Эстәлеккә күсергә

Исхакова Гөлфиә Заһит ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Исхакова Гөлфиә Заһит ҡыҙы
Тыуған көнө 15 февраль 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (67 йәш)
Тыуған урыны Әлмәт районы, Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР
Һөнәр төрө яҙыусы

Исхакова Гөлфиә Заһит ҡыҙы (Вәлиева) (15 февраль 1957 йыл, ТАССР, Әлмәт районы, Кәләй) – мәҙәниәт хеҙмәткәре, ансамбль етәксеһе, шағирә, Удмуртияла (Воткинск) йәшәп, татар телендә ижад итә. Татарстан (2007) һәм Удмурт Республикаһы (2007) яҙыусылар, РФ журналистар (2014) союзы ағзаһы. Сәжидә Сөләймәнова (2016), Риза Шәфи (2008) исемендәге премиялар лауреаты.

Файл:Г.З.Исхакова 1.jpg
«Аҡ моң алып ҡайындарҙан» китабы (Ижевск, 2007).

Исхакова Гөлфиә Заһит ҡыҙы 1957 йылдың 15 февралендә Татарстан АССР-ы Әлмәт районы Кәләй (вариант: Һабансы[1]) ауылында тыуған. Лениногорск районы Мөкмин-Ҡаратай ауылында үҫкән, Иҫке Ҡыуаҡ ауылы мәктәбен (1974), В. Г. Садовников исемендәге Воткинск машина төҙөү техникумын (1984), Ижевскта Удмурт республикаһы мәҙәниәт техникумын (2004) тамамлаған. Ике тиҫтә йыл Воткинск машина төҙөү заводында технолог булып эшләй. Бер нисә йыл тыуған яғы Әлмәттә эшләп ҡайта. Воткинск ҡалаһында милли «Дуҫлыҡ», «һабан турғайы» (халыҡ ансамбле) ансамблдәрен ойоштора. 2001-2004 йылдарҙа Воткинск радиоһында татарса «Серҙәш» тапшырыуҙарын әҙерләй һәм алып бара. «Яңарыш» гәзитенең (Ижевск) Воткинск ҡалаһында хәбәрсеһе була. Воткинскта П. И. Чайковский исемендәге баҡса («Дуҫлыҡ» клубы) хеҙмәткәре [2].

Шиғырҙарҙы мәктәп йылдарында уҡ яҙа башлай. 1994 йылдан хикәйәләре, лирик шиғырҙары Татарстан Удмурт Республикаһы гәзит-журналдарында («Яңарыш», «Мәдәни җомга», «Ватаным Татарстан», «Хәзинә», «Воткинские вести», «Әлмәт таңнары», «Яшьләр заманы», «Тормыш кыры», «Казан утлары», «Мәйдан», «Ялкын»), «Язмышлар авазы» йыйынтығында (1998, Ижевск) баҫылып сыға. «Язларыма кайтам» (2002), «Ак моң алып каеннардан» (2007), балалар өсөн «Президент булам» (2012), «Сукыр мәхәббәт» (Казан, 2012), «Изге теләкләр юллыйм» (2013, Төмән), «Күңелем фасыллары» (2017) китаптары нәшер ителгән. Шиғырҙарына көй яҙылып, йырға әйләнгән, ҡайһы бер йырсылар (мәҫәлән, Салауат) репертуарында ла бар. Удмурт яҙыусылары әҫәрҙәрен татарсаға тәржемә итә. Үҙенең шиғырҙарын урыҫсаға Сергей Вострокнутов тәржемә иткән [3].

Бүләктәре, маҡтаулы исемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 2008 Риза Шәфи исемендәге премия
  • 2016 Сажидә Сөләймәнова премияһы — «Сукыр мәхәббәт» китабы (Ҡазан, 2012) өсөн дәртләндереү премияһы.

Атаһы Заһит, әсәһе Мәғмүрә.Ире Дуварис Исхаҡов, Ҡазан авиация институтын тамамлағас, Воткинск машина төҙөү заводына эшкә юллама менән ебәрелгән.Балалары: ҡыҙҙары Гөлназ (Сөнәғәтуллина), хисапсы, ҡыҙҙары Гүзәл (Максимова), Удмурт Республикаһы яҙыусылар союзы ағзаһы.

  1. Әдипләребез: биобиблиографик белешмәлек. 2 томда (төзүчеләре Р. Н. Даутов һәм Р. Ф. Рахмани). К.: ТКН, 2009.
  2. Кайда да йөрәктә. Татарстаннан читтә яшәүче татар әдипләренең иҗаты (төзүчеләр И. М. Ибраһимов, Р. Г. Хәннанов; кереш сүз Р. З. Закиров). К.: «Идел-Пресс», 2012. ISBN 978-5-85247-611-1
  1. Исхакова Голфия Загитовна 2021 йыл 19 апрель архивланған.
  2. Наши творческие личности. Исхакова Голфия Загитовна. 2021 йыл 19 апрель архивланған. МАУК «Сад им. П. И. Чайковского» г. Воткинска
  3. Стихи Исхаковой Голфии Загитовны г. Воткинск 2021 йыл 19 апрель архивланған. (рус.)