Исачкин Николай Фёдорович
Исачкин Николай Фёдорович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 6 сентябрь 1947 (77 йәш) |
Тыуған урыны | Өлкәр[d], Әхмәр ауыл советы (Ишембай районы), Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | иҡтисадсы |
Эш урыны | Федераль һалым хеҙмәте |
Уҡыу йорто |
ӨДНТУ Юғары партия мәктәбе[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Исачкин Николай Фёдорович (6 сентябрь 1947 йыл) — дәүләт, партия һәм комсомол органдары хеҙмәткәре. 1997—2011 йылдарҙа Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының етәксе урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһының дәүләт граждан хеҙмәтенең 1-се класлы кәңәшсеһе. Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең почётлы хеҙмәткәре (2005).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Николай Фёдорович Исачкин 1947 йылдың 6 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Маҡар районы[1] Өлкәр ауылында (хәҙер бөткән) тыуған[2].
1971 йылда Өфө нефть институтын[3], 1984 йылда — Свердловск Юғары партия мәктәбен, 2001 йылда — Мәскәү иҡтисад, статистика һәм информатика институтын тамамлаған.
Үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген 1971 йылда Стәрлетамаҡ химия заводында смена начальнигы булып башлай[3].
1973 йыл башында ВЛКСМ-дың Стәрлетамаҡ ҡала комитетының икенсе секретары, апрелдән — беренсе секретары итеп һайлана. 1974 йылда ВЛКСМ-дың 17-се съезына делегат була[2].
1976 йылдан КПСС-тың Стәрлетамаҡ ҡала комитеты секретары, 1988 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире урынбаҫары — Политик мәғариф йорто мөдире.
1991 йылдан Башҡорт АССР-ы Юғары Советының, 1995 йылдың апреленән — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың ижтимағи-сәйәси үҙәге директоры, шул уҡ йылд авгусынан — кадрҙар бүлеге начальнигы[2].
1997—2011 йылдарҙа Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының етәксе урынбаҫары[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы (1976)
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (1981),
- СССР Эске эштәр министрлығының Почёт грамотаһы (1974)
- ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почёт грамотаһы (1974)
- Рәсәй Федерацияһының Һалымдар һәм йыйыуҙар буйынса министрлығының Почёт грамотаһы (2007)
- Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Почёт грамотаһы (2011)
- Рәсәй Федерацияһының Һалымдар һәм йыйыуҙар буйынса министрлығы отличнигы (2004)
- Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең почётлы хеҙмәткәре (2005).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Башкирская энциклопедия — Исачкин Николай Фёдорович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 сентябрь 2022)
- ↑ 3,0 3,1 Единый республиканский бизнес-портал — Исачкин Николай Фёдорович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 сентябрь 2022)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башкирская энциклопедия — Исачкин Николай Фёдорович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 сентябрь 2022)
- Единый республиканский бизнес-портал — Исачкин Николай Фёдорович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 сентябрь 2022)