Эстәлеккә күсергә

Ишморатова Майя Мөнир ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ишморатова Майя Мөнир ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 27 май 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (58 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә биология фәндәре докторы[d]

Ишморатова Майя Мөнир ҡыҙы (27 май 1966 йыл) — ғалим-ботаник. 2007 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, физиология һәм дөйөм биология кафедраһы мөдире. Рәсәй Тәбиғәт фәндәре Академияһының мөхбир ағзаһы, биология фәндәре докторы (2004), профессор (2011). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.

Майя Мөнир ҡыҙы Ишморатова 1966 йылдың 27 майында Өфө ҡалаһында тыуған. 1983—1989 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының биология факультетын юғари һөнәри белем ала[1].

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1989 йылда Ботаника баҡса-институтында башлай һәм тиҫтә йыл тиерлек шунда эшләй (өҙөклөк менән), шул иҫәптән 1998 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2004 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр, 2005 йылдан — лаборатория мөдире.

1998—2004 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында, 2007 йылдан башлап Башҡорт дәүләт университетында уҡыта[1], физиология һәм дөйөм биология кафедраһы мөдире.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни эшмәкәрлеге популяциялар биологияһы, геоботаника, интродукция, күҙәнәктәр һәм туҡымалар культураһы менән бәйле. Ишморатова М. М. ҡайһы бер һирәк осраусы һәм ресурс төрҙәрҙе in vitro шарттарында клональ микроүрсетеү технологияларын, заттарҙың үлсәнеш спектры буйынса үҫемлектәрҙең һәм уларҙың популяцияларының йәшәү һәләтен, популяцияларҙың торошон һәм тәбиғәтте һаҡлауҙағы әһәмиәтен баһалау ысулдарын, уларҙы комплекслы тикшереү методикаһын эшләй. 180-дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы[1].

  • Родиола иремельская на Южном Урале. М., 2006[1];
  • Семена травянистых растений: особенности латентного периода, использование в интродукции и размножении in vitro. Уфа, 2009 (авторҙаш);
  • Орхидеи Башкирского заповедника и сопредельных территорий. Уфа, 2010 (авторҙаш);
  • «Математическое моделирование динамики численности биологической популяции при изменяющихся внешних условиях на примере бурзянской бортевой пчелы (Apis mellifera L., 1758)», Матем. биология и биоинформ., 12:1 (2017) (авторҙаш).

Ишморатова М. М. түбәндәге ғилми йәмғиәттәр ағзаһы:

  • Бөтә Рәсәй Анатомдар, гистологтар һәм эмбриологтар ғилми йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе;
  • Халыҡ-ара морфологтар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе һәм Халыҡ-ара физиологтар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе

[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре;
  • Башҡортостан Республикаһы Мәғариф отличнигы;
  • Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы;
  • Рәсәй Тәбиғәт фәндәре Академияһының мөхбир ағзаһы[2].
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 http://bashenc.online/ba/articles/90379/ Башҡортостан энциклопедияһы — Ишморатова Майя Мөнир ҡыҙы
  2. 2,0 2,1 Сотрудники кафедры физиологии и общей биологии 2019 йыл 21 ноябрь архивланған.