Йылы күл (Өфө)
Йылы күл | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы, Өфө һәм Калинин районы |
Оҙонлоҡ | 0,97 km |
Киңлек | 0,3 km |
Вертикаль тәрәнлеге | 2,5 метр |
Майҙан | 0,015 км² |
Периметр | 2,63 km |
Йылы күл Викимилектә |
Йылы күл (Тёплое озеро) —Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы Калинин районы Инорс биҫтәһендә урынлашҡан яһалма күл.
2-се йылылыҡ электр үҙәгенең һыуытыу системаһын һыу менән тәьмин итеп тороусы яһалма быуа. Район халҡының яратҡан йәйге ял урыны булып тора.
Өфөнөң 2-се йылылыҡ электр үҙәге менән бер туҡтауһыҙ йылылыҡ алмашыуы арҡаһында күлдә һыу йыл әйләнәһенә туңмай. Күл ябыҡ түгел. Ундағы һыу тәүҙә Ҡариҙел йылғаһына, артабан Ағиҙелгә ағып төшә.
Оҙонса формала һыу ятҡылығы. Яр буйы оҙонлоғо 2,65 саҡрым самаһы. Һыуы сағыштырмаса таҙа.
Йәйен күлдә рәсми пляж, кафе, ағастан ятыу һәм ҡояштан ышыҡланыу өсөн урындар, кейенеү бүлмәләре һәм йыуыныу кабиналары эшләй. Һыуытҡыс быуа ҡала эсендә урынлашҡан.
Күлдә һыу ҡышын туңмай, ҡайһы бер күсер ҡоштар көньяҡҡа осоу урынына күлдә ҡышлай.
Һүрәтләмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уртаса тәрәнлеге: 2,5 м
Оҙонлоғо:0, 97 км
Киңлеге:0, 3 км
Яр ситенең урамаһы:2,63 км
Майҙаны: 0,015км2
Һыу менән тәьмин итеү сығанаҡтары: Суртан күле (Щучье, или Холодное озеро ) һәм Ҡариҙел йылғаһы (Ағиҙел ситтәре) менән ҡылымыҡ аша тоташҡан.
Һыу ятҡылығының килеп сығышы: Яһалма
Төбө: Ҡомло, урыны менән үлән барлыҡҡа килә
Балыҡ: Һыу ятҡылығында күл һәм йылға балыҡтары йәшәй.
Урынлашҡан ере:Йылылыҡ электр үҙәге янында.
Иҫкәрмә: Күлдең төбөндә тәрән упҡын урындары күп. Һһаҡлыҡ сараларына ҡарамаҫтан, йыл һайын күп кеше батып һәләк була.
Географик координаталары:киңлек: 54°46′56″N (54.78236) Оҙонлоҡ: 56°6′19″E (56.10526
Яр буйына торама пункттар: Өфө ҡалаһы
Үҙенсәлектәре: Ҙур булмаған яһалма һыу ятҡылығы; күл йыл әйләнәһенә йылы.
Галереяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Өйрәктәр күл буйындағы йылы
-
Инорс-7 биҫтәһенә күренеш
-
Күлдә өйрәктәрҙе ашатыу урыны