Туҡмас
Уҡыу көйләүҙәре
| Туҡмас | |
| | |
|
Ашамлыҡтар | |
| Авторы | |
|---|---|
| Тыуған иле | |
| Компоненттар | |
| Төп | |
| Булыуы мөмкин |
Һурпа |
Туҡмас — оҙонса тар ҡамыр киҫәктәренән торған макарон изделиеһы; Бойҙай, дөгө онон һыуҙа иҙеп әҙерләнә, йомортҡа йәки йомортҡа онон ҡушырға мөмкин.
Башҡорт аш-һыу аҙығы әҙерләү йолаһынанда туҡмаслы, һурпалы аш тигән мәғәнәһе бар.
Ҡатнашмалар өлөшө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡулланышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Туҡмасты башҡорттар көндәлек аҙыҡ өсөн бешерә, ҡунаҡ саҡырғанда, эре бәрәңге ҡушып әҙерләй, ҡөрьән ашында, туҡмасҡа йәшел тәмләткес үләндәр өҫтәп һурпа рәүешендә һыйға өҫтәлә.

Әҙерләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Һурпалы туҡмас бешереү өсөн, итте, бешеү менән айырып алалар. Һурпаға һуған һалып, бер нисә минут ҡайнатыла һәм туҡмас һалына. Туҡмасты йәйелгән ҡамырҙан оҙонса, нәҙек итеп киҫәләр; уҡмашмаһын өсөн, алдан турап киптерәләр һәм ҡаҙанда ҡайнап торған һурпаға төшөрәләр. Кишерҙе туҡмас рәүешендә оҙонсалай тураһаң, аш матур һәм туҡлыҡлы килеп сыға.
- Туҡмасты итһеҙ бешергәндә, ашҡа аҡ май йәки туң май өҫтәргә мөмкин. Ашығыҙ тәмле булһын!
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башкирская кухня
- Туҡмас — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
