Йәзд

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Йәзд
фарс. یزد
Герб
Герб
Ил

Иран

Координаталар

31°51′ с. ш. 54°22′ в. д.HGЯO

Үҙәк бейеклеге

1 216 м

Климат тибы

эҫе

Рәсми тел

фарсы

Халҡы

505,000 кеше

Конфессиональ составы

мосолмандар, зороастрийлылар

Сәғәт бүлкәте

UTC+3:30

Телефон коды

+98 351

Йәзд (Иран)
Йәзд
Йәзд
Йәзд мәсете.

Йәзд[1] (фарс. یزد — Езд[2]) — Ирандың иң боронғо ҡалаларының береһе, провинция үҙәге. Ҡала халҡы 505 мең самаһы (1963 — 63,5 мең кеше, 1949 — 56 мең кеше). Оазиста балсыҡ йорттарҙан төҙөлгән ҡала беҙҙең эраға тиклемге III мең йыллыҡтан алып йәшәй. Ул Исфаһандан көнсығышҡа ҡарай 250 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡала тураһында беҙҙең эраға тиклем 3000 йылдарҙа уҡ телгә алына. Ул Мидиялағы Исатис ҡалаһы булараҡ билдәләнә. Археологик ҡаҙыу эштәре барышында табылған әйберҙәр Әһәмәниҙәр династияһына ҡарай[3].

Йәзд тарихи баш ҡалаларҙан алыҫ булғанға күрә артыҡ емереүҙәргә дусар булмай. Ҡалала күп кенә архитектура һәйкәлдәре, боронғо замандың мәҙәни реликттары һаҡланып ҡалған.

Сыңғыҙхан баҫҡынсылығы мәлендә бында рәссамдар, ғалимдар һәм шағирҙар йәшеренеп ҡалған.

Йәздә Марко Поло булып киткән. Уның хикәйәләүе буйынса 1272 йылда ҡала ебәк етештереү менән ныҡ үҫешкән була.

Климаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек
Уртаса максимум, °C 12,2 15,1 20,3 26,1 32,2 37,7 39,3 37,7 34,1 27,5 20,2 14,4
Уртаса температура, °C 5,1 8,0 13,5 19,5 25,4 30,8 32,4 30,4 26,1 19,5 12,1 6,8
Уртаса минимум, °C −1,2 1,3 6,4 12,0 17,2 21,9 23,7 21,3 16,8 10,8 4,2 −0,1
Яуым-төшөм нормаһы, мм 10,3 11,2 12,9 9,1 4 0,1 0,1 0 0,1 1,4 2,7 8,1
Сығанаҡ: Гонконгская обсерватория 2018 йыл 16 июнь архивланған.

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәзд — Ирандың яҡшы һаҡланып ҡалған ҡалаларының береһе. Бында күп быуаттар элек төҙөлгән тарихи ҡомартҡылар күп.

Иң билдәле тарихи-мәҙәни ҡомартҡылары:

  • Доваздех-Имам мавзолейы(11 быуат);
  • Йәмиғ мәсет (XIV быуат);
  • Шәмсиә мәҙрәсәһе (XIV быуат);
  • Әмир Чахмак Комплексы;
  • һыу музейы;
  • зороастризм ҡорамы.

Ел башнялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ел башняһы йәик бадгир - торлаҡтағы йәки һыуһаҡлағыстағы эҫе һауаны һыуытыу өсөн тәғәйенләнгән ҡоролма.

Каджарҙар династияһы осоронда Йезд менән Бәхтийәр хан идара итә.

Әмир Чакмак мәсетенән ҡала күренеше

Тарихи, мәҙәни һәм дини әһәмиәте яғынан Йәзд Бөтә донъя ЮНЕСКО мираҫына индерелгән[4].

XIV быуат йома мәсете[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ике манаралы был мәсет — уникаль ҡоролма. Уның манара — Персияла иң бейеге.

Билдәле кешеләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Шәрәф-әд-Дин Йәзди — Тимуриҙар дәүеренең күренекле тарихсыһы
  • Мөхәммәт Хатами — Ирандың элекке презитенты
  • Моше Кацав — Израилдең элекке президенты

Йезд төҙөү буйынса билдәле 1907 йылда араһында Рәсәй империяһы һәм бөйөк британия ҡыҙыҡһыныу сфераһы сикләү тураһында килешеү Персия. Рус ер буйынса килешеү өлкәһе төньяҡта йезд йоғонтоһонда булып, ер көньяҡта — британ.

Галереяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

</gallery>

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 138.
  2. Инструкция по русской передаче географических названий Ирана. — М.: Наука, 1979. — С. 47.
  3. [1](недоступная ссылка)
  4. [2](недоступная ссылка)