Эстәлеккә күсергә

Йәнбикә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент тултырылмаған

Йәнбикә — башҡорт ҡатын-ҡыҙы исеме. «Урал батыр» эпосында ул Урал менән Шүлгәндең әсәһе.

Йәнбикә — фарсы теленән ингән «йән» һүҙенә башҡорт телендәге «бикә» һүҙе ҡушылып яһалған. «Бикә» — хужа, ханым тигәнде аңлата, борон юғары ҡатлам ҡатын-ҡыҙ исеменә ҡушылып, уның дәрәжәһен күрһәткән, аҙаҡтан ҡатын-ҡыҙ исемдәренә ҡушыла башлаған[1]. .

Башҡортостандағы бик күп топонимика, бигерәк тә йылғалар, «Урал батыр» эпосы геройҙары хөрмәтенә аталған. Шуға ла Учалы халҡы «Урал батыр» эпосының район территорияһында барлыҡҡа килеүе тураһында үҙ версияһын тап бында Йәнбикә йылғаһы булыуы, Йәнбирҙин фамилияһының киң таралыуы, һәм Ағиҙел, Яйыҡ, Уй, Әй, Мейәс йылғаларына ҡылысы менән сабып юл ярыу өсөн Урал батыр тап ошо ерҙә торорға тейеш булыуына бәйләй[2]. Фәтих Фазылов үҙенең «Индоиранцы в составе древних башкир» китабында: «Бик күп Европа халыҡтарында Яна (Йәнбикә) — ҡатын-ҡыҙ, ә Ян (Йәнбирҙе) ир-ат исеме. Ерҙәге тәүге ҡоро урында ошо исемле тәүге кешеләр тураһында „Урал батыр“ халыҡ эпосында ла яҙылған. Йәнбирҙе — ир-ат йәне, изгелек, яҡтылыҡ, әүҙемлек, ыңғайлыҡ билдәһе. Йәнбикә — ҡатын-ҡыҙ башланғысы, яуызлыҡ, ҡараңғылыҡ, кирелек һәм пассивлыҡ билдәһе. „Ян“ һәм „Инь“ философик мәғәнәләренең Ҡытайҙан түгел, Уралдан сығыуы „Без истории нет будущего…“ китабында раҫлана»[3], — тип яҙа.

  • Йәнбикә (йылға) (рус. Янбике) — Белорет районынан аҡҡан Оло Инйәрҙең һул ҡушылдығы[4] Тарихсы Әнүәр Әсфәндийәров «Башҡортостан һәм сиктәш биләмәләр ауылдары тарихы» китабында «1859 һәм 1865 йылдар араһында Йәнбикә йылғаһында 16 хужалыҡтан торған, 78 кеше йәшәгән Кесе Балбуҡ ауылы» барлыҡҡа килеүе тураһында яҙа[5].
  • Йәнбикә — Рафаэль Сафин һүҙҙәренә яҙылған йыр[6].
  • Йәнбикә — Рафаэль Сафин яҙған драма.