Эстәлеккә күсергә

Садиҡова Мәхмүҙә Хисай ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәхмүҙә Хисай ҡыҙы Садиҡова
Файл:Садыкова Махмуда Хисаевна.jpg
Тыуған көнө

14 август 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Өфө губернаһы Өфө өйәҙе Шәрип-Мәмәк ауылы

Вафат булған көнө

20 сентябрь 1985({{padleft:1985|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (66 йәш)

Вафат булған урыны

Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһы

Ил

 СССР

Эшмәкәрлеге

Археолог

Садиҡова Мәхмүҙә Хисай ҡыҙы (14 август 1919 йыл — 20 сентябрь 1985 йыл) — СССР ғалим-археологы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, комсомол органдары хеҙмәткәре. Тарих фәндәре кандидаты (1965). Хәҙерге заман Башҡортостан археологияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарынан беренсе профессиональ археолог.

Төп тикшеренеү йүнәлеше — Көньяҡ Уралдың сармат мәҙәниәте. Бер нисә археологик ҡомартҡыны аса: Иҫке Муса ҡурғандары[1], Убалар[2], Шәкетау тауының көнсығыш битләүендә Шаһ-Тау[3]; Иҫке Ҡыйышҡы ҡурғандарын өйрәнә[4]. Тиҫтәләгән ғилми хеҙмәт авторы.

Мәхмүҙә Хисай ҡыҙы Садиҡова 1919 йылдың 14 авгусында Өфө губернаһы Өфө өйәҙенең Шәрип-Мәмәк ауылында тыуған.

1933 йылдан ВЛКСМ ағзаһы. 19381942 йылдарҙа Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый.

1940 йылда атаһы вафат булғандан һуң, 19411942 йылдар осоронда уҡыуын Учалы районының Ильин алтын приискыһында тарих һәм география уҡытыусыһы булып эшләү менән бергә алып барырға мәжбүр була. 19421943 йылдарҙа Өфө судноларэшләү заводы ҡарамағындағы 3-сҡ ФЗО-ла тәрбиәсе булып эшләй.

19431945 йылдарҙа 10-сы һөнәрселек училищеһының комсоргы. 1945 йылдан КПСС ағзаһы. 19451947 йылдарҙа — ВЛКСМ-дың Өфө ҡалаһы Жданов районы комитетының икенсе секретары. 19471948 йылдарҙа Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының КПСС тарихы, философия һәм политэкономия кабинеты мөдире, ә 19481952 йылдарҙа — тарих кафедраһы ассистенты.

1952 йылда Мәхмүҙә Хисай ҡыҙы яҙмышын үҙгәртергә ҡарар итә һәм аспирантураға инә: 19521957 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Тарих институты аспиранты.

Уҡыуын тамамлағандан һуң Өфөгә ҡайта СССР Фәндәр академияһы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Башҡортостан филиалында кесе ғилми хеҙмәткәр вазифаһын (1957—1963 йылдар) эш башлай.

19621963 йылдарҙа М. Х. Садиҡова Федоровка, Стәрлебаш, Баймаҡ, Хәйбулла һәм Әбйәлил райондарында разведка эштәре үткәрә, уның һөҙөмтәһе булып Башҡортостандың Урал аръяғында Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан бронза быуаттың алты тораҡ һәйкәле: Аҡназар һәм Оло Әбеш тораҡтары, Оло Арыҫланғол биләмәһе (Хәйбулла районы), Буранбай һәм Муллаҡай тораҡтары, шулай уҡ Сыңғыҙ палеолит торағы (Баймаҡ районы) асыла[5].

М. Х. Садиҡованың бигерәк тә Ҡырмыҫҡалы районындағы Иҫке Ҡыйышҡы ҡурған ҡәберлектәрендәге ҡаҙыныуҙары айырым иғтибарға лайыҡ. Был һәйкәлде тикшеренеүҙәрҙе Башҡортостан территорияһында иртә күсенеүселәрҙең мәҙәниәтен төрлө яҡлап фәнни өйрәнеүҙең башы тип хаҡлы рәүештә атарға мөмкин. Уның тәҡдим иткән һәйкәлде этномәҙәни һәм хронологик интерпретация хәҙер ҙә кире ҡағылмай[6].

1963 йылда Темәс ауылы эргәһендәге ҡурғандарҙы асы һәм тикшерә. Һуңынан был эште Н. А. Мәжитов менән М. И. Рәжәпов дауам итә.

1963 йылда институттан китергә мәжбүр була. 19631967 йылдарҙа — эшһеҙ.

Эштән ебәреүгә нигеҙ булып, уның йәнәһе лә, эшен башҡара алмауы сәбәпле институттың килешеүен оҙайтмаҫҡа ҡарар итеүе тора. Йәшерен тауыш биреүҙә 8 кеше — ыңғай, 6 кеше ҡаршы була.

Республиканың партия етәкселәре исеменә һәм институт директоры исеменә яҙҡан ғаризаһында Мәхмүҙә Хисай ҡыҙы фәнни эштәренең тотҡарланыуына 1959 йылда — улы, 1961 йылда ҡыҙы тыуыуы һәм уларҙың ҡаты сирләүе тураһында яҙа. Бер нисә йыл Мәхмүҙә Хисай ҡыҙы Садиҡова һөнәре буйынса эшкә урынлаша алмай, ғаилә бары тик тормош иптәшенең эш хаҡына ғына йәшәй.

1967 йылда иренең ҡаты ауырып китеүенә бәйле, ғаиләнең матди хәле ҡот осҡос ауыр була.

Әммә барлыҡ ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, ул кандидатлыҡ диссертацияһы өҫтөндә эшен дауам итә һәм киләсәктә институтҡа ҡайтып эш башлау өмөтөн өҙмәй.

1965 йылда Мәскәүҙә Рәсәй Фәндәр академияһының Археология институтында А. П. Смирнов етәкселегендә «Башҡортостан территорияһында сарматтар» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1967 йылда Мәжитов Нияз Абдулхаҡ улының һәм СССР Фәндәр академияһы Археология институтының скиф-сармат археологияһы секторы мөдире Смирнов Алексей Петрович һәм Смирнов Константин Федорович юллауы буйынса, тарих фәндәре кандидаты М. Х. Садиҡованы СССР Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына өлкән лаборант вазифаһына эшкә алалар.

1970 йылда, тормош иптәше вафат булғандан һуң, матди ауырлыҡтар арҡаһында М. Х. Садиҡова фәнни эшмәкәрлеген ҡалдырып, Башҡорт дәүләт медицина университетының философия кафедраһы доценты вазифаһына күсә һәм унда 1974 йылға, пенсияға сыҡҡанға тиклем эшләй.

  • Археологические находки в Башкирии // Советская археология. — 1961. — № 4. — С. 278—281.
  • Сарматские памятники Башкирии // Материалы и исследования по археологии СССР. — М. ; Л. : Издательство Академии наук СССР, 1962. — № 115 : Памятники скифо-сарматской культуры. — С. 242—273.
  • Сарматский курганный могильник у дер. Старые Киишки // Археология и этнография Башкирии: сборник / Академия наук СССР, Башкирский филиал ИИЯЛ. — Уфа, 1962 — стр. 88-122
  • Новые памятники железного века Башкирии // Археология и этнография Башкирии: сборник / Академия наук СССР, Башкирский филиал ИИЯЛ. — Уфа, 1962 — стр. 123—132
  • Отчет о результатах археологической экспедиции в Башкирии в 1963 г.[7]
  • Кандидатская диссертация по теме «Сарматы на территории Башкирии», 1965
Махмуда Хисаевна подготовила к изданию книгу, но издать не смогла. Она до сих пор лежит в архиве. Печатать её сегодня нет смысла — археология шагнула далеко вперёд

— археолог, старший научный сотрудник отдела археологии ИИЯЛ УНЦ РАН, кандидат исторических наук Рамиль Бакирович Исмагилов[8]

  1. http://башкирская-энциклопедия.рф/index.php/info/2-statya/3021-staromusinskie-kurgany(недоступная ссылка)
  2. http://башкирская-энциклопедия.рф/index.php/component/content/article/2-statya/3375-ubalar 2016 йыл 7 апрель архивланған.
  3. http://башкирская-энциклопедия.рф/index.php/component/content/article/2-statya/1315-shakh-tau 2016 йыл 7 апрель архивланған.
  4. http://башкирская-энциклопедия.рф/index.php/component/content/article/2-statya/4456-starokieshkinskie-kurgany 2016 йыл 7 апрель архивланған.
  5. Бахшиев И.
  6. Отдел археологических исследований 2017 йыл 2 февраль архивланған., Официальный сайт Института истории, языка и литературы Уфимского научного центра РАН, 2017
  7. Отчеты о полевых исследованиях. Каталог 1965—1968, ИА РАН, Москва, 2013 2017 йыл 29 март архивланған. — стр. 292
  8. Айдар Хусаинов Горшки не устаревают. Стареют знания // Уфимские ведомости. — 2006. — № 5 (160).