Йүрелек
Йүрелек | ||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||
Lullula arborea Linnaeus, 1758 | ||||||||||||||||
|
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 148914 |
Йүрелек (Лесной жаворонок) (Lullula arborea L).
Ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Турғай ҙурлыҡ. Башлыса ерҙә йөрөүсе ҡош. Ағастар¬ға, ҡыуаҡтарға ла ҡуна. Ағас башына ултырып йәки һа¬уала һайрай, һырты буй ҡара таптар менән сыбарланған ҡара-көрән. Түше көрәнһыу таплы һорғолт һары, ҡорһағы аҡ. Күҙҙәре өҫтөндә аҡ ҡаштары бар. Башында буй һыҙыҡлы бәләкәй генә бүрке күренә, һабан турғайынан аҡ ҡашы һәм бәләкәйерәк булыуы менән айырыла.
Тауышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тауышы ҡыҫҡа ғына: «тир-рит», һайрауы яңғырауыҡлы һыҙғырыуҙарҙан тора: «йүрли-йүрли-йүрли-йүрли-йүрли-йүлү».
Йәшәү рәүеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урман ситтәрендә, ҡыуаҡлы асыҡ урындарҙа йәшәй. Бөжәктәр, үлән орлоҡтары менән туҡлана. Күсмә ҡош. һирәк осрай. Ояһы ерҙә була. Көрән йәки ҡыҙыл таплы 5—6 бөртөк аҡ төҫтәге йомортҡа һала.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. — Өфө, 1986 йыл. — ИБ № 3478 28.693.35 И 90
Был орнитология тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |