Йондоҙҡай (Stellaria) — ҡәнәфер һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.
Яҡынса 120 төрө билдәле, бөтә ер шарында таралған. Башҡортостанда 8 төрө үҫә: һаҙ йондоҙҡайы, ҡаты япраҡлы йондоҙҡайы, туғай йондоҙҡайы, йөнтәҫ касалы йондоҙҡай, йорт йондоҙҡайы, фин йондоҙҡайы, ҡаты япраҡлы йондоҙҡай, урман йондоҙҡайы һ.б.
Һаҙлыҡтарҙа, болондарҙа, йылға ярҙарында, урмандарҙа үҫә. Туғай йондоҙҡайы, йөнтәҫ касалы йондоҙҡай, йорт йондоҙҡайы республиканың бөтә биләмәһендә; фин йондоҙҡайы, ҡаты япраҡлы йондоҙҡай, урман йондоҙҡайы башлыса Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында таралған. Бунге йондоҙҡайы башлыса Башҡортостандың Урал алдында, ҡалын япраҡлы йондоҙҡайы Йәрмәкәй һәм Ҡалтасы райондарында осрай.
Күп йыллыҡ, һирәгерәк бер һәм ике йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары 4 ҡырлы йәки йомро, төҙ йәки күтәрелеүсән, бейеклеге 5—60 см. Япраҡтары таҫма‑ланцет йәки йомортҡа формаһында, ултырма йәки һаплы, ҡапма‑ҡаршы урынлашҡандар. Сәскәләре аҡ төҫтә, дөрөҫ төҙөлөшлө, ике енесле, сәскәлектәре — дихазиялар. Май—сентябрҙә сәскә ата. Емеше — тумалаҡ йәки йомортҡа формаһындағы ҡумта, июнь—октябрҙә өлгөрә.
Бунге йондоҙҡайы, туғай йондоҙҡайы — мал аҙығы һәм баллы үҫемлек, ҡаты япраҡлы йондоҙҡай, тәкәрлек йондоҙҡайы — ағыулы үҫемлек. Йорт йондоҙҡайы йәки йорт үләне — ҡыйүләне, составында С витамины, дуплаусы матдәләр, сапониндар, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.
- Edible and Medicinal Plants of the West, Gregory L. Tilford, ISBN 0-87842-359-1
- Цвелев Н.Н. Звездчатка // Флора Восточной Европы. — М.: Тов-во научных изданий КМК, 2004. — Т. 11. — С. 146.
Йондоҙҡай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.