Йүрүҙәнтамаҡ тораһы
Йүрүҙәнтамаҡ тораһы | |
Дәүләт | Башҡортостан Республикаhы |
---|---|
Урын | Йүрүҙән |
Йүрүҙәнтамаҡ тораһы рус. Усть-Юрюзанская стоянка — Башҡортостан Республикаһының Йүрүҙән йылғаһы тамағынан йыраҡ түгел Ҡариҙел буйында урынлашҡан неолит дәүеренең археологик ҡомартҡыһы.[1][2].
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йүрүҙәнтамаҡ тораһы Башҡортостан Республикаһының Йүрүҙән йылғаһы тамағынан төньяҡҡа табан 1 км алыҫлыҡта Ҡариҙел (Өфө) йылғаһының һул ярында урынлашҡан.
Табылдыҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йүрүҙәнтамаҡ тораһы майҙанында археологик тикшеренеүҙәр ваҡытында 860 м² ер ҡаҙылған.
Аҫҡы ҡатламында төньяҡ һәм көньяҡ морондар буйлап урынлашҡан торалар табылған.
Көньяҡ өлөшөндәге торала тире һәм күн эшкәртеү өсөн таш ҡоралдар: бысаҡ, ҡырғыстар, уҡ башағы, мөйөшлө ҡырҡҡыс, тишкес, ҡасау, балталар һ.б. табылған. Ваҡ ҡырсынташ һәм тальк ҡушып эшләнгән һауыттарҙың ярсыҡтарында ҡыҫҡа ҡыя һыҙыҡтар, соҡорло биҙәк, киң һыҙыҡтар, тешле мөһөр һуғылған биҙәктәр төшөрөлгән.
Төньяҡ өлөшөндәге торала таш балта, уймыр, бырау, ватҡыс, ҡыҫҡыстар һәм башҡалар табылған. Йәмғеһе 20 меңдән ашыу әйбер асыҡланған.
Ҡаҙылған майҙандың өҫкө ҡатламында Гамаюн (Һомай) мәҙәниәтенә, һәм Ҡормантау мәҙәниәтенә ҡараған һауыт ҡалдыҡтары табылған. Улар иртә тимер быуат осорона ҡарай.
Неолит дәүере ҡомартҡыһы ваҡытлыса ғына торама булған, ундағы таш эшкәртеү оҫтаханаһында халыҡ саҡматаштан ҡоралдар эшләгән һәм йәнлек тиреләре эшкәрткән, тип фараз ителә.
Ҡомартҡы материалдарының бер өлөшө Археология һәм этнография музейында Башҡортостан Республикаһының Археология һәм этнография музейында һаҡлана[3]. Музей архитектура ҡомартҡыһы булып иҫәпләнгән Е. А. Поносова-Молло йортонда урынлашҡан[4]. Йәнә бер өлөшө Башҡортостан Республикаһының Милли музейына тапшырылған.
Асыш тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йүрүҙәнтамаҡ тораһы 1951 йылда археологтарҙың Ҡариҙел отряды тип аталған төркөмө менән экспедиция ваҡытында археолог, тарих фәндәре докторы Лия Яковлевна Крижевская[5] тарафынан асыла[6] һәм ул уны 1954—55 йылдарҙа ентекләберәк өйрәнә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Йүрүҙәнтамаҡ тораһы//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 31 октябрь архивланған.
- ↑ Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ И.Г.Петров. Музей археологии и этнографии // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Карточка объекта культурного наследия России регионального значения № 021410153440005
- ↑ Крижевская Лия Яковлевна
- ↑ К 100-летию Л. Я. Крижевской: фотодокументы полевых исследований
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йүрүҙәнтамаҡ тораһы//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 31 октябрь архивланған.</ref>
- Археологические памятники эпохи камня на территории Башкортостана
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Крижевская Л. Я. Поселения эпохи железа на северо‑востоке Башкирии //Археология и этнография Башкирии. Т.1. Уфа, 1962.
- Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
- Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
- Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
- Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.