Эстәлеккә күсергә

Исхаҡов Рияз Марат улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Исхаҡов Рияз Марат улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 29 октябрь 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (55 йәш)
Тыуған урыны Салауат, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө кинорежиссёр

Исхаков Рияз Марат улы (29 октябрь 1968 йыл) — режиссёр, оператор-ҡуйыусы, продюсер, Рәсәй кинематографистар союзы ағзаһы (1997), Башҡортостан Республикаһының Шәйхзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты (1996) [1].

Рияз Марат улы Исхаҡов 1968 йылдың 29 октябрендә Башҡортостан Республикаһының Салауат ҡалаһында тыуған.

Рияз Исхаҡов үҙенең хеҙмәт юлын Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында башлай.

19861988 йылдарҙа Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә.

Башҡортостан телевидениеһында киноопреатор ярҙамсыһы булып эшләй. Артабан «Башкортостан» киностудияһына эшкә күсә, билдәле кинорежиссёр Мәлиҡ Яҡшембәтовтың төшөрөү төркөмөндә эшләй.

19931997 йылдарҙа С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институтының операторҙар факультетында уҡый, В. Н. Железняков оҫтаханаһында шөғөлләнә[2].

1991 йылда оператор-ҡуйыусы Рияз Исхаҡовтың «Врата свободы» тип аталған тәүге башҡорт тулы метражлы нәфис-публицистик фильмы донъя күрә. «Азатлыҡ ҡапҡаһы» фильмы Төркмәнстандың баш ҡалаһы Ашхабадта үткән «Көмөш ярымай» халыҡ-ара кинофестиваленең дипломы менән билдәләнә.

1996 йылда «Быяла юлсы» фильмы өсөн бер төркөм кинематографистар (Булат Йосопов, А. Аҡманов, В. Байрамғолов) менән бергә Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһына лайыҡ була.

2000 йылда «Р. И. Продакшн» ЯСЙ студияһын аса, директор вазифаһын башҡара. «Башҡортостан» Дәүләт телерадиокомпанияһының, Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығының, Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтайҙың, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитетының, «Башкортостан» киностудияһының, Хөсәйенов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының, Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең, «Мираҫ» фольклор бейеү ансамбленең, шәхси кешеләрҙең, Башҡортотан, Татарстан, Ырымбур эстрада йырсыларының нәфис продукция һәм фильмдар буйынса заказын үтәй.

2014 йылда үҙенең «Р. И. Продакшн» студияһында Башҡортостан Республикаһы Президенты Грантына башҡорт халыҡ легендалары һәм йырҙары нигеҙендә тулы метражлы «Етегән» музыкаль телефильмын төшөрҙө.

Шул уҡ 2014 йылда башҡорт халыҡ йырҙары буйынса төшөрөлгән ҡыҫҡа метражлы «Бибигөл һәм Сәйфелмөлөк» фильмы донъя күрҙе.

ОРТ, НТВ-кино, РТР проекттарында һыу аҫтында һәм төрлө махсус съёмка төрҙәре операторы: юғары профессиональ оҫталыҡҡа эйә кинооператор булараҡ, «Ундина», «Чёрная богиня», «Код апокалипсиса» телесериалдарын төшөрөргә саҡырылды.

Исхаҡов Рияз 12 сериялы «Синие ночи» фильмының, шулай уҡ халыҡ-ара кинофестивалдәр приздарын яулаған тулы метражлы «Радуга над деревней», «Тринадцатый раунд», «Ловец ветра» уйын фильмдарының ҡуйыусы операторы.

Рияз Исхаҡов «И это всё Роберт» күп сериялы шаян фильмын төшөрөү буйынса эшләй. Ул проектты тормошҡа ашырыуҙа Өфөләге UTV Ҡала телеканалы командаһы, «Уфанет» компанияһы һәм Рияз Исхаҡов киностудияһы ҡатнаша.

Тағы ла «Тропа Постап» интернет-сериалы, Татарстандың халыҡ шағиры Ғабдулла Туҡай әҫәрҙәре буйынса фильм,

«Тайны пещеры Шульган-Таш» нәфис-фантастик фильмын тамашасыға күрһәтте[3].

Музыкаль новеллалары һәм фильмдары: • «Алтын мираҫ»,

• «Заманалар»,

• «В поисках Акбузата» фәнни-популяр сериал (2007)

• «Ҡаһым-түрә» (2009)

• «Һөйәнтүҙ» «Сеянтус» (2010)

• «Тайны пещеры Шульган-Таш» нәфис-фантастик фильмы

• «Етегән» музыкаль телефильмы (2014), режиссёры Йомағолов Айсыуаҡ Илшат улы [4][5][6]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

• Башҡортостан Республикаһы Президенты Гранты[7][8]

Рияз Марат улының әсәһе Исхаҡова Рива Авзал ҡыҙы (26.12.1940-18.02.2021) Саҡмағош районы Иҫке Үҙмәш ауылында тыуып үҫкән) — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Сибай, Салауат, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы[9].

Режиссёр Исхаков Рияз Маратович 2022 йыл 6 ғинуар архивланған.

Битва за Куштау в 50 фотографиях. Рияз Исхаков

Рияз Исхаков: «Башкирскому кино пора вырасти из пелёнок» 12 января 2017 г.