBN 978-617-684-250-7. Архивировано 22 октябрь 2021 года.
- ↑ Филимонов, 2004, с. 216
- ↑ Филимонов, 2004, с. 256
- ↑ Филимонов, 2004, с. 313
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Филимонов С. Б. Хранители исторической памяти Крыма: О наследии Таврической учёной архивной комиссии и Таврического общества истории, археологии и этнографии (1887—1931 гг.). — 2-е изд., перераб. и доп. — Симферополь: ЧерноморПРЕСС, 2004. — 316 с. — ISBN 966-572-604-8.