Эстәлеккә күсергә

Искья

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Искья
Рәсем
Донъя ҡитғаһы Европа
Дәүләт  Италия
Административ үҙәк Искья[d]
Административ-территориаль берәмек Неаполь[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Тиррен диңгеҙе
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Флегринские острова[d]
Иң юғары нөктә Эпомео[d]
Халыҡ һаны 62 027 кеше
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 789 метр
Оҙонлоҡ 9,9 km
Киңлек 7,2 km
Майҙан 46,3 км²
Периметр 34 km
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Ischia from Naples[d]
Карта
 Искья Викимилектә


Искья (итал. Ischia) — вулкан утрауы . Тиррен диңгеҙендә, Неаполитан ҡултығына ингән ерҙең төньяҡ өлөшөндә, Италияның көнбайыш яры буйында урынлашҡан. Ул шулай уҡ «Энарий» (Aenaria) исеме аҫтында билдәле[1]. Утрау Неаполь төбәгене. Кампания провинцияһының бер өлөшө булып тора.

Флегрин утрауҙары

Искья утрауы Кампания өлкәһек составына инә. Неаполитан ҡултығындағы Капри һәм Прочида утрауҙары менән бер рәттән өс төп утрауҙың береһе булып тора.

Майҙаны яҡынса 46,3 км². Халыҡ һаны 62 мең кеше[2]. Ҡаланың төп утрауы — Искья (18 253 кеше). Искья — Неаполь ҡултығындағы иң ҙур утрау (Тиррен диңгеҙендә, Неаполдан 40 км алыҫлыҡта һәм континенттан 7 км алыҫлыҡта урынлашҡан).

Утрауҙың үҙәк өлөшөндә Эпомео (789 м) һәм Тработти (512 м), көньяҡ-көнсығышында Монте-Вецци (Пьедимонте) (395 метр) вулкандары бар[3]. 1301 йылда Искьела һуңғы тапҡыр вулкан атылған.

Яңы заманда Искья ер тетрәүҙәрҙән яфалана, мәҫәлән, 1828., 1832, 1881 һәм 2017 йылдың 1 авгусында[4] 1883 йылдың 28 июлендә сираттағы ер тетрәү һөҙөмтәһендә 2313 кеше һәләк була һәм утрауҙағы Форио, Лакко-Амено һәм Казамиччиола тулыһынса тиерлек юҡҡа сыға[5].

Урындағы иҫтәлекле урындары иҫәбенә Урта быуаттарҙа антик ҡәлғәһенән төҙөлгән Арагон замогы инә. Боронғо ҡәлғәгә б. э. тиклемге 474 йылда рәхимһеҙ Гиерон Сиракузский тарафынан нигеҙ һалынған була. XVI быуатта бында шағирә Виттория Колонна йәшәгән.

Арагон замогы

1949 йылда бында йәшәгән инглиз композиторы Уолтон Уильям һәм уның ҡатын йәшәгән. Ул бында 1983 йылдың 8 мартында үҙе вафат булғансы торған.

Көнсығыш ярҙағы Картароман бухтаһында термаль һыу сығанаҡтары һәм ләм менән дауалаусы бальнеологик диңгеҙ курорты бар. Бында термаль парктар урынлашҡан, шул иҫәптән, «Эдем баҡсаһы» һәм «Посейдон баҡсаһы» тора. Ул термаль сығанаҡтар боронғо рим ғалимдарыы Өлкән Плиний һәм Страбон тарафынан телгә алынған.

Утрауҙа һирәк күҙәтелгән тәбиғәт күренеше бар — юғары баҫым аҫтында һыу парҙары атылып сыға. Был күренеш бихисап туристарҙы йәлеп итә.

La Giardini Mortella Ботаника баҡсаһында кис (билдәле бер көндә) түләүле классик музыка концерттары уҙа.

  1. Энария // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. demo.istat.it 31/08/2009
  3. Princeton Encyclopedia of Classical Sites
  4. НТВ, 22 августа 2017. Россияне пытаются выбраться в безопасное место после землетрясения на острове Искья
  5. Иския // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)