Иҫке Тбилиси

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫке Тбилиси
груз. ძველი თბილისი
Нигеҙләү датаһы 2007
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Тбилиси
Урынлашыу картаһы
Коллаж
Карта
 Иҫке Тбилиси Викимилектә

Иҫке Тбилиси (груз. ძველი თბილისი) — административ район — Тбилисиның тарихи үҙәге.

Ул ҡаланың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Төрлө сығанаҡтарҙа район сиге төрлөсә күрһәтелә — XII быуатта Тифлис биләмәһе[1], боронғо ҡәлғә диуары сиктәрендә ҡала биләмәһе, төньяҡтан Куранан Сололак һыртына тиклем, көкөрт мунсаларын (Абанотубани) һәм көньяҡтан Харпугины индереп, Пушкин-Бараташвили урамдары линияһындағы биләмә, Грузияның Рәсәйгә ҡушылғанға (1801) тиклемге биләмәһе.

Был районда урамдар кәкере, тар, биналар урта быуат төҙөлөшө һыҙаттарын һаҡлаған.

Иҫке Тбилиси ҡалаһында архитектура һәйкәлдәре туплаған, хатта V быуат йорто ла бар, әммә XIX быуатта төҙөлгән биналар күберәк. Район биләмәһендә XVIXVII быуаттарҙа өҫтәп төҙөлгән Нарикала цитаделе емереклектәре, түбәнге ҡәлғә диуарҙары ҡалдыҡтары[2], боронғо Анчисхати сиркәүе (VI быуат) һәм Метехи (яҡынса V быуат), Сиони кафедраль соборы (VI быуат) һәм батша Ростом мунсалары (XVII быуат) урынлашҡан. Архитектура ҡомартҡыларының ҡайһы берҙәре Бөтә донъя һәйкәлдәр фондының һаҡ исемлегенә индерелгән.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Боронғо Тбилиси» һүҙбәйләнеше телдә элек-электән ҡаланың тарихи өлөшөн билдәләү өсөн ҡулланылһа ла, был исемдәге административ район 2007 йылда ғына ойошторола[3] һәм элек баш ҡаланың башҡа райондары составына индерелгән дүрт административ-территориаль район — Мтацминда-Крцаниси, Исани-Самгори, Дидубе-Чугурети һәм Ваке-Сабурталоның урамдары һәм кварталдарынан барлыҡҡа килә[4].

Иҫке ҡала борондан Кура йылғаһынан Сололак һыртына тиклемге арала ҡәлғә диуары менән уратып алына. Тәүге стеналарҙы Дачи батша (499—514) һалдырта. Ул күп тапҡырҙар емертелә һәм ҡайтанан тергеҙелә. Батшалар төҙөгән ҡеүәтле диуар Ростом батша (XVII быуат) бик ҡеүәтле диуар һалдыра, уның бейеклеге 4-5 сажен, ҡалынлығы яҡынса 2,5 аршын була. Стеналарҙа һигеҙ ҡапҡа уйыла — Сеидабад, Ганжа (Эриван), Ҡәлғә, Сололак, Коджор, Картлий, Дигом, Курск. Стеналар 1820—1840 йылдарҙа һүтелә[5]

Ҡала 1795 йылда Аға-Мөхәмәд-шах баҫып алған ваҡытта бик ныҡ талана.

Ҡаланы реконструкциялау планын А. С. Грибоедов төҙөй.

XX быуат башына ҡала халҡының күпселек өлөшө сауҙа менән шөғөлләнгән әрмәндәрҙән (40%-ҡа тиклем) тора, халыҡтың дүрттән бер өлөшөн ауылда йәшәгән грузиндар, тағы ла дүрттән бер өлөшөн чиновниктар һәм хәрби вазифалар биләгән урыҫтар тәшкил итә, уларҙан тыш бында фарсы, татар, немец, йәһүдтәр һәм башҡа милләт вәкилдәре лә йәшәй.

Районды реконструкциялау[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Социализи заманында ҡайһы бер урамдар һәм майҙандар киңәйтелә, күперҙәр төҙөлә, мөһим транспорт объекттары янында бер ниндәй планһыҙ төҙөлгән объектар һүтелә, Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер архитектура ҡомартҡылары (шииттар мәсете, каруан-һарайҙар) юҡҡа сығарыла.

1960-сы йылдарҙан Иҫке ҡала архитектор Ш. Кавлашвили етәкселегендәге план буйынса реконструкциялана[6].

Реконструкциялауҙың беренсе этабы 1980 йылда «Тбилисоба» байрамы менән тамамлана[7]

Ҡаланы реконструкциялау пландары артабан да ҡабул ителеп ғәмәлгә ашырыла[8]

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]