Йонос торамаһы
Йонос торамаһы
Йонос торамаһы | |
Дәүләт | Башҡортостан Республикаhы |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Мәсетле районы |
(рус. Юнусовское поселение) — Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Йонос ауылы эргәһендә урынлашҡан б.э.т. III мең йыллыҡҡа — б.э.т. II быуатҡа ҡараған археологик ҡомартҡыһы[1][2][3]
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йонос торамаһы Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Йонос ауылы көнсығышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Әй йылғаһының уң ярында ҡалҡыулыҡта урынлашҡан.
Ауылдан район үҙәгенә тиклем (Оло Ыҡтамаҡ) — 23 км
Табылдыҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡомартҡы майҙаны 3500 м², 370 м² ере археологик тикшеренеүҙәр маҡсатында ҡаҙып тикшерелгән.
Неолит—энеолит дәүеренә ҡараған аҫҡы ҡатламдарҙа таш әйберҙәр, керамика ҡалдыҡтары табылған. Тәүгеләре иҫәбендә — бысаҡҡа оҡшаш пластиналар, ҡырғыстар, ярғыстар, керамика — ҡыя мөһөр баҫып биҙәлгән һауыттарҙан ғибәрәт.
Иткүл мәҙәниәтенә ҡараған өҫкө ҡатламда тальк һәм слюда ҡушып яһалған һәм һырҙар, ваҡ тешле штамп эҙе менән биҙәлгән, ауыҙы тышҡа ҡарай бөгөлгән түңәрәк төплө балсыҡ һауыттар табылған. Шулай уҡ Горохов мәҙәниәтенә ингән эре ҡом, слюда, тальк һәм шамот ҡушып яһалған шар йәки йомортҡа рәүешендәге, тешле мөһөр баҫылған кәкерсәктәр, ҡыя һыҙыҡтар һәм һырҙар менән биҙәлгән һауыттар килеп сыҡҡан; балсыҡ орсоҡбаштар, батырғыстар кеүек көнкүреш кәрәк-ярағы; бронза уҡ башаҡтары, таш ҡайраҡ; металлургия ҡоралдары — таш сүкеш, балсыҡ сопло, шлак; хайуан һөйәктәре табылған.
Усаҡ тирәләй 4 бағана соҡоро булған ярым ер өй рәүешендәге тура мөйөшлө торлаҡ асыҡланған.
- ерләү тәртибе
Торлаҡта ҡабыҡ менән ябылған ҡәбер табылған. Мәйет салҡан һалып, башы менән төньяҡҡа ҡаратып ерләнгән.
- шөғөлдәре
Торама халҡы малсылыҡ, металл эшкәртеү менән шөғөлләнгән.
Ҡомартҡы таш быуат — иртә тимер быуат дәүерендә төньяҡ-көнсығыш Башҡортостан терр‑яһына халыҡтарҙың килеп ултырыу этаптарын сағылдыра.
Йонос торамаһы материалдары Башҡортостан Республикаһының Археология һәм этнография музейында һаҡлана[4]. Музей архитектура ҡомартҡыһы булып иҫәпләнгән Е. А. Поносова-Молло йортонда урынлашҡан[5].
Асыш тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡомартҡы 1968 йылда археолог, тарих фәндәре кандидаты Ю. А. Морозов тарафынан асыла һәм 1969, 1972, 1980 йылдарҙа өйрәнелә.
1982 йылда СССР һәм Рәсәй археологы, варяг боронғолоғо буйынса белгес А. И. Лебедев тикшерә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ю. А. Морозов Йонос торамаһы//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
- ↑ Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Торама//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
- ↑ И.Г.Петров. Музей археологии и этнографии // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Карточка объекта культурного наследия России регионального значения № 021410153440005
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ю. А. Морозов Йонос торамаһы//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
- Торама//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лебедев А. И. Новые памятники раннего железного века на северо-востоке Башкирии // Источники и источниковедение истории и культуры Башкирии. Уфа, 1984
- Морозов Ю. А. Материалы по каменному веку Уфимского плато // Материалы по археологии Южного Урала. Уфа, 1992
- Савельев Н. С. Население Месягутовской лесостепи в V—III вв. до н. э. Уфа, 1998.
- Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
- Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
- Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
- Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.
Ю. А. Морозов