Эстәлеккә күсергә

Йәмиғ мәсете (Минск)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәсет
Соборная мечеть
Саборная мячэць
Область Минская
Ҡала Минск
Адресы Улица Грибоедова, 29.
Архитекторҙар Борис Иванович Александров и Трацевский Владимир Васильевич
Шәфҡәт итеүсе Благотворительная организация Rabbita и религиозный фонд Турции.
Тәүгә иҫкә алыу 1599 год
Төҙөлөш 20042016 йылдар
Төп даталары:
1599 год — основание деревянной мечети

Начало XX века — строительство каменной мечети 1962 год — разрушение мечети

2004—2016 года — строительство мечети
Сайт mechet.by

2016

Йәмиғ мәсете — Минскиҙағы мәсет. Грибоедов урамы, 29-сы йортта урынлашҡан.

Минск мәсете

Тәүге ағас мәсет Минскиҙа татарҙар йәшәгән районда 1599 йылда барлыҡҡа килә (һуңыраҡ Татар слободаһы атамаһын ала). XX быуат башында иҫке ағас мәсет урынында яңы таш мәсет һалына. 1962 йылда «Юбилейная» ҡунаҡханаһын төҙөү өсөн емертелә. Мәсет эргәһендә урынлашҡан мосолман зыяраты шулай уҡ 1974 йылда юҡ ителә.

1997 йылда архитекторҙар Борис Александров һәм Владимир Трацевский мәсетте реставрациялау проектын әҙерләй[1].

Йәмиғ мәсетенең тәүге ташы 2004 йылда һалына. Башта проект Сәғүд Ғәрәбстанының «Rabbita» хәйриә ойошмаһы тарафынан финанслана. Һуңғараҡ Рәсәйҙән һәм Төркиәнән бағыусылар килеп сыға. 2010 йылда төҙөлөш туҡтатыла[2].

Мәсет төҙөлөшө 2016 йылда тамамлана һәм Төркиәнең Дини ваҡыфынан белорус мосолмандарына бүләк булып тора. 2016 йылдың 11 ноябрендә мәсетте асыу тантанаһында Беларусь Республикаһы Президенты Александр Лукашенко һәм Төркиә Президенты Рәжәп Тайип Эрдоған ҡатнашалар[3].

Төп фасады

2019 йылда йәмиғ мәсетендә Ислам музейы асылған. Экспозицияға белорус ерҙәрендә ислам тарихы тураһында һөйләүсе Белоруссияла һәм сит илдәрҙән йыйылған артефакттар ингән[4].