Ит турағыс

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ит турағыс
Рәсем
Продукция фарш[d]
Схематичная иллюстрация
 Ит турағыс Викимилектә
Һүтелгән механик ит үткәргес өлөштәренең урынлашыу схемаһы
Һүтелгән механик ит турағыс:
1. Корпус:
А. Ит алғыс;
Б. Беркеткес струбцина;
2. Һабы;
3. Шнек — һулда йөрөүсе һырлау;
4. Подшипниклы бөкө;
5. 4 асалаҡ ярҙамында тураусы бысаҡ;
6. Рәшәткә;
7. Накидной гайка;
8. Тотҡаны нығытыусы рым-болт

Ит турағыс — ит фаршы һәм башҡа төр аҙыҡ-түлекте ваҡлап турау өсөн механик йәки электромеханик ҡулайлама. Шулай уҡ туҡмас эшләү өсөн ҡулланыла, спагетти, печенье, йомшаҡ емеш-еләк һәм йәшелсә һуты әҙерләүҙә ҡулланыла. Аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә ҡулланылған шуға оҡшаш ҡоролма өйрөлсөк[1]тип атала.

Ит турағысты XIX быуатта барон Карл Дрез[2]уйлап таба.

Ҡоролошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Электр ит турағысының алына торған эшсе өлөшө, ит ҡырҡыу насадкаларының оҡшаш конструкцияһы кухня комбайндарында ла файҙаланыла. Аҫтағыһы: пластмасса улаҡ һәм ит ҡабул иткескә этәргес. Төрлө диаметрлы ярыҡтары булған рәшәткәләр

Классик ит турағыс түбәндәге өлөштәрҙән тора:

  • ит ҡабул итеүсе корпус;
  • шнек валы
  • әйләнеүсе бысаҡ;
  • рәшәткә (хәрәкәтһеҙ бысаҡ);
  • тотҡа

Ит йәки башҡа продукт ит ҡабул иткес аша шнек конвейерына эләгә, уның ярҙамында рәшәткәгә һырыҡтырыла, һуңынан рәшәткә өҫтөнән шыуып торған бысаҡ ярҙамында киҫелә. Ҡул ит турағысының ит ҡабул иткесендә ҡабырғалар бар, улар ярҙамында ҙур ит киҫәген шнектан үткәреү өсөн бәләкәйерәк киҫәктәр ҡырҡып алына. Блендерҙан айырмалы рәүештә, ит турағыста продукттар туҡтауһыҙ ваҡлана: продукт ит ҡабул итеү ҡулайламаһына һалына һәм рәшәткә аша сыға.

Ит турағысты хәрәкәткә килтергәндә, тотҡаға ярайһы уҡ күп көс һалына, тимәк, ҡулайламаны өҫтәлгә ныҡлап беркетеү талап ителә. Шуға күрә ҡул ит турағыстары ҡыҫтырғыс (струбцина) менән йыһазландырыла. Электр приводлы ит турағыстарға ҡыҫтырғыс талап ителмәй, өҫтәлгә йәки иҙәнгә нығытырлыҡ итеп эшләнә. Көнкүреш электр ит турағыстарында ит ҡабул иткестәр тарыраҡ һәм оҙонораҡ тамаҡлы, һәм бармаҡтар шнекка эләкмәһен өсөн йыйылмаға эткес инә. Көнкүрештә ҡулланылған электр ит турау өсөн итте ит ҡабул итеү өлөшөнә тапшырыр алдынан ит киҫәген вағыраҡ ҡырҡыу яҡшыраҡ.

Ит турағыс кухня комбайндары составында өҫтәмә ҡорамалдар рәүешендә лә булыуы мөмкин. Шулай уҡ корпусында ҡырҡыу тибындағы юғары әйләнешле бысаҡ ҡанатына оҡшаған башҡа конструкциялы электр ит турағыстары ҡул блендерының өҫтәмә насадкаһы рәүешендә булыуы мөмкин[3].

Башҡорттарҙа ит эшкәртеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт халҡы борондан йылҡы ите ашап көн күргән. Эре мөгөҙлө (Һыйыр), ваҡ мал (һарыҡ, кәзә) аҫыраған. Ит турағыс аппараттары булмағанлыҡтан, бишбармаҡҡа итте уртаса дәүмәлдә турап һалғандар. Ҙур бәлештәр эшләгәндә, итте мөмкин тиклем вағыраҡ киҫәктәргә бүлгәндәр. Ҡаҙылыҡ итен буйға киҫеп, төрлө тәмләткестәр һибеп, эсәк эсенә тултырғандар. Ҡаҙылыҡты бешергәндән һуң, өлөштәргә бүлеп һыйланғандар. Ит турағыстар менән файҙалана башлағас, ваҡ бәлештәр, билмәндәр, кәтлиттәр бешерергә өйрәнгәндәр.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ваган

Фарш (эслек)

Кухня комбайны

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Книга:Товарный словарь

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

История мясорубки

7 необычных фактов об обычной мясорубке

История изобретения мясорубки

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. ГОСТ Р 53895-2010 2017 йыл 3 февраль архивланған.. Машины и оборудование для пищевой промышленности. Волчки. Требования по безопасности и гигиене
  2. ИЗ ИСТОРИИ МЯСОРУБКИ 2018 йыл 30 сентябрь архивланған. / Наука и Жизнь, 2006 № 12
  3. 7 необычных фактов об обычной мясорубке

Ҡалып:Кухонная техника