Иҫке Ҡыйышҡы ҡурғандары
Иҫке Ҡыйышҡы ҡурғандары | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Иҫке Ҡыйышҡы |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | список объектов культурного наследия: Кармаскалинский район[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][1] |
Указания, как добраться | юго-восточная окраина деревни, левый берег р. Белая |
Иҫке Ҡыйышҡы ауылы янындағы Сармат ҡурған ҡәберлеге — Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Ҡыйышҡы ауылының (рус. Старые Киешки) көньяҡ‐көнсығыш ситендә Ағиҙел йылғаһының һул ярында ҡалҡыу урында урынлашҡан. Сармат мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы[2].
Өйрәнеү тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был ҡәберлекте тикшереүҙе 1934 йылда Өфө-Иҫке Ишембай тимер юлы линияһы төҙөлөшө трассаһында эшләүсе Матди мәҙәниәт тарихы дәүләт академияһының Өфө археология экспедицияһы башлай. Ҡурған ҡәберлеге П. Д. Дмитриев һәм К. В. Сальников тарафынан асыла һәм өйрәнелә. Шул уҡ йылда 15 өйөм иҫәпләнгән ҡурғандар төркөмөнән бер IX ҡурған ҡаҙыла. Ҡаҙыныуҙар авторы П. А. Дмитриев уны б.э. тиклем IV—V бб. иртә сармат мәҙәниәте ҡомартҡыһына ҡарауын раҫлай. 1957—1960 йылдарҙа ғалим-археолог М. Х. Садиҡова тикшерә. Шул уҡ ваҡытҡа ҡараған тағы дүрт ҡурған (XI, XIII, XIV, XX) ҡаҙыла.
Иҫке Ҡыйышҡы ауылы янындағы иртә сармат мәҙәниәт ҡомартҡылары ҡурғанлы ҡәберлектәрҙән тора, Башҡортостан территорияһында ҡурғандар аҙ өйрәнелгән. Ҡәберлектәр Ағиҙел йылғаһының һул ярының икенсе киртләсендә урынлашҡан 20 өйөмдә тора (диаметрә 18—30 м, бейеклеге 0,1—2,1 м), һигеҙе (150 ҡәбер) өйрәнелгән. Ҡурғандар баҫыуҙа, зыярат һәм көтөүлектә, ауыл урамында һәм баҡсаларҙа урынлашҡан.
Ҡайһы бер ҡурғандар элекке ундағы барған төҙөлөштәр (XII, XIII, XIV, XX) һәм хәҙерге ерләүҙәр (III—XIV) тарафынан боҙолған. Беренсе сиратта колхоз тарафынан юлдар һалғанда (XI, XX), колхозсыларға өҫтәмә рәүештә шәхси баҡсаларға бүлеп бирелгән участкаларға ингән ҡурғандарҙа (XIII, XIV) ҡаҙыныу эштәре башлана. Ҡурған өйөмдәрен асыу өлөшләтә бульдозер ярҙамында башҡарыла. XIII ҡурған ҡул менән түңәрәк траншея ысулы менән ҡаҙыла.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ерләү ҡоролмалары тура мөйөшлө, овал формаһындағы, ҡайһы ваҡыт баҫҡыслы, көпләнгән ҡәбер соҡорҙарынан ғибәрәт. Мәйеттәр салҡан һалып, баштары менән башлыса көньяҡҡа ҡаратып ерләнгән. Ерләнгән кешеләрҙең енесе һәм йәше шартлы рәүештә билдәләнә: һөйәктәренең ҙурлығы буйынса (баланыҡы һәм оло кешенеке) һәм йыһаздар составы буйынса. Ғәҙәттә ир заты ҡәберҙәрендә — ҡорал (тимер ҡылыстар, бысаҡтар, хәнйәрҙәр, һаҙаҡ ырғаҡтары, тимер һәм бронза уҡ башаҡтары), эш ҡоралдары (тимер бырау, ҡасауҙар, арҡыры балталар), ат егеү кәрәк‐ярағы (тимер ауыҙлыҡтар); ҡатын‐ҡыҙҙыҡында биҙәүестәр (быяла, лигнит, мәрйен муйынсаҡтар, бронза суҡтар, һырғалар), көнкүреш әйберҙәре (бронза көҙгөләр, таш иген онтағыстар) осрай. Шулай уҡ ҡорбан ителгән хайуан һөйәктәре табылған. Тик X һәм XV ҡәберлеге ҡурғандары айырылып тора. Беренсе ҡурғанда уртала ҡатын-ҡыҙ ерләнгән, башҡа ерләнгәндәр араһында ҡатын-ҡыҙҙар, балалар ҡәберҙәре, ир-аттыҡы тик берәү генә. Икенсе ҡурғанда өйөмдө алты һуғышсының ҡәбере биләй. Күрәһең, был ҡурған-ҡәберлектәр ниндәйҙер ғәҙәттән тыш осраҡ. Ҡомартҡы Сармат мәҙәниәте ҡәбиләләренең Көньяҡ Уралға күсеп ултырыу процесын сағылдыра[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Указ президиума Верховного совета республики Башкортостан № 6-2/251в от 12.05.1992
- ↑ Старокиешкинские курганы
- ↑ Общие элементы в погребальном обряде и инвентаре населения Кара-абызской культуры и Сармат лесостепи Южного Урала (по материалам Шиповских, Старо-Киишкинских и Бишунгаровских курганов. В.В.Овсянникова